+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
29 Сентябрь 2021, 10:39

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асылды

Ҡәнзәфәр бей –башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Мең ырыуы башлығы. Мең башҡорттары уның етәкселегендә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында әүҙем ҡатнашҡан.

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асылды
Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асылды


Шишмә ҡасабаһында Ҡәнзәфәр бейҙең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған фәнни-ғәмәли кәңәшмә үтте. Бюсты асыу тантанаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, «Мең ырыуҙары» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, урындағы халыҡ һәм тарихи шәхестең нәҫеле ҡатнашты. Тантанаға һәйкәл авторы скульптор, хоҡуҡсы, юридик фәндәр докторы Рафаил Зиннуров та килде. Әйткәндәй, Рафаил Зиннуровтың башҡорт халҡың бөйөк шәхестәренә арналға эштәре Башҡортостандың 7 районында урынлашҡан.

Ҡәнзәфәр бей –башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, Мең ырыуы башлығы. Мең башҡорттары уның етәкселегендә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуында әүҙем ҡатнашҡан.

Тап Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорттар исеменән Аҡ батшаға барыуы, меңлеләрҙе туплауы тураһында бар мәғлүмәт шәжәрәләрҙә теркәлгән, ти тарихсылар. Легендар шәхес Ябалаҡлы ауылында ерләнгән.

 

Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асылды
Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында Ҡәнзәфәр бейгә бюст асылды
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: