-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
3 Май 2021, 11:02

"Аманат" журналы хеҙмәткәре Хөсәйенбәк кәшәнәһендә булды

Журналыбыҙҙың баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов ял итмәй. Көн дә сайтҡа материал ҡуйып бара. Уның араһында тарихи урындарҙа ла булып өлгөрә.

"Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше" тигән китабында ғалим-тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш былай тип яҙа: "Һуң тигәндә VII быуаттың уртаһында башҡорттар ислам динен ҡабул иткән. Ибн-Фаҙлан шул кешеләрҙең береһе тураһында әйтеп киткән. Ислам динен башҡорт араһында Төркөстандағы дини йәмғиәт башлығы Әхмәт Йәсәүи (1105-1166 йй.) мөридтәре таратҡан. Әхмәт Йәсәүи башлаған дини ағартыу эше ул үлгәс тә дауам иткән. Дини ағартыусыларҙың байтағы үҙ бурысын башҡарып йөрөгәндә Башҡортостан ерендә үлеп ҡалған. Элек бында уларҙың кәшәнәләре күп булған. Һаҡланғандарының береһе – Хөсәйенбәк кәшәнәһе (XIV б.)"
Читайте нас