Был көн тарихта.
Америкала беренсе гидроэлектростанция эшләй башлай (1882)
Инглиз микробиологы Александр Флеминг пенициллин уйлап таба (1928)
177 км оҙонлоғондағы Өфө-Стәрлетамаҡ-Ишимбай тимер юлы төҙөлөшө тамамлана (1934)
Беренсе атом һыу аҫты кәмәһе «Наутилус» сафҡа инә (1954)
Израилдә яңы валюта шекель индерелә (1980)Тыуған көндәр. Яҙыусылар Имай Насыри (1898—29.03.1942), Әхнәф Байрамов (1923—18.02.2010), журналист һәм яҙыусы Ризван Хажиев (1939—27.10.2013), Башҡортостан Республикаһының мәғариф hәм фән министры Хажин Айбулат Вәкил улы (1973), Рәсәй гимнасы Әлиә Мостафина (1994) һ.б.
Һөнәри байрамдар.
Халыҡ-ара тәржемәселәр көнө