+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
26 Август 2021, 10:29

Генерал Шайморатовҡа арналған турнир

Ярыш ун икелә башлана (12.00), инеү бушлай. Байрам сиктәрендә ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола.

Генерал Шайморатовҡа арналған турнир
Генерал Шайморатовҡа арналған турнир

28 августа Өфөлә «Терра Башкирия» ат-спорт турнирының һигеҙенсе һайлап алыу этабы үтә. Сара БР Хөкүмәте һәм БР ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән Т.Күсимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподром тарафынан уҙғарыла.

«Йәрәбәгә ярашлы, ярышта Архангел, Туймазы, Мишкә, Әлшәй, Ауырғазы райондарынан һәүәҫкәр жокейҙар ҡатнаша. Программала 1 млн һумлыҡ приз фондына сабыш, бәйге ҡаралған», — ти ипподром директоры Дамир Исеев.

Ярыш ун икелә башлана (12.00), инеү бушлай. Байрам сиктәрендә ауыл хужалығы йәрминкәһе ойошторола.
«Турнир легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә арнала. Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, билдәле спортсылар, быйыл июлдә Липецк өлкәһе Тербун районы Озерки ауылында үткән хәрби- тарихи реконструкция фестивалендә ҡатнашыусылар килә», —ти Дамир Исеев.

«Тербун рубежы. 1942 йылдың эҫе йәйе» сараһында Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең 9 төбәгенән 30 хәрби- тарихи клуб вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы составында «1- се Башҡорт атлы полкы» — «Любизар» хәрби — тарихи клубы төбәк — ара йәмәғәт ойошмаһы ағзалары ( етәксеһе- Илдар Шәйәхмәтов), тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, башҡорт атлыларының нәҫеле- балалары, ейәндәре, бүләләре.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тербун районында фронт һыҙығы үтә. 200 көндән ашыу совет һалдаттары Озерки янында оборона тота. Ҡыҙыл Армияның 27 мең һалдаты һәләк була. Озерки янындағы танк алышын тарихсылар «Кесе Прохоровка» тип атай. 112-се Башкавдивизияһынан күп яугирҙар һәләк була. Бында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа бюст ҡуйылды.

Делегацияның сәфәрен ойоштороуҙа Бҡтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов исемендәге «Аҡбуҙат» ипподромының ат спорты һәм йылҡысылыҡ үҙәге, Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙам итте.
__________
🌐 В Уфе состоится турнир, посвящённый генералу Шаймуратову

28 августав Уфе пройдет Восьмой отборочный этап конноспортивного турнира «Терра Башкирия». Мероприятие организует ипподром «Акбузат» имени Т. Кусимова при поддержке правительства РБ и Минсельхоза РБ.

«В соревнованиях, согласно жеребьёвке, примут участие жокеи-любители Архангельского, Туймазинского, Мишкинского, Альшеевского, Аургазинского районов республики. В программе дня планируются бега, скачки с призовым фондом 1 млн рублей», — сообщил «Башинформу» директор ипподрома Дамир Исеев.

Начало в 12.00, вход свободный. В рамках праздника организуют также сельскохозяйственную ярмарку.
«Самое главное, что турнир будет посвящен празднованию дня рождения легендарного комдива, Героя России, генерала Минигали Шаймуратова. Приглашены почетные гости, знаменитые спортсмены, а также участники военно-исторического фестиваля реконструкции, прошедшего в июле этого года в селе Озерки Тербунского района Липецкой области», — рассказал Дамир Исеев.

В мероприятии «Тербунский рубеж. Жаркое лето 1942 года» приняли участие около 30 военно-исторических клубов из 9 регионов России и ближнего зарубежья. В делегацию Башкортостана вошли члены военно-исторического клуба реконструкции «Любизар» (руководитель Ильдар Шаяхметов), внуки и правнуки башкирских конников, историки, краеведы.

Напомним, в годы Великой Отечественной войны в Тербунском районе проходила линия фронта. Вблизи Озёрок произошло крупное танковое сражение, которое историки называют «малой Прохоровкой». На полях сражения Тербунского района пали около 27 тысяч солдат и офицеров Красной армии. Близ села Озерки погибли и многие воины 112-й Башкавдивизии. В прошлом году здесь установили бюст Герою России Минигали Шаймуратову.

Участие делегации из Башкирии было организовано при поддержке Центра компетенции Республики Башкортостан по коневодству и конному спорту «Акбузат», Всемирного курултая башкир и Фонда социальных целевых программ.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас