+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
20 Февраль 2021, 14:54

Минең ҡартатайым

Олатайҙар көрәшеп беҙгә Тыныслыҡ яулап алған. Ә күптәре ҡайта алмайынса, Һугыш ҡырында ҡалған.

Минең ҡартатайым
Олатайҙар көрәшеп беҙгә
Тыныслыҡ яулап алған.
Ә күптәре ҡайта алмайынса,
Һугыш ҡырында ҡалған.
Һуғыш… Ниндәй ҡуркыныс һүҙ. Был хәбәр барлыҡ ғаиләне лә тетрәндергән. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 75 йыл ваҡыт үтһә лә, уның хәтирәләре күңелдәргә тәрән эҙ ҡалған. Яҙҙар етеү менән, Еңеү байрамын ҡаршылығанда, был ваҡиғалар күңел яраларын яңыртып, ҡабат иҫкә төшә.
Минең ҡартатайым, Зариф Фәйзрахман улы Мәҡсүтов, 1920 йылдың 10 майында Мораптал ауылында тыуған. Бала сағы йәтимлектә үтеп, тормошо ауыр була. Аслы-туҡлы бик күп эшләргә тура килгән. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та, 1941 йылда һуғышҡа алынғанда, уға ни бары 21 йәш булған. Ул һуғыштың беренсе көндәренән алып, Еңеү көнөнә тиклем һуғыш ҡырында алғы һыҙыҡта дошман танктарын атыусы булып хеҙмәт иткән. Тирә-яғында һәр саҡ бомбалар, миналар шартлаған.
Һуғыш михнәттәрен еңеп, тик 1946 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайтыу бәхетенә ирешә ул. Батырлыҡтары өсөн Сталин исеменән бик күп маҡтау хаттары, “Батырлык өсөн” ике миҙал һәм “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены менән бүләкләнә. Һуғыштан ҡартатайым ғәрип булып ҡайтып, Шәһиҙә ҡартәсәйем менән тормош ҡороп ебәрә. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр.
Ауыр һуғыштарҙы үткән һалдат 1995 йылдың йәйендә 79 йәшендә вафат була. Беҙ уның тиңдәшһеҙ батырлығын, оло хеҙмәтен онотмайбыҙ.
Беҙ һуғыш ветерандары алдында түләп бөтөрмәҫлек бурыслы. Киләсәктә күктәребеҙ аяҙ, тормошобоҙ тыныс булһын ине! Олатай-өләсәйҙәребеҙ күрһәткән батырлыҡтарға ғорурланам һәм баш эйәм!
Лилиә ҒӘЛИЕВА,
Көйөргәҙе районының Баязит Бикбай исемендәге Мораптал мәктәбе уҡыусыһы,
2020 йылда “Аманат” журналдында үткрелгән “Еңеү еңел бирелмәне” конкурсында ҡатнашыусы.
Читайте нас: