-2 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
19 Август 2021, 11:29

Каруанһарайға - 175 йыл

Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында Каруанһарайға - 175 йыл тулыу уңайынан видеопрезентация әҙерләгән.

Каруанһарайға - 175 йыл
Каруанһарайға - 175 йыл

Ырымбурға йомош йәки эш менән килгән башҡорттарҙың һәм мишәрҙәрҙең һис ниндәй туҡталыу урыны ла юҡ,— тип яҙа Ырымбур генерал-губернаторы В. А. Перовский 1836 йылдың 20 апрелендә башҡорт һәм мишәр кантон башлыҡтарына мөрәжәғәтендә — Мин бында даими туҡталыу урыны йәғни Каруанһарай һала башларға ниәтләнәм. Был һарайҙа теләгән бер башҡорт һәм мишәр бушлай туҡтала алыр ине.

Төҙөлөш материалдары әҙерләү һәм ҡулланыу башҡорттарға борондан таныш була. Ырымбурҙы башҡорт орнаменты менән биҙәлеп эшләнгән биналар быға дәлил булып тора. Миҫал өсөн, Каруанһарай янындағы бер ҡатлы йорттоң фасады башҡорт орнаментындағы геометрик фигуралар менән биҙәлгән.

Каруанһарайға Башҡорт-мишәр ғәскәре идаралығы, ҡорал склады, башҡорт балалары өсөн училище, тимерлек, ағас эшкәртеү, ҡамыт-ыңғырсаҡ эшләү, тегеү оҫтаханалары урынлашырға тейеш була. Каруанһарайҙың мәсете иһә мосолмандарға намаҙ уҡыу, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау өсөн тәғәйенләнә.

Перовскийҙың изге ниәтен кантондар хуплап ҡабул итә һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә халыҡтан төҙөлөш фондына мул ғына аҡса йыйыла. Архитектор А. П. Брюллов эшләгән проект 1837 йылдың 19 ғинуарында раҫлана, шул йылдың йәйендә үк төҙөлөш эштәре башланып китә. Төҙөлөш материалдарын әҙерләүҙә, уларҙы ташыуҙа, биналарҙы һалыуҙа һәм биҙәүҙә төрлө милләт кешеләре ҡатнашаһа ла, төп ауырыҡ башҡорттар иңенә төшә. Төҙөлөштөң дөйөм күләме 804914 һум күләмендә баһалана. Был суммаға халыҡтың үҙ ирке менән йыйған иғәнәһе, почта хеҙмәте өсөн түләүҙәр, поташ заводтарынан килгән килем керә.

Каруанһарайҙың төп бинаһы 1842 йылда төҙөлөп бөтә. Мәсетте эске яҡтан биҙәү һәм манараны тыштан йөҙләү эштәре күп ваҡытты ала.

1846 йылдың 30 авгусында Каруанһарайҙы асыу тантанаһы үткәрелә. Байрамға Башҡорт-мишәр ғәскәре командиры, Өфөнән мөфтөй, кантон начальниктары, башҡа абруйлы ҡунаҡтар һәм ябай халыҡ саҡырыла. Ҡунаҡтарҙың береһе лә саҡырыуҙы инҡар итмәй килеп етәләр. Иртәнге сәғәт 9-ҙа хәрби ғәскәр разводҡа теҙелә, парад күрһәтелә. Башҡорт атлылары милли кейемдә, сукнонан тегелгән ҡыҙыл кафтанда булалар. Корпус командиры һәм башҡа урыҫ кешеләре сиркәүгә литургияға китәләр, ә ҡалған халыҡ намаҙ ваҡытын көтөп мәсет янына йыйыла. Бер сәғәттән корпус командиры килеп етә, мәсет алдында халыҡҡа үҙенең ҡотлау һүҙҙәрен еткерә. Мәҙин манаранан аҙан ишеттерә. Мәсет ишектәре асыла, мөфтий артынан халыҡ мәсеткә инә. Асыу тантанаһының рәсми өлөшө тамамлана. Һуңынан халыҡтың яратҡан тамашаһы — ат ярышы үткәрелә. Ярыш тамамланған урында байрамға килгән ҡунаҡтарға ҙур табын әҙерләнә, һый-хөрмәт күрһәтелә. Шунда уҡ халыҡтың тағы бер яратҡан тамашаһы — көрәш үткәрелә. Ярышта еңеүселәргә махсус бүләк әҙерләнә.

1921—1936 йылдарҙа Каруанһарай йортонда Ырымбур башҡорт педагогия техникумы эшләне.

Башҡорт википедияһынан

Каруанһарайға - 175 йыл
Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: