2021 йылдың 8 октябрендә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеүҙә булышлыҡ итеү Үҙәген рәсми рәүештә асыу буласаҡ. Үҙәк дөйөм белем биреү, мәктәпкәсә белем биреү, өҫтәмә белем биреү ойошмаларының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт йәмғиәт ойошмалары вәкилдәренә мәғлүмәти, фәнни-методик, кәңәш биреү ярҙамы күрһәтеү маҡсатынан ойошторола.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты педагогтары башҡорт теле буйынса төбәк үҙенсәлектәре иҫәпкә алынған шәхси программалар, уҡыу әсбаптары авторҙары булараҡ сығыш яһаясаҡ, онлайн-дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив уҡыуҙар үткәрәсәк. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт йәкшәмбе мәктәптәре селтәрҙәре эшләп тороуында булышлыҡ итәсәктәр.
Был белем биреү формаһы программаһын тормошҡа ашырыуҙа мәктәп-партнерҙар булып, Татарстан Республикаһы, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, ХМАО-Югра дөйөм белем биреү ойошмалары тора.
Беренсе дәрес шунда уҡ, Үҙәкте рәсми асыу тантанаһынан һуң, 2021 йылдың 8 октябрендә була.