-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
25 Август 2021, 10:57

Арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы, телсе Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл

Таһир Байышев – башҡорт филологтары-диалектологтары араһынан тәүгеләрҙән был фәнни дәрәжәгә өлгәшеүсе лә.

Арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы, телсе Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл
Арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы, телсе Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл

Таһир Байышев – телсе-ғалим, ысын мәғәнәһендә арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы. Уны хатта башҡорттоң Дале тип атайҙар. Заманында башҡорт һүҙҙәрен бөртөкләп йыйған, башҡорт теле һөйләштәрен өйрәнеп, тиҫтәләгән диалектологик экспедицияларға сыҡҡан. Башҡорттоң тарихы, бөгөнгөһө, киләсәге менән ҡыҙыҡһынған. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының йәнле һөйләшен өйрәнгән.

Башҡорт халҡының һөйөклө улы Таһир Байышев –Дыуан районының Иҫке Хәлил ауылында 1886 йылда тыуған. 1909 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Иркутскиҙа хәрби-фельдшерлыҡ мәктәбендә уҡый – рота фельдшеры итеп тәғәйенләнә. Өйөнә ҡайтарылмай тура һуғышҡа, Герман фронтына оҙатыла. 1915 йыл контузияланған көйө әсирлеккә эләгә. Ҡаса. Ошо йылдың йәйендә уны Кавказ фронтына – Иранға ебәрәләр. Шунда Февраль һәм Октябрь революцияларын ҡаршылай. Монголия, Польша, Латвия, Литва, Германия, Грузия, Азербайжан, Әрмәнстанда була. Иҫке Хәлилгә 1918 йылда ғына ҡайтып төшә. Башта шунда, ә аҙаҡ 1920 – 1925 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле мәктәбендә балалар уҡыта, бер үк ваҡытта фельдшерлыҡ пункты мөдире вазифаһын да башҡара.

 

...XVI быуат урталарынан алып Әйле ҡәбиләһенең Дыуан ырыуына ҡараған халыҡтың шәжәрәһе билдәле. Ул ХХ быуат башында Дыуан-Мәсетлелә йәшәгән Заһир ҡартта һаҡлана. Оло ашъяулыҡ ҙурлығында ике ҡағыҙ бите. Нәҡ шул шәжәрәне Дыуан-Мәсетле мәктәбендә уҡытҡан Таһир Байышев күсереп ала. Ғәрәп графикаһы менән иҫке төркисә яҙылғанды ул ҡағыҙға башта иҫке төркисә, аҙаҡ латинса төшөрөп, ҙур китап итеп баҫтыра. Ә 1940 йылдарҙа хәҙерге башҡорт әҙәби яҙма теленә әйләндерә.

Шәжәрәне ни өсөндөр “Ҡылысбай менән Батыр ырыуҙары (нәҫел-нәсәбе) шәжәрәһе” тип атайҙар. Башы шулай:
Ҡарамыш – 1550 й.,
Сүнселәй – 1580 й.,
Аҡбулат – 1610 й.,
Ураҙ – 1640 й.,
Ҡылысбай – 1670 й.
Ғүмәр, Сәтей, Хәбибулла, Мөхәмәтшәриф
– 1700 й.
Ғосман – 1730 й.
Исламғол кантон – 1760 й.

Был шәжәрә тамырҙары башлыса хәҙерге Мәсетле районында, уның тирә-яҡ райондарында йәшәгән халыҡтың нәҫел-нәсәбенә барып тоташа.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 55 йәш тула. 1940 йылда башҡорт халҡының йәнле һөйләү теле – һөйләштәре һәм диалекттары буйынса, оҙаҡ йылдарға һуҙылған эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәһе булараҡ, “Башҡорт диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” тигән монографияһын яҙа (ул 1955 йылда Мәскәүҙә урыҫ телендә бер мең данала баҫыла). 1948 йылда әле лә әһәмиәтен юғалтмаған ҡулланылыштағы “Урыҫса-башҡортса һүҙлек” (М., 1948), 1958 йылда Өфөлә донъя күргән “Башҡортса-урыҫса һүҙлек” китаптарының авторҙарының береһе булараҡ таныла. Тағы бер нисә телле терминологик һүҙлек төҙөүҙә ҡатнаша. Башҡортостан буйынса лингвистик экспедицияны етәкләй, йыйылған мәғлүмәтте эшкәртә. Айырыуса һөйләш күренештәрен йыя, фәнни һығымталар яһай.

Һүҙҙәрҙе яҙып-теркәй, шуның буйынса аҙаҡ һүҙлектәр төҙөй. Был уға башҡорттарҙың хәҙерге һөйләш телен һәм диалекттарын ныҡлап өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был өлкәлә инде Байышев – алмаштырғыһыҙ белгес. 1950 йылда ошо хеҙмәттәре Мәскәү дәүләт университетының төрки филологияһы факультетына диссертация темаһы сифатында тәҡдим ителә. Шул уҡ йылдың мартында филология фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлана. Шулай итеп, Таһир Байышев – башҡорт филологтары-диалектологтары араһынан тәүгеләрҙән был фәнни дәрәжәгә өлгәшеүсе лә.

Таһир Байышев урыҫ теленән башҡортсаға барлығы 400 баҫма табаҡлы әҙәби һәм уҡытыу-методик әҙәбиәтте тәржемәләй.

Оло хеҙмәттәре өсөн Таһир Байышев Ҡыҙыл байраҡ ордены менән наградлана.

1974 йылдың 4 ноябрендә вафат була, Өфө ҡалаһының мосолман зыяратында (Телеүҙәк) ерләнә.

 

Октябрь районы Нагаево ҡасабаһында бер урам Таһир Байышев исемен йөрөтә.

26 августа 11 сәғәттә күренекле ғалим Таһир Байышев ҡәберенә сәскәләр һалыу тантанаһы үтәсәк. Туғандары, ғалим-филологтар, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

 

 

 

Арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы, телсе Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл
Арҙаҡлы башҡорт ғалим-диалектологы, телсе Таһир Байышевтың тыуыуына 135 йыл
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас