+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
20 Февраль 2021, 14:06

Олатайым менән ғорурланам

“Ауыр булһа ла, һуғышҡа тиклем, беҙҙең тормош тыныс ине. Һуғыш башланғанда миңә 14 йәш ине. Ауылда радио - фәлән булмағанлыҡтан, һуғыш хәбәрен күрше-тирәнән ишеттек. Ул ваҡытта һуғышты тиҙ бөтөр тип уйланыҡ... Яңылышҡанбыҙ”

Олатайым, Нурғәлиев Нәзиәт Разан улы, 1927 йылда Башҡортостан республикаһының Ҡандра районы Аҡташ ауылында тыуған. Ете йәшендә атаһы вафат була. Әсәһе Сабира Әхмәтсафа ҡыҙы 3 баланы яңғыҙ ҡарап үҫтергән. Ул ғүмер буйы колхозда эшләгән. “Ҡулдан килгәнсә ярҙамлашырға тырыша инек: ураҡ урҙыҡ,бесән саптыҡ,ер ҡаҙыныҡ” – тип һөйләй олатайым.
“Ауыр булһа ла, һуғышҡа тиклем, беҙҙең тормош тыныс ине. Һуғыш башланғанда миңә 14 йәш ине. Ауылда радио - фәлән булмағанлыҡтан, һуғыш хәбәрен күрше-тирәнән ишеттек. Ул ваҡытта һуғышты тиҙ бөтөр тип уйланыҡ... Яңылышҡанбыҙ” – тип, иламай түҙә алмай, был йылдарҙы иҫкә төшөргәндә олатайым.
Туҡай ауылы мәктәбендә 7 класс тамамлағас , 17 йәшендә уға ла саҡырыу килгән. Башта уны снайперҙар мәктәбенә ебәрәләр. Хеҙмәт ваҡытында рядовой саперҙан – младший сержант дәрәжәһенә етеп,сапер бригадаһында 1951 йылға тиклем хеҙмәт иткән. Шулай итеп, Еңеү көнөн армияла ҡаршылаған.
- Хәҙерге тормошҡа “мең шөкөр” тим.Сөнки беҙ йәш саҡта, бигерәк тә һуғыш осоронда, кейергә кейеме , ашарға икмәге юҡ ине. “Калошы ла, хатта носкийы” ла юҡ ине бит, исмаһам. Сабата кейә торғайныҡ. Ауылда берәү вафат булһа, уның кейеменә сират тороп, ҡулъяулығына тиклем алып бөтә инек –тип, хәтер йомғағын һүтә ҡәҙерле кешем.
“ Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын,беҙ дуҫ йәшәнек, сөнки бөтәбеҙ бер тигеҙ ине: барыбыҙ ҙа яланғас, ас булдыҡ. Киноға барырға 1 тин аҡса юҡ ине. Аҡса булһа кейеп барырға кейеме булмай торғайны.” Шул саҡтағы ваҡиғаларҙы иҫләп, тауышы ҡалтырай олатайҙың.
“Бер көндө, шулай, әсәйем шәкәр алып ҡайтты.Бер киҫәк шәкәрҙе дүрт кешегә бүлеп тәмләп-тәмләп оҙаҡ итеп ашаныҡ. Был татлы минуттар мәңгегә хәтеремдә ҡалды”,- тип, тәҙрә аша урамға ҡарап, тағы ла бер аҙға һүҙһеҙ ҡалды ул.
Олатайым ил алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 3-сө дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “Хеҙмәтендәге ҡаһарманлыҡ өсөн”миҙалы, Еңеүгә юбилей миҙалдары менән наградланған.
1951 йылда, хеҙмәттән һуң, өләсәйемде, Рәйсә Закир ҡыҙын, кәләш итеп алған.Ташкент яҡтарына сығып китеп, Алтын – Топкане руднигында мастер булып эшләгән. Биш бала үҫтергәндәр. 80-се йылдарҙа улар Туймазы районының Серафимовка ауылына ҡайтып төпләнгән .
Тормошта яҡшы эҙ ҡалдырған, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн хәленән килгәндең барыһын да эшләгән яғымлы, ҡунаҡсыл, киң күңелле олатайым менән ғорурланабыҙ.
Эльвина Нурғәлиева.
Туймазы районы Серафимовка ауылының 1-се мәктәбе уҡыусыһы
Баймаҡ районы Мәмбәт башланғыс мәктәбе уҡыусыһы Усманова Гөлфинәнең һүрәте.
Читайте нас: