+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
27 Сентябрь 2021, 15:29

Ғәббәс Дәүләтшин һәм Бүгәсәү башҡорттары

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин (1892–1937) – эшмәкәрлеге XX быуаттың 20-30 йылдарына тура килгән билдәле башҡорт ғалимы, тел белгесе. Сығышы менән ул Һамар губернаһы, Пугачев өйәҙенең (элеке Николаевский) Ташбулат (Ташкүстән) ауылынан (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Глушица районы), башҡорттарҙың "трауай" араһы вәкиле.

Ғәббәс Дәүләтшин  һәм  Бүгәсәү башҡорттары
Ғәббәс Дәүләтшин һәм Бүгәсәү башҡорттары

Революция йылдарына тиклем ул тыуған яғы, уның яҙмышы өсөн борсолоп, янып йөрөгән әүҙемселәр араһында ҡайнаһа, уның артабанғы эшмәкәрлеге халыҡ мәғарифы менән бәйле була. Ул хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған билдәле тел белгесе, ғалим-филолог.

Ғәббәс Дәүләтшиндың 1927 йылғы ғинуар айы (№3) "Башҡорт аймағы" журналында сыҡҡан күләмле мәҡәләһе, бәлки, 1926–1928 йылдарҙағы Һамар өлкәһе Пугачев өйәҙе Имәләй (Имелеевская) һәм Хужабай (Кузябаевская) волостары башҡорттарын Башҡортостандың көнъяҡ-көнсығышына күсереү кампанияһы менән бәйлелер.

Һүҙ ыңғайында шуны ла әйтеп китәйек, "Башҡорт аймағы", үҙендә яҙылғанса, – шул осорҙағы Башҡортостанды өйрәнеү ғилми йәмғиәте тарафынан өс айға бер тапҡыр сығарылған белем ҡорамаһы йәки ғилми йыйынтыҡ булған (һаҡланған һандары күрһәтеүенсә, ундай йышлыҡта сыға алмаған). 1000 дана тираж менән нәшер ителгән ғәрәп графикаһындағы был ҡорамала күпселек башҡорт теле, әҙәбиәте, фольклоры, этнографияһы һәм тарих мәсьәләләренә ҡағылышлы, үҙ осоро өсөн генә түгел, бөгөнгө көндә лә актуаллеген юғалтмаған ғилми мәҡәләләр урын алған.

Ғәббәс Дәүләтшиндың ырғыҙ-кәмәлек башҡорттары йолаларына арналған был мәҡәләһе бөтә башҡорт этносы тарихы контексында үрҙә телгә алынған этнотерриториаль төркөмдөң этнографик үҙенсәлектәрен өйрәнеү буйынса мөһим сығанаҡ булып тора. Был сығанаҡ, шулай уҡ йола фольклорын, тел байлығын өйрәнеүселәр, диалектологтар өсөн дә бай материал бирә ала.

Ырғыҙ-кәмәлек башҡорттары тураһындағы тәүге мәғлүмәт Ғәрәп хәлифәте илселеге сәркәтибе Әхмәд Ибн-Фаҙлан яҙыуҙарында осрай. Ул үҙе ҡатнашлығындағы 921–922 йылдарҙағы Бағдадтан Волга буйы Болғар дәүләтенә сәйәхәт ҡылыу маршрутын тасуирлағанда ошо башҡорттарҙы, улар йәшәгән конкрет ерҙәрҙе күрһәтеп, – Саған йылғаһынан алып Ҡондорса йылғаһынаса – телгә ала. XIII быуат аҙағы – XIV быуаттарҙа Нуғай Урҙаһы көсәйеү сәбәпле, башҡорттар күсеп йөрөү урындарынан ҡыҫырыҡланыла, ә артабанғы нуғай аристократияһы менән яҡынлашыу процесы уларҙың башҡорттар менән бергәләшеп күсенеп йөрөүҙәренә килтерә.

1661 йылда ҡалмыҡтарҙың рус дәүләтселеген ҡабул итеүе башҡорт йәйләүҙәренең Әмбә йылғаһынан Үҙән һәм Сәҙе буйҙарынаса ҡыҫҡарыуына алып килә. Бүкәй Урҙаһы барлыҡҡа килеп, башҡорт-ҡаҙаҡ аралары боҙолоуы, шулай уҡ Урал ғәскәри казактары менән ер конфликты киҫкенләшеүе XIX быуат урталарына башҡорттарҙың Үҙән һәм Сәҙе йылғалары буйынан тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарылыуына сәбәпсе була. Ошо ваҡыттарҙан алып Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрелек йылғалары буйына күсенгән башҡорттарҙы "иҫке башҡорттар", ә һуңыраҡ килгәндәрен "яңы башҡорттар", тип йөрөтә башлағандар.

Түбәндә Ғ.Й. Дәүләтшиндың мәҡәләһен ғәрәп графикаһынан транслитерация эшләп, тексын оригиналдағыса бирәбеҙ.

 

Ғәббәс ДӘҮЛӘТШИН

 

Бүгәсәү башҡорттарында ҡоҙа булышыу,

туйға һәм кейәүгә барыу, ҡалын алыу һәм ҡыҙ урлау

йәки оҙатыу ғөрөф ғәҙәттәре

Хәҙерге Һамар губернаһы, Бүгәсәү (элек Николаевский тип йөрөтөлгән) өйәҙендә Хужабай, Имәл исемдәрендә ун һигеҙ ауылдан ғибәрәт ике волость башҡорт бар. Был башҡорттар төбөндә Урал тауҙары, йәғни хәҙерге Башҡортостан дәүмәлендәге Йылайыр һәм Тамъян-Ҡатай кантондары түңәрәге эсендәге Ирәндек, Һаҡмар буйы башҡорттары булып, ун һигеҙенсе быуаттың һуңғы яртыһындағы бәғзе бер ижтимағи иҡтисади һәм сәйәси сәбәптәрҙең теләүе буйынса, төп илдәренән күсеп барып ултырып ҡалғандар. Шул башҡорттарҙың баштараҡ күскәндәренә иҫкеләр, һуңыраҡ күскәндәренә яңылар тип йөрөтәләр.

Быларҙың телдәрендә фәҡәт "һ" менән "ҫ" хәрефе араһында ғына бер ҡәҙәр айырма бар. Яңылар "һ" хәрефе менән һөйләгән һүҙҙәрҙе иҫкеләр күберәк "ҫ" хәрефе менән һөйләйҙәр. Мәҫәлән, яңылар "һин" тип әйткән һүҙҙе иҫкеләр "ҫин" тип әйтәләр. Шулай уҡ, бараһыңмы, ҡайһылай, бармаһа, ҡайтмаһа, алмаһа, күрһен, ҡайтһын, алһаҡ, тип һөйләгән һүҙҙәрҙе иҫкеләр бараҫыңмы, ҡайҫылай, ҡаҫалай, бармаҫа, ҡайтмаҫа, алмаҫа, күрҫен, ҡайтҫын, алҫаҡ, тип һөйләйҙәр.

Ғөрөф-ғәҙәт яғынан ҡарағанда, төп яңыларҙа булған ғөрөф-ғәҙәттән алынып, бер аҙ татарлашҡан ғөрөф-ғәҙәттән башҡа, артыҡ үҙгәреш юҡ тиерлек. Бына шул башҡорттарҙың, яңылар иҫәпләнеп йөрөгәндәрендә, бынан ун-ун биш йылдар элек ҡоҙа булышыу, туйға һәм кейәүгә барыу, ҡалын (ҡалым. – Г.А.) алыу һәм ҡыҙ урлау, йәки ҡыҙ оҙатыу ғөрөф-ғәҙәттәре ошолай ине.

Ҡыҙ  әйттереү

Берәү (ата кеше тураһында һүҙ бара. – Г.А.) үҙенең улына кәләш әйттерергә булһа, алдан үҙ ғаиләһе менән егеткә белдермәйенсә генә кәңәшләшеп, төбәгән урынға үҙҙәренең кәңәштәре хаҡында һүҙ һала. Был һүҙ һалыу рәсми рәүештә ҡыҙ һорау булмай, бәлки үҙҙәренең тиң күреп, ҡоҙа булышырға теләгән теләктәрен генә белдереү формаһында булған һүҙ һалыу була.

Әгәр һүҙ һалынған урындан тиңгә һанарлыҡ йылы һүҙҙәр булһа, егет атаһын, үҙ тирә күршеләрен, ағай-энеләрен саҡырып, үҙ ғаиләһендә кәңәшләшеп, уҙылған урын менән ҡоҙа булышырға уйлағандарын белдерә. Уларҙың ул урынды оҡшатып-оҡшатмауҙары хаҡында кәңәш итә. Кәңәш итеүселәре ҡаршы булмағанда, төбәгән урынға егет атаһы, үҙе менән бергә бер яҡын ағай-энеһен, йәки берәр дуҫ кешеһен алып, ҡыҙ атаһының яҡын ағай-энеһенә йәки күршеһенә (үҙ ауылынан булғанда ла шулай) барып төшә һәм, егет атаһы үҙҙәренең ниндәй йомош менән йөрөгәнлектәрен йорт хужаһына белдерә, яусыға кемде йөрөтөү хаҡында кәңәш итә.

Ғәҙәттә яусы булған кеше ауылдың ҡәҙерлерәге, кемгә булһа ла һүҙе үтеүсән, ҡыҙ атаһына яҡын йәки уның менән аралашып, ашап-эсешеп йөрөгән берәр кеше, шуның менән бергә яусы булған кеше үҙенә тиң булһа ла, булмаһа ла, ҡыҙ яусылағанда ҡулына бер таяҡ тотоп барырға тейешле. (Әгәр яусы ауылдың бер ҡәҙерһеҙерәк кешеһе булһа, ҡыҙ атаһы, үҙенең яусыһы ауылдың түбән бер кешеһе булыуҙан сәмләнеп, ҡыҙын бирергә тейешле булғанда ла бирмәү ихтималы була).

Яусы ҡыҙ атаһына барып үҙенең ниндәй йомош менән килгәнен туранан-тура "ҡыҙыңды фәлән кешенең улына һорарға килдем" кеүек тупаҫ һүҙ менән әйтмәй, һаулыҡ һораша, арлы-бирле мәсьәләгә яҡын һүҙҙәр һөйләп "юҡ юғалтып йөрөйөм" тип, һүҙ башлап алып китә. Ҡыҙ атаһы яусының яусылаған урынын оҡшатһа, ҡаға-һуға мәсьәләне сисеүҙе ғаиләһе, ағай-энеһенә ҡалдырып, яусыны ҡайтарып ебәрә. Яусы мәсьәләнең нисек торғанын ҡайтып егет атаһына әйтә.

Ҡыҙ атаһы, һүҙ беркеткән һуң, ағай-энеләрен йыйып, кем тарафынан, ниндәй урындан ҡыҙына яусы йөрөгәнлекте белдерә һәм уларҙың ул урынға риза булып-булмауҙары хаҡында кәңәш итә. Был кәңәштә кәңәш итеүселәр тарафынан егеттең ата-әсәләре кем балалары булыуҙары, уларҙың тоҡомдарының яҡшы, яман яҡтары тикшерелеп, ҡыҙҙы бирергә ярарлыҡ урын тип тапҡанда, мәсьәләне сисеүҙе ҡыҙҙың ата-әсәһенә һәм ҡыҙ менән бер туғандарының риза булып-булмауҙарына тапшыралар.

Шул рәүешсә ҡыҙ атаһы үҙ ғаиләһе, үҙ ағай-энеһе менән ҡыҙҙы һораған урынға бирергә кәңәш итешкәс, ҡыҙ һорарға килгән ҡунаҡ хужаһына йәки яусыға үҙҙәренең кәңәш итешкәнлектәрен белдереп хәбәр итә һәм ағай-энеләре яусының килеүен көтөп ултыралар.

Яусы икенсе тапҡыр килеүендә рәсми яусы ҡоҙа булып туп-тура өйгә керә, кәңәш төйнәп ултырған ҡыҙ атаһының ағай-энеләренә ҡарап: "юҡ юғалтып йөрөйөм, юғымды табып бирегеҙ", тип, үҙенең яусы булғанлығын белдерә. Ағай-энеләрҙән бер олорағы: "Әйҙә түргә уҙ, юғың беҙҙә булһа, табылыр", ти. Яусы түргә уҙа һәм кемгә, ниндәй кешенең улына яусы булғанлыҡты һөйләп бирә.

Ҡыҙ атаһы яусыға мәһәр, туй, ҡалын биреү, инә, тун, башҡа һалымдарын күрһәтеп, "минең менән ҡоҙа булышырға теләгән кеше ошо туй расходтарына күнһә, ҡыҙымды бирергә кәңәш итештек", ти. Был һүҙҙе ишеткәс, яусы артыҡ сауҙалашып тормай, ҡайтып егет атаһына ҡыҙ атаһының һорағанын белдерә. Егет атаһы ул һалынған нәмәләргә ауырһынып, һалымдың кәметелеүен һорап, яусыны ҡыҙ атаһына тағы ебәрә. Шул рәүешсә яусы егет атаһы менән ҡыҙ атаһы араһында бер нисә ҡабат ике арала йөрөй. Иң аҙаҡ ҡыҙ атаһы егет атаһы биргән сығымға күндереп ҡайтыуында яусы таяғына таянып, егет атаһына ҡарап өндәшмәй тора. Өй хужаһы йәки башҡа берәү "яусының яғы ҡарышып киткән икән", тигән булып, егет атаһының аҡса менән яусының ауыҙын асыуын уға аяҡ юллыҡ кәрәклеген белдерә. Егет атаһы яусының ауыҙына аҡса ҡаптырып һөйләтергә ҡуша. Яусы ҡыҙ аталарының ҡоҙа булышырға теләгәнлектәрен һәм биргән мәһәр үә башҡа һалымдарға күнгәнлектәрен һөйләп бирә.

Оҙаҡ та үтмәй ҡыҙ атаһы ҡунаҡтарҙы үҙ өйөнә саҡырып ала. Яусы, егет атаһы, уның иптәше һәм ҡунаҡ хужаһы саҡырған ергә бергә баралар. Был саҡырылған ҡунаҡтар янына ауылдың мулла һәм мәзине, тағы шунда башта кәңәштә булмағандарҙан тирә күршеләрҙең олораҡтары һәм үҙ тирә-яҡтың әби-һәбиҙәре (әбиҙәр никах туйына килгәндә май, ҡорот алып киләләр) саҡырылып, яңынан мәһәр, ҡалын биреү, туй һуйыу (туй үткәреү – диалект һүҙе. – Г.А.), инә, тун вә башҡалар хаҡында булған һалымдар ҡабатланып һөйләнгәндән һуң, мулла ҡыҙ менән егеткә никах уҡый. Никах уҡып бөтөүгә егет атаһы ҡыҙға бүләк итеп аҡса бирә.

Иртәгеһенә ҡыҙ атаһы ағай-энеләрҙе яңынан саҡырып ҡунаҡ күрһәтә. Был ҡунаҡтар: егет атаһы – баш ҡоҙа, өйҙән бергә килгән иптәше – нөгәр ҡоҙа һәм ике ҡоҙа араһында йөрөгән кеше – яусы ҡоҙа булып исемләнеп, бер өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, баш ҡоҙа менән нөгәр ҡоҙа күлдәк (ҡыҙ атаһы тарафынан ҡоҙаларына бүләк итеп бирелгән дүртәр-бишәр аршин ситса) йәки сапан кейеп ҡайтып китәләр.

Егет атаһы ауылына ҡайтып үҙенең ағай-энеләрен йыйып, улына ҡыҙ әйттергәнлеген һәм ҡасан туй яһарға уларҙың ваҡыт билдәләүен, шулай уҡ үҙенең ҡасан туй һуйырға теләгәнен белдерә, кәңәш итә. Шул рәүешле үҙ-ара туй һуйыу ваҡыты билдәләнгәс, егет атаһы ҡыҙ атаһына туйлыҡты алып ҡайтыу өсөн (туй алыусы) кешеләр ебәрергә хәбәр итә.

Туй алыу

Ҡыҙ әйттергән саҡта, егеттең атаһы тарафынан туй һуйыу, туйға тыу бейә йәки бер һимеҙ йылҡы һөйләнгән булып (килешенгән. – Г.А.), шул йылҡыны алып ҡайтыу өсөн ҡыҙ атаһы үҙенең ағай-энеләренән ялғыҙар өс-дүрт йәш егет ебәрә. Был егеттәр һыбай йәки икеһенә бер арба егеп, егет атаһына туй алыусы ҡоҙалар булып киләләр. Егет атаһы уларҙы ауылдың йәштәренә ҡунаҡ итеп күрһәтә. Йәштәр туй алыусы ҡоҙаларҙы хәлдәренән килгәнсә ныҡ һыйларға, ашатып-эсерергә, аштан йығып ҡайтарырға тырышалар. Һис бер ял итергә бирмәй өйҙән-өйгә ҡунаҡ йөрөтәләр һәр бер өйҙә туй алыусы ҡоҙалар өсөн бешерелгән аш-ҡуллама, уның артынан сәй әҙерләнеп, ҡуллама өҫтөндә алты-ете кеше өсөн һигеҙ, туғыҙ ҡаҙаҡ ҡаҙы, йәки оса (һарыҡтың ҡойроҡ майы) май, йә булмаһа төйә үркәсе бешерелеп килтерелгән була.

Табында ултырып ҡунаҡ һыйлаусылар ауылдың үҙенә күрә һайланып ҡуйылған иң шәп аш ашаусылары булып, былар бешерелгән ашты ҡоҙаларға бөтөргәнсә ашатырға, ашамаһалар күпләп-күпләп һоғондорорға, һурпаһын эсереп бөтөрөргә, шулай уҡ сәй алдында ни ҡәҙәре генә май килтерелмәһен барыһын да ашатып, һоғондороп бөтөрөргә тейешлеләр. Сөнки ҡоҙалар (туйғандан артыҡ ашап, аш ҡаҙандары боҙолғанлыҡтан) ҡоҫоп, эстәре үтеп (китеп. – Г.А.) йөрөмәһәләр, ҡайтҡан ваҡыттарында: "Ҡоҙаның һыйы уртаса булды," – тип ҡайтырға мөмкин.

Шул рәүешле туй алыусылар өс-дүрт көн ҡунаҡ булып, егет атаһы тарафынан бирелгән туйлыҡты йәшереп, бикләп ҡуйған еренән йырлап алып, егет атаһын туй һуйырға саҡырып ҡайтып китәләр. (Туй алыусы ҡоҙалар килгән көндән алып, ҡайтып киткәнгә саҡлы һәр бер саҡырылған урында ҡурай, йыр, бейеү, уйын-көлкө була.)

Туйға барыу һәм туй һуйыу

Егеттең атаһы үҙ ағай-энеләренән ирле-бисәле өс-дүрт оҙаҡ (парлы. – Г.А.) һәм бер-ике яңғыҙар егеткә туй һуя барышырға әйтә. Быларҙың ирле-бисәле булғандарының һәр береһе төп ҡоҙағыйға (ҡыҙҙың әсәһенә) күстәнәс һәм йыртышлыҡ биш-алты аршин ситса һәм үҙҙәренең ятып-тороп (ҡунып. – Г.А.) йөрөй торған йорт хужаһы бисәһенә күстәнәс әҙерләйҙәр.

Туй һуярға бара торған көн етеү менән барлығы өс-дүрт оҙаҡ һәм бер-ике яңғыҙар һыбай туй һуйыусы ҡоҙалар булып, ҡыҙ атаһына туй һуярға баралар. Был ҡоҙаларҙы туй алырға килгән ҡоҙалар ҡаршылап алыр өсөн яланға сығып торалар. Быларҙың береһенең ҡулында яулыҡ (ҡот) була. Ҡоҙалар килеп етеү менән уларға ҡотто күрһәтеп, ауылға табан алдан ҡаса. Уның артынан һыбай барған ҡоҙалар ҡыуалар. Арбалы булғандары ла һыбайҙарҙан ҡалышмаҫ өсөн ҡот артынан саң-томан (ҡышын ҡар) борҡотоп арбалары менән ҡыуырға тотоналар. Сабышып барғанда ҡаршы сыҡҡан ҡоҙаларҙың ҡайһы берҙәре арбалы ҡоҙаларҙың бүректәрен ат өҫтөнән тартып алып ҡаса, ауылға ул ҡоҙаны яланбаш алып инә.

Алдан ҡот алып ҡасыусы туп-тура ҡыҙ атаһы йортона барып туҡтай, уның артынан туй һуя барған ҡоҙалар барып туҡтайҙар. Әгәр сабышҡан саҡта туй һуя барыусы берәр ҡоҙа ҡотҡа етһә, ҡотто шул ҡоҙаға бирәләр. Ҡыҙ атаһының ишек алдында ҡоҙаларҙы ҡаршы алырға сыҡҡан ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк ҡоҙалар килеп етеү менән уларҙы ҡыҙ атаһының өйөнә алып инәләр. Унда уларҙың ирҙәрен бер башҡа түргә, бисәләрен бер башҡа ҡашығаяҡ яғына айырып ултырталар. Ҡоҙалар һәм ҡоҙағыйҙар ултырып бөтөп доға ҡылыуға иҙәндә торған йәш ҡунаҡ һыйлаусы ирҙәр һәм йәш килендәр килгән ҡоҙаларҙың өҫтәренә ус менән бауырҫаҡ, сәтләүек, кәнфит, ваҡланған ҡорот һәм башҡа ашамлыҡ нәмәләр сәсәләр. Унан һуң ҡоҙағыйҙар өҫтөнә шул уҡ ашамлыҡ нәмәләр сәсеп уҙалар. Был эш барлығы ун-ун биш минут самаһы ваҡыт ала.

Ҡоҙалар ул көн ҡыҙ атаһында ҡунаҡ булалар. Кисенә туй алырға барған ҡоҙалар төп ҡоҙанан (егет атаһы) башҡаларын үҙле үҙенә таратып алып ҡайтып китәләр. Улар шул туй бөткәнсә туй ала барыусылар өйөндә ятып-тороп йөрөйҙәр. Иртәгеһенә ҡыҙ атаһы барлыҡ ҡоҙа һәм ҡоҙағыйҙарын үҙенә иртәнге сәйгә саҡырып, иртәнге сәй һуңында күстәнәс сәйгә (ҡоҙалары килтергән күстәнәс) күршеләрен саҡыра. Шуның артынса оҙаҡ та үтмәй, аш әҙерләнеп, ауылдың ҡарттарын һәм йәштәрен һәр бер өйҙән ирле-бисәле икешәр кеше саҡырып, ҡунаҡ күрһәтә. Ҡунаҡ күрһәткән саҡта һәр бер ҡоҙағый үҙенең килтергән йыртышын (биш-алты аршин ситса) берәр ҡунаҡ һыйлаусы бисәгә биреп, ул шунда ҡунаҡ күргән ағай-энеһе бисәләренә, апһындарына берәр сирек, яртышар аршиндан йыртып өләшә. Әгәр ҡоҙағыйҙарҙың йыртышы ҡунаҡ күреүсе бисәләргә етмәһә, йыртышты аҙыраҡ алып килгән ҡоҙағыйҙан яңынан йыртыш даулап, аҡса өҫтәтәләр.

Ҡунаҡ күргән кешеләр икәү-өсәүһе бергә ҡушылып, туйға ҡатышҡан кешеләрҙең (ҡунаҡ күреүселәрҙең) барыһын да бергә саҡыралар, хәлдәренән килгән тиклем (туй алыусылағы кеүек) ҡоҙа һәм ҡоҙағыйҙарҙы аштан йығып ҡайтарырға тырышалар.

Шул рәүешле ҡоҙалар ике көн ҡунаҡ булғас, өсөнсө көн иртә менән егет атаһы тарафынан бирелгән туй малы һуйыла.

Туй малы һуйыусылар, ғәҙәттә, туй алыусылар, туйҙың эс-ҡарынын алыусылар (таҙартыусылар) уларҙың бисәләре, ҡыҙҙың яҡын еңгәләре була. Туй һимеҙ булһа, һуйыусылар араһынан бер ир ҡоҙаларға ҡарын алыусыларҙан берәү ҡоҙағыйҙарға туйҙың һимеҙлеген: "Туй һимеҙ ҙә, туй һимеҙ," – тип таҡмаҡлап бейеп һөйөнсөләй, уларҙан аҡса ала. Шул уҡ ваҡытта егеттең әсәһе (баш ҡоҙағый) үҙенең алып килгән ҡоҙағыйҙары менән барып килен һөйә, киленгә бүләк бирә: килен һөйгәндә баш ҡоҙағый килендең арҡаһынан тапап, уның тәүфиҡлы булыуын көйлө һүҙҙәр менән теләп, өгөт итә. Туй һуйылып бөтөүгә уның ите бер нисә өлөшкә бүленә. Туйлыҡ йылҡы малы булғанда (ғәҙәттә туйлыҡ һәр ваҡыт йылҡы малы була), ике ҡабырғаһының икеһенән дә өсәр ҡабырға һебәләк (ҡабырға бөткән йомшаҡ ит яғы) алына.

Был һебәләктәр туй көрәшендә иң тәүлә сығып көрәшсе батырҙарҙың йыҡҡанына ла, йығылғанына ла бирелә торған бүләк була. Ике арт боттоң оса һөйәгенә ҡушылған янбаш өҫтө "ейән һөйәк" ҡәна ҡыҙ әсәһе апаһының иренә бирелә торған өлөш була. Шуның өсөн "ейән һөйәк" алған кеше ҡасан да булһа ҡыҙҙы кейәүе менән саҡырып күлдәк кейҙерергә һәм берәр мал бирергә тейешле.

Ҡартаның бер аҙ өлөшө, аҙлап эс-ҡарын һәм бер аҙ ит, күтән ите бүлеп ҡалдырыла. Иң ҡәҙерле еренән кейәүгә ашатыу өсөн бер аҙ ит алып ҡалынып, ҡалғандарын туйға ҡатышҡан ҡоҙа һыйлаусыларға, ҡоҙаларға ашатылырға билдәләнә.

Эс-ҡарын таҙартыусылар ҡарындың бер аҙ өлөшөн таҙартып, таҙ ҡарын тип йөрөтөлә торған өлөшөн таҙартмай, барыһы бергә араларында батырыраҡ бер командирҙары аҫтында бысраҡ көйгә ҡоҙаларға алып киләләр һәм төп ҡоҙанан башҡаларының башына бысраҡ ҡарынды кейҙерергә, шулай ҡарын кейҙереү менән ҡурҡытып, үҙҙәренең хеҙмәттәре өсөн аҡса алалар.

Был таҙ ҡарын кейҙереү яҡшы уҡ көлкөлө була. Таҙ ҡарын тотҡан килен ҡарынды бер айрылы ағас башына элеп, түрҙә ултырған ҡоҙаларҙың башына берәм-берәм кейҙерергә, уларҙың өҫтәрен бысратырға һөжүм итә. Уның артынан иптәштәре ярҙам итәләр. Ҡоҙалар бысратылыуҙан ҡурҡып аҡса бирәләр. Әгәр берәр ҡоҙа аҡсаны аҙыраҡ бирһә, ҡарын тотҡан килен үҙенең һорағанын алырға ҡарынды һелкетеп, аяуһыҙлашып сауҙалашырға тотона. Мутыраҡ ҡоҙа килендәрҙең һораған аҡсаларын бирмәй, уларҙы үҙенең янында ун-ун биш минут яуаплашырға мәжбүр итә.

Ҡоҙаларҙан аҡса йыйып алғас, килендәр ҡоҙағыйҙарға баралар. Ләкин, унда барғанда ҡарынды алып бармайҙар. Тик ҡулдарын йыумай: "Туй ҡарынын йыуғанда ҡулыбыҙ өшөнө, ҡулыбыҙҙы йылытып ебәрегеҙ," – тигән булып, ҡоҙағыйҙарҙың өҫтөндәге кейемдәренә йышыналар. Ҡоҙағыйҙар өҫтәре бысраныуҙан ҡурҡып, быларға тағы аҡса бирәләр. Килендәр ҡоҙаларҙан һәм ҡоҙағыйҙарҙан алған аҡсаны үҙ-ара бүлешеп алалар йәки шуға әйбер алып, йыйылып сәй эсәләр.

Туй һуйылып бөткәс, хасланған туй ите бешерелә. Уны ашап бөткәс, ат саптырыу, батырҙар көрәштереү, сапҡан аттарға, көрәшкән батырҙарға, ҡыҙ атаһының хәленә ҡарап, бүләктәр биреү була.

Туй һуйылғандың иртәгеһенә ҡоҙалар ҡыҙ атаһы тарафынан оҙатылалар. Ләкин, төп ҡоҙа һаман үҙ ҡоҙаһында ҡалып, тағы ла өс-дүрт көн яңынан ҡунаҡ була. Ҡоҙалар оҙатылған көндөң иртәгеһенә күтән (ҡартаның ҡалдырылған өлөшө) ашатыу була. Был ашҡа фәҡәт йәш егеттәр һәм йәш килендәр, ҡыҙҙар ғына саҡырылып, күтән ашарға килгән кешеләр ҡыҙға һаҡал, ҡашмау яһау өсөн аҡса, һаҡал, ҡашмау әйберҙәре, йөҙөк һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр бүләк итеп сығалар. Ҡыҙҙың яҡын еңгәләре күтән менән үҙҙәренең бүләк итә торған аҡсаларын бер ҡалаҡҡа һалып ҡыҙға һоғондоралар (аҡса, әлбиттә, йотолмай. – Г.А.).

(Туйҙың башынан аҙағына саҡлы һәр бер мәжлестә ҡурай, йыр, бейеү, уйын-көлкө була.)

Кейәү булып барыу  һәм кәләш кейәүләү

 Туй бөткәндән һуң кейәү егет үҙенең яҡын иптәшен алып (ул иптәшенә "нөгәр" тип йөрөтәләр), кискә табан һыбай кәләшкә килә. Беренсе мәртәбә кәләшкә килеүендә кейәү туп-тура үҙенең ҡайын йортона төшмәй, шул ауылда булған еҙнә тейеш кешеһенә йәки яҡын ағай-энеһенә барып төшә. Яҡыны кеше ятып бөтөү самаларында ҡыҙҙың әсәһенә кейәүҙең килеүе хаҡында хәбәр итә: уның ҡыҙға ҡушылыуына һәм уны кем өйөнә (кейәү тәүге килеүҙә ҡайын йорт өйөндә булмай, ҡайынының айырылып сыҡҡан улы өйөндә йәки ҡайынының ҡусты тейеш кешеһендә була) төшөрөргә рөхсәт һорай. Кейәү нөгәре менән ҡәйнәһе тарафынан күрһәтелгән өйгә бара. Был өй хужаһының бисәһе кейәүгә иң яҡын ҡайын еңгә булып иҫәпләнеп, кейәүҙе тәрбиәләй, ҡулынан килгән ҡәҙәре хөрмәт итә һәм ҡыҙҙы алып килеп, кейәүгә ҡуша.

Әгәр ҡыҙ кейәүҙең килгәнен белеп ҡалһа (ҡай ваҡыт ҡайын еңгәләре ҡыҙҙы юрый, кейәүҙән аҡса алыр өсөн йәшереп тә ҡуялар), йәшенә. Был ваҡыт ҡайын еңгә менән кейәү ҡыҙҙы эҙләргә сығалар һәм йәшенгән еренән табып алып ҡайталар.

Кейәү өсөн билдәләнгән айырым өй йәки бер бүлмә булып, шул бүлмәгә ике ҡомған, йылы һыу әҙерләп ҡуйылған була. Кейәү менән ҡыҙ шул үҙҙәренә билдәләнгән урында төн үткәрәләр. Иртәгеһенә таң менән ҡыҙ өйөнә ҡайтып китә. Кейәүҙең яҡын ҡәйнештәре килеп, кейәүҙән бәке йәки балдыҙҙары аҡса алып сығалар.

Өй хужаһының бисәһе (ҡайын еңгә) иртә менән үҙ тирә күршеләрендәге йәш килендәрҙе кейәү янына саҡыра һәм кейәү килтергән бүләк ситсаны (тажтарлыҡ) ҡыҙ әсәһе күрһәткән килендәргә өләшә, ҡунаҡ күрһәтә. Ләкин, ҡыҙ ул көндө кейәүгә көндөң-көн буйына  күренмәй һәм саҡырған ерҙәрҙә лә кейәү менән бергә булмай.

Ҡунаҡ күргән килендәр берәм-берәм кейәүҙе үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡыралар. Һәр бер саҡырған өйҙә кейәү булған кеше сәй эсеп бөтөүгә башҡаларҙан йәшереп сынаяҡҡа тәңкә (аҡса) һалып ҡалдыра. Ул аҡса шул өйҙөң ҡыҙына була. Әгәр ҙә ул өйөндә ир балалар булһа, уларға кейәү ҡәйнеш итеп бәке биреп сығарға тейешле.

Шул рәүешсә кейәү дүрт-биш көн ҡунаҡ булғас, ҡайтып китә. Ун-ун биш көндәр уҙыуға кейәү тағы килеп дүрт-биш көн ҡунаҡ була. Ләкин, был һуңғы килеүендә һәр бер саҡырған өйҙә баштағы кеүек аҡса өләшеп йөрөмәй һәм фатир йорто ла төп ҡайын атаһы йортонда була.

Кейәү ҡайын атаһы менән ҡайын әсәһенән, шулай уҡ ҡайын атаһынан йәшкә өлкән кешенән һәм уның бисәһенән ҡасып, йәшеренеп, уларға йөҙөн күрһәтмәй йөрөй.

 

Ҡалын биреү һәм ҡалын алыу

Кейәү бер-ике тапҡыр кәләшкә барып ҡайтҡас, егет атаһы үҙ ағай-энеләре менән кәңәшләшеп, ҡыҙ атаһын ҡалын алырға саҡырырға ауылдан урта йәштәр бер-ике кешене саҡырыусы итеп ебәрә. Ҡалын атҡарышыу өсөн сит ауылдан бер-ике хәллерәк кеше саҡыра.

Саҡырыусы булып барған кешеләр ҡыҙ атаһына барып, өс-дүрт көн ҡунаҡ булғандан һуң, ҡыҙ атаһы тарафынан күкрәк йәки сапан кейеп оҙатылалар һәм ҡыҙ атаһын ҡалын алырға саҡырып ҡайталар.

Быларҙың ҡайтыуына егет атаһы ҡалын бирергә әҙерләнгән, һуя торған малдарын һуйған, ҡалын атҡарышыу өсөн саҡырылған ҡунаҡтары ла берәр тәкә һуйып, күпләп күстәнәстәр алып килгән булалар.

Ҡыҙ атаһы саҡырыусы ҡунаҡтар (ҡоҙалар) ҡайтыу менән ауылдан туғыҙ-ун пар ирле-бисәле һәм биш-алты һыбай кешегә ҡалын алырға барырға әйтә. Ҡалын алырға әйтелгән ирле-бисәле кешеләр төп ҡоҙағыйға күстәнәстәр бирә, тышлыҡ алты-етешәр аршин ситса әҙерләгән кеүек, ҡалын бөткәнсә ятып-тороп йөрөй торған йорт хужаһына ла күстәнәстәр әҙерләйҙәр, ҡалын алырға барырға йыйыналар.

Ҡалын ала бара торған көн килеп етә. Ҡыҙ атаһы үҙенең ҡалын алырға барырға әйткән кешеләрен алып, барыһы бергә егет атаһы ауылына юлға сыға.

Егет атаһы тарафынан ҡоҙаларҙы һыйлашырға әҙерләнгән йорт хужаларының йәштәре килгән ҡоҙаларҙы ҡаршылап алыр өсөн яланға сығып торалар. Ҡоҙалар килеп күренеү менән уларҙы ҡаршылап алып (туйҙағы һымаҡ), алдан берәү ҡот алып ҡаса. Уның артынан һыбай барған ҡоҙалар ҡыуалар. Ҡаршы сыҡҡан кешеләрҙең бер аҙы килгән ҡоҙаларҙың бүректәрен сабышып барғанда ат өҫтөнән талашып, тартып алып ҡасалар; ҡоҙаларҙы яланбаш ауылға алып инәләр.

Ҡоҙалар егет атаһының ишек алдына килеп туҡтау менән, ҡаршы алыусылар уларҙы өйгә алып инәләр. Ауылдың ваҡ балалары ҡоҙаларҙың аттарын һыуытырға (йөрөтөргә) урам буйына алып сығып китәләр.

Ҡоҙалар өйгә инеп ултырыр-ултырмаҫ (туйҙағы һымаҡ) өҫтәренә бауырһаҡ сәсеү була. Шуның артынса сәй, аш ашатылып, кисенә ҡоҙаларҙы егеттең ағай-энеләре үҙле үҙенә таратып алып ҡайталар. Тик баш ҡоҙа ғына үҙенең ҡоҙаһында (егет атаһында) ҡала. Иртәгеһенә егет атаһы ауылдың бик күбен саҡырып ҡунаҡ күрһәтеү була. Шул ҡунаҡ күрһәткән ваҡытта егеттең әсәһе ҡоҙағыйҙар килтергән бүләк ситсаны ҡунаҡ күреүсе бисәләргә берәр сирек, яртышар аршиндан йыртып, йыртыш өләшә. Ул көндө ҡунаҡ күреүселәрҙең бер нисәһе ҡоҙаларҙы үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырып ала. Иртәгеһенә ҡалын атҡарышыу өсөн килгән ҡунаҡтарҙың тәкәләре ашатылып, тағы бер нисә өйҙә ҡоҙалар ҡунаҡ булып алалар.

Шул рәүешле өсөнсө көн иртә менән бер нисә ерҙә ҡунаҡ булғандан һуң, егет атаһы өйөндә көрәгә ябыу һәм мал тотоу була. Егет атаһы тарафынан мал һуғыу өсөн башына яулыҡ бәйләнеп бер ҡороҡ әҙерләнеп ҡуйылған була. Шул ҡороҡто алып ҡоҙалар тышҡа мал араһына сығалар. Унда улар егет атаһы тарафынан никах туйында ҡыҙға һөйләнгән ҡыҙ малын, атаһына бирелгән мал итеп билдәләнеп өйгә инергә киләләр. Ләкин, өй эсенән ишекте берәү бикләп, ҡоҙаларҙы эскә индермәй; өйгә иенргә килгән ҡоҙаларҙан берәү: "Ишекте ас!" – тип ҡысҡыра. Эстән берәү: "Күпме мәһәр ташлайһың?" – тип яуап бирә. Ҡоҙа бер сама менән "Ун биш, йәки егерме, егерме биш һум," – тип ҡысҡыра. Эстән: "Юҡ, ул аҙ," – ти. Инергә килгән ҡоҙа арттыра. Ул тағы: "Аҙ," – ти. Шулай итеп сауҙалаша торғас мәһәр кәметелеү был ҡоҙаның өлөшөнә күрә бер сама ярарлыҡ булһа, эстән ишекте асып, сауҙалашҡан ҡоҙаны өйгә индерә. Уның артынан мал тоторға сыҡҡан икенсе бер ҡоҙа ишеккә килә. Уға ла шул эстән ишек бикле була. Уның артынан өсөнсө ҡоҙа килә. Быларҙың һәр береһенә баштағы ҡоҙа кеүек сауҙалашып мәһәр[1] хаҡын кәметеп өйгә инергә тура килә.

Шул рәүешле ҡоҙаларҙың барыһы ла берәм-берәм өйгә инеп, үҙ урындарына ултыралар. Ләкин, быларҙың алдарына ултыртылған ҡымыҙ йәки сәйҙең өҫтө бер аҡ ситса менән ябыулы булып, уның үҙенә күрә һайлап ҡуйылған кешеһе була. Ул алға ултырған ҡымыҙ йәки сәйҙе ҡарай, уны асырға һис бер кешегә рөхсәт итмәй.

Шул ваҡыт егет атаһы тарафынан ҡоҙа һыйлап йөрөгән кешеләр түрҙә ултырған ҡоҙаларҙы берәм-берәм урындарынан һөйрәп торғоҙоп, үҙҙәре уларҙың урындарына түргә ултыралар. Ҡоҙалар аяҡ үрә тороп, түргә ултырған кешеләрҙе хөрмәтләргә, уларҙы ауыҙы ябылған ҡымыҙ йәки сәйҙе мәһәр хаҡын кәметеп һатып алып, ҡунаҡ итәргә тейештәр.

Алға ултыртылған ҡымыҙ йәки сәй ҡалын алырға килгән ҡоҙалар тарафынан мәһәр хаҡын кәметеп, һатып алынғас, араларынан берәү түрҙә ҡунаҡ булып ултырған кешеләргә берәр туҫтаған (туҫтаҡ. – Г.А.) ҡымыҙ йәки берәр сынаяҡ сәй яһап бирә. Ҡалғандары аяҡ өҫтөнә баҫып, тәбиғи ҡунаҡ хөкөмөндә олуғлап йырлайҙар, бейейҙәр, ҡурай уйнайҙар, үҙҙәренә күрә хөрмәт итәләр. Шул рәүешсә түрҙә ултырған кешеләр берәр алдыр ҡымыҙ йәки берәр сынаяҡ сәй эскәндән һуң аяҡ өҫтөнә баҫып торған ҡоҙалар кире үҙ урындарына ултыралар. Түрҙәгеләр әүәлгесә уларҙы ҡунаҡ итеп, хөрмәтләп, аяҡ өҫтө торалар. Ошо ҡымыҙ йәки сәй эсеүгә "көрәгә ябыу" тип йөрөтәләр.

Был эш ҡоҙағыйҙар араһында ла ошо тәртиптә була. Ләкин, улар тышҡа сығып мал тотоп, мәһәр кәметеп йөрөмәйҙәр, мәшәҡәтләнмәйҙәр.

Көрәгә ябыу (ҡымыҙҙы йәки сәйҙе эселеп) бөтә. Бының артынан (туйҙағы һымаҡ) ат саптырыу, батырҙар, балалар көрәштереү һәм сапҡан аттарҙың алда килгәндәренә, көрәшкән батырҙарҙың йыҡҡандарына (ҡалын биреүсенең хәленә ҡарап), алда килгән атҡа ат, тай, яҡшы сапан, булмаһа ҡуй, кәзә, һарыҡ вә башҡа нәмәләр биреү, батырҙарға күлмәклек ситса, йыртыш, аҡса биреүҙәр була. Шул көндөң кисенә һаба урлау[2] була.

Һаба урлағанда ҡоҙа һәм ҡоҙағый булып килгән кешеләр кис, ҡараңғы төшкәс, егет атаһы тарафынан ҡунаҡ күрһәтелгән кешеләрҙең барыһына ла ирҙәр үҙҙәре бер башҡа, бисәләр үҙҙәренә икенсе башҡа йыйылып өй беренсә аш-һыу йыярға йөрөйҙәр. Быларҙың йырлаусылары һәр бер өйҙөң тәҙрә төбөнә барып фәҡәт йырлау хеҙмәте үтәһәләр, ҡурайсылары ҡурай тартыу, бер-икеһе ҡап алып бирелгән аш-һыу йыйыу хеҙмәтен үтәй.

Ғәҙәттә былар өйгә кермәйҙәр. Тик тәҙрә төбөнә килеп, ҡурай менән ҡушлап йырлайҙар ғына. Өй хужаһы быларҙың килерен белеп, алдан әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып ҡына биреп ебәрә. Ҡайһы берәүҙәр сабанланып үҙенең әҙерләп ҡуйған ашамлыҡтарын сығарып бирмәгәндә генә аш-һыу йыйыусылар өйгә кереп, биргән нәмәләрен алып сығырға мәжбүр булалар.

Шул рәүешсә һаба урлаусылар һәр бер өйҙә булып уҙғандан һуң, ирҙәр бер башҡа, бисәләр үҙҙәренә бер башҡа айырым аулаҡ өйгә барып, йыйылған ашамлыҡтар менән үҙ-ара ҡунаҡ булышалар, уйын-көлкө яһайҙар.

Иртәгеһенә егет атаһы тарафынан ҡоҙалар оҙатылалар. Ләкин, баш ҡоҙа егет атаһында ҡалып, яңынан тағы бер өс-дүрт көн ҡунаҡ була.

 

Ҡыҙ оҙатыу йәки ҡыҙ урлау

 Егет үҙенең кәләшенә ҡушылып өс-дүрт тапҡыр ҡунаҡ булғандан һуң, ҡалын биреп ҡыҙҙы оҙатып алыу егет өсөн ауыр булырлыҡ булһа, үҙенең кәләшен үҙе ҡайын аталарынан урлап, төндә алып ҡасарға мәжбүр була. Ләкин ҡыҙ урлау бик үк уңай булмай. Күп ваҡытта ҡайын әсәһе кейәү менән уның эйәрен һәм атын бикләп, йоҙаҡлап, ҡыҙҙың арыуыраҡ кейемдәрен йәшереп һәм үҙе кейәү ҡыҙҙы урлап алып китмәһен тип, ҡарауыллап сыға. Әгәр кейәү ҡыҙҙы урлап алып китәргә әҙерләнгәндә тотолһа, ҡайын ағалары тарафынан туҡмалып та ҡуя. Шуның өсөн ҡыҙ урлау берәр кешенең йоҙағын ватып әйберен урлауҙан бер ҙә кәм булмай.

Кейәү ҡыҙ урларға булғанда шул ауылда булған үҙенең бер яҡын иптәшенә ат әҙерләп ҡуярға әйтеп ҡуя. Ул үҙенең атын-арбаһын йәки кейәүҙең атын, әйберҙәрен бикле еренән урлап алып әҙерләй. Кейәүҙең әйткән еренә барып тора. Кейәү, ҡыҙ риза булғанда, үҙенең уны алып китәргә әҙерләнгәнен әйтеп, ҡыҙҙы үҙенә күрә кейендереп алып сығып китә. Әгәр ҡыҙ бер ҙә риза булмаҫтай булһа, тышҡа бергә сыҡҡан кеше булып, тышҡа сыҡҡас өҫтөндә булған күлмәге менән генә көсләп алып китә. Ошолай эшләмәгәндә ҡыҙҙы оҙатып алырға кәрәк була.

Ҡыҙ оҙатҡанда кейәүҙең ата-әсәһе, йә булмаһа кейәү үҙе ҡыҙ атаһына ҡунаҡ булып, ҡыҙға һөйләнелгән бер ҡат кейем, яҫтыҡ, юрған, сымылдыҡ кеүек кейем-һалым әйберҙәренең барыһын да алып килеп, ҡыҙ атаһында өс-дүрт көн ҡунаҡ була.

Ҡыҙ оҙата торған көн ҡыҙ атаһының ишек алдына ҡыҙ-ҡырҡым (ҡыҙ-ҡырҡын. – Г.А.), бала-саға килеп тула. Өйҙә ҡыҙ үҙенең иптәштәре менән ҡосаҡлашып илаша башлай. Ҡыҙҙың еңгәләре уларҙы әрсәләп алып, ҡыҙҙы кейендерергә, уны юлға сығарға әҙерләргә булалар. Ләкин ҡыҙҙар бер-береһенән айырылмай, үҙҙәренең илауҙарын дауам итәләр, ул ара аранан бер йырға оҫтараҡ килен, илашҡан ҡыҙҙарҙы үсекләгән, оҙатыла торған ҡыҙға атаһының өйөндә һуңғы минут үткәргәнен иҫенә төшөрөргә теләгән һымаҡ, оҙон, моңло көй менән йырларға тотона. Ат егелә. Ҡыҙҙы көсләп кейендереп өйҙән алып сығалар. Ҡыҙҙың сыҡҡанын көтөп торған ҡыҙ-ҡырҡым, бала-саға уның сығыуы менән киленән сыҡҡан инә ҡорт һымаҡ итеп уратып алалар. Уның өҫтөнә сымылдыҡ йәки шаршау күтәреп оҙатырға алып сығып китәләр. Ҡыҙ һаман үҙенең иптәштәре менән күмәк ҡыҙ-ҡатын араһында ҡосаҡлашып илаша-илаша бара. Быларҙың артынан ҡыҙ һәм егет атаһы үҙҙәренең арбаларына ултырып килеп, күмәк ҡыҙ-ҡатын араһынан оҙатылып барған киленде арбаға ултыртып алалар, ғәҙәттә ҡыҙ (кейәүе булмағанда) үҙенең атаһының арбаһына ултыра. Әгәр атаһының яҡын туғаны ҡыҙҙы оҙатышып барһа, ул ваҡыт шул ағаһының арбаһына ултыра. Киленде оҙатышып килгән ҡыҙ-ҡатын килен арбаға ултырыу менән ҡоҙаның (егет атаһы) атының башынан алып, килендең баш таңыу (һыйҙар менән оҙатыу. – Г.А.) итеп йыйылып сәй эсеү өсөн аҡса һорайҙар, аҡса бирмәй тороп уны ебәрмәйҙәр.

Шул рәүешле егет атаһы киленен оҙатып ауылға ҡайтыуға, ауылдан ҡыҙ-ҡатын киленде ҡаршы алыу өсөн яланға сығып торалар. Һәм килен килеп етеү менән уны арбанан төшөрөп алып[3], йәйәү (оҙатылып киткәндәге кеүек ҡатын-ҡыҙ бер ергә өйөлөп, өҫкә сымылдыҡ күтәреп) ауылға алып инәләр, былар егет атаһының өйөнә килеп еткәс, килен булып килгән ҡыҙ өйгә инмәй тора. Күмәк ҡатын-ҡыҙ араһынан кемдә булһа берәү: "Килен инмәй", – тип ҡысҡыра. Өйҙән егеттең әсәһе: "Бер һарыҡ" йәки "Бер башмаҡ", – ти. Әгәр мал биргеһе килмәһә: "Йыуғыс менән ҡырғыс", – ти. Шунан килен өйгә кереп ултыра; ул көн бер нәмә лә эшләмәй, ҡунаҡ була.

Иртәгеһенә килендең балдыҙҙары, бикәстәре йыйылып, килендең билен быуҙырып, уны эсәргә ала торған һыуҙы күрһәтер өсөн яҡындағы бер ҡоҙоҡҡа алып барып, шунан бер көйәнтә һыу күтәртеп алып ҡайталар. Быға, "киленде һыуға башлау", тип йөрөтәләр. Килен шул үҙе менән бергә барған яҡын балдыҙҙарына йөҙөк өләшә. Яҡын ҡәйнеш тейеш кешеләренә балдаҡ бирә.

Шунан һуң, килендең ҡайын инәһе тарафынан үҙҙәренең тирә-күрше ҡатындары саҡырылып, килен күрһәтелә. Килгән бисәләр килендең аяҡ алыштарын, эшләгәндә ипле, сымырый булғанлығын, ҡулы буш торғанда аяҡ өҫтө баҫып ҡунаҡтарҙы хөрмәт итә белеүен йәки белмәүен, биленең быуыулы һәм нисек быуылғанлығын, өҫтө-башына кейгән кейемдәренең таҙа булып-булмауҙарын барын да энәһенән ебенә хәтле тикшереп, үҙҙәренсә килендең тәртипле-тәртипһеҙ, тәрбиәле-тәрбиәһеҙ булғанлығын тикшерәләр. Әгәр ҡулы бушаған саҡта килен берәр урынға һөйәлеп торһа, әрле-бирле балдыҙ йәки ҡәйнештәре менән күберәк һөйләшһә: "Был килен ус ялатмаҫ, ауыҙы-башы остаңлап күп һөйләй, һөйәлеп тора, ялҡау булыр," – тип тә китәләр.

Шул көндән алып килен һис бер ваҡыт та өҫтөнә кәзәки йәки елән кеймәй. Ялан күлмәк көйөнсә (асыҡ күлдәк менән. – Г.А.), башына яулыҡ (ҙур йоҡа шәл) ябынмайынса, билен быумайынса йөрөргә тейешле түгел. Һәр көн ул бөтә кешеләрҙән иртә торорға, бөтә кешеләрҙән һуң ятырға тейеш.

Йомошҡа, һыуға барғанда урамда һис бер кеше менән һөйләшеп, барған ерендә оҙаҡлап торорға тейешле булмаған кеүек, үҙенә ҡәйнеш булмаған ир кешенең һис берәүһенең (алыҫ булғанда) алдынан үтәргә хаҡлы түгел. Ул бер йылға саҡлы ҡол рәүешендә эшләргә, һорамайынса бер ергә лә бармаҫҡа, йәштәр уйнаған ергә лә йүнләп йөрөмәҫкә, өйҙә ҡапланып, йәшенеп кенә эшләргә, ашарға тейешле. Тик уның өсөн бер генә хөрлөк булһа, ул да килен булған кеше үҙ ҡәйнештәре менән теләһә нисек һөйләшә, мыҫҡыллаша, шаяра, яғалаша, көсө етһә, уларҙы йығып теләһә нисек мыҫҡыл итә. Ул хаҡта уны берәү ҙә ғәйепләмәй, килен ул турала хөррә (ирекле, азат. – Г.А.) була.

Мәҡәләне ғәрәп графикаһынан транслитерация эшләп, баҫмаға әҙерләне:

Гөлнара АБДРАФИҠОВА (ҒАРИПОВА),

Рәсәй Фәндәр Академияһының  Өфө ғилми-тикшеренеү институты  әҙәбиәт бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты.

 

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

Баишев Т.Г. Некоторые материалы по говору башкир, проживающих в Саратовской и Куйбышевской областях  // Вопросы башкирской филологии. Посвящается памяти Н.К. Дмитриева. М.: Изд-во АН СССР, 1959. – 160 с. – С. 136-152. (на башк. яз.)

 

Беҙҙең белешмә

Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы 1892 йылдың 24 сентябрендә Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Хәҙерге башҡорт теле фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан.
1929-1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк  Башҡарма  Комитеты  ағзаһы булған.
1918-1919 йылдарҙа Ташбулат-Күстән ауыл советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир һәм инспектор булып эшләгән.
Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса 1924 йылдан Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытҡан.
1929-1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡый. Унда ғәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәгән.
1931 йылдан  К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлаған.
1920-30-сы йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтырған, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөгән. 1930 йылда Ғ.Й.Дәүләтшин «Башҡорт теленең орфографик  һүҙлеге»н баҫтырған, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, артабан «Башҡорт теленең синтаксисы» кеүек китаптар ижад иткән.
Ғөмүмән, Ғәббәс Дәүләтшин — башҡорт тел ғилеме фәненә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес.
1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы булған.
1937 йылда репрессиялана, атыуға хөкөм ителгән. 1956 йылда тулыһынса аҡланған.

 

 

 

 

 

[1] Мәһәр – никах туйында егет атаһына һалынған мәһәрҙең бер аҙы баштуҡ ҡыҙ атаһы тарафынан алына. Ҡалғаны ошо көрәгә япҡанда кәметелеп ташлана торған һалым мәһәр була. – Ғ.Д.

[2] Һаба урлау – боронораҡ халыҡ бай, ҡымыҙ күп ваҡыттарҙа туйҙа күберәк ҡымыҙ эсеү, ҡоҙаларҙы күберәк ҡымыҙ менән һыйлау менән мәшғүл булғандар. Ике-өс көн ҡунаҡ булып, ҡалынға ҡатышҡан ҡунаҡ һыйлаусыларҙың ҡымыҙҙары бөтә башлау сәбәпле, ҡымыҙ эсеп енләнеп алған халыҡҡа алға килгән ҡымыҙ бөтөүгә өй беренсә йөрөп, ҡымыҙ йыярға тура килгәнлектән, шул ғәҙәт был һуңғы ваҡыттарға саҡлы ҡымыҙ булмаһа ла, уның урынына башҡа ашамлыҡ нәмәләр йөрөп йыйыу; йыйылған ашамлыҡтарҙы бер аулаҡ өйҙә күмәкләп ашау-эсеү ғәҙәт булып ҡалғандар. Һаба урлау мәғәнәһе лә шул ҡымыҙ йыйыу мәғәнәһен аңлата. – Ғ.Д.

[3] Әгәр килен шул үҙ ауылына бирелгән булһа, киленде оҙатып килгән ҡатын-ҡыҙ киленде ҡаршы алырға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙ араһынан киленгә еңгә тейеш берәү йырламай тороп, уны бирмәйҙәр. – Ғ.Д.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: