Ғафури районының Ерек ауылында шәжәрә байрамы үтте. “Беҙ – Хәмзә вариҫтары” тип аталған сара “Башҡортостандың географик үҙәге” стелаһы янында уҙҙы һәм төбәк тормошондағы сағыу мәҙәни-рухи күренешкә әүерелде.
Аңлатып тораһы түгел: донъя мәшәҡәттәре, эш араһында ырыуҙаштар йыш осраша алмай, аралар һәм ваҡыт тигән төшөнсәләр ҙә быға үҙ өлөшөн индерә. Ә был байрам күптән күрешмәгән туған- тыумасаны ғына түгел, рухташтарҙы, ырыуҙаштарҙы бергә тупланы. Башланғыстың авторы, ойоштороусыһы – Башҡортостандың Милли архивы директоры урынбаҫары, журналист, яҙыусы Ниязбай Сәлимов. Тап ул шәжәрә байрамын ойоштороп, күптәрҙең күптәнге хыялын тормошҡа ашырҙы.
Сара республикала иғлан ителгән Тарих йылына, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арналғайны. Рәсми ҡунаҡтар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле тарихсы, ғалим Нурислам Ҡалмантаев та бар ине. Ул шәжәрә байамының әһәмиәтен тағы берҙе билдәләп үтте һәм ошонай фәнни, рухи-мәҙәни саралар республиканың һәр район-ауылында үтергә тейеш, тине. Н. Ҡалмантаев “Табын ырыуҙары союз”ының иң әүҙем ағзаларына Ҡоролтайҙың почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрам ырыуҙаштар өсөн һәр яҡтан ҡыҙыҡлы булды. Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Мансур Хәмзинға арналған “Кавалерист Мансур” тетрлаштырылған тамашаһы, Хәмзиндар шәжәрәһе презентацияһы, мәҙәни-спорт саралары, балалар һабантуйы, ижади конкурстар уҙғарыу һәм башҡа саралар һәр кемгә ҡыҙыҡһыныуына ярашлы мәғлүмәт һәм шөғөл табырға ярҙам итте.
Хәмзиндар шәжәрәһе байрамы илебеҙҙең төрлө төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡунаҡтарҙы йыйҙы, улар өсөн ҡорбан ашы ойошторолдо.
Сара йәш ырыуҙаштарға мөрәжәғәт менән тамамланды. Маҡсаты – йәш быуынды ырыуҙаштар, уларҙың данлы үткәне, уңыш-ҡаҙаныштары, нәҫел тамырҙары менән яҡындан таныштырыу. “Һәр ғаилә шәжәрәһен эшләтеп, өй түренә элеп ҡуйһын ине – был балаларҙа олатайҙар, өләсәйҙәр менән ғорурланыу хисен тәрбиәләр, уларҙың рухлы, иманлы булып үҫеүенә ярҙам итер. Туған телебеҙҙе –башҡорт телен - яҡшы белегеҙ! Нәҫелебеҙ ишле, балаларыбыҙ игелекле, тәүфиҡлы булһын!” – мөрәжәғәттә бына ошо юлдар ҙа бар.