+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
8 Октябрь 2021, 13:05

Журналистар Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн Өфөлә, Матбуғат йорто алдында яҙыусы, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы булды.

Шәһит Хоҙайбирҙиндың тыуған көнөнә арналған сарала республика Журналистар Союзы председателе Вәдүт Исхаҡов,  ДУП “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто  медиа-директоры Айнар Байбулатов, республика баҫмаларының баш мөхәррирҙәре һәм хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Вәдүт Исхаҡов Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормош юлындағы мөһим этаптарын, шәхес булараҡ башҡорт журналистикаһы тарихында уның әһәмиәтен билдәләп китте.

Шәһит Хоҙайбирҙин дәүләт премияһына лайыҡ булыусылар исеменән “Башинформ” агентствоһының әҙәбиәт редакторы Алик Шакиров  сығыш яһаны.

Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йыл (1896 — 1924)  ғүмер кисерһә лә уның исеме республика йыльяҙмаһына ингән. Ул ҡатмарлы тарихи осорҙа йәшәй һәм эшләй, бөтөн көсөн һәм ғүмерен тыуған Башҡортостаны сәскә атыуына бағышлай.  Башҡорт телен дәүләт теле статусы биреүҙә лә күп эштәр атҡара. Дәүләт эштәре менән мәшғүл булыуына ҡарамаҫтан әҙәби ижад менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба.  Актуаллеген бөгөн дә юғалтмаған үҙенең әҫәрҙәрендә әҙип, Башҡортостандың ялҡынлы патриоты булараҡ сығыш яһай.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: