+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
10 Октябрь 2021, 12:10

Башҡорт тирмәһе

Борон башҡорт халҡының хужалығында төп кәсеп малсылыҡ булған. Өйөр-өйөр йылҡылары, һыйыр, кәзә-һарыҡтары булған уларҙың. Меңәрләгән баш малды аҫырау өсөн яҙҙан алып көҙгә тиклем башҡорттар йәйләүҙәргә сығыр булған.

Башҡорт тирмәһе
Башҡорт тирмәһе

Борон башҡорт халҡының хужалығында төп кәсеп малсылыҡ булған. Өйөр-өйөр йылҡылары, һыйыр, кәзә-һарыҡтары булған уларҙың. Меңәрләгән баш малды аҫырау өсөн яҙҙан алып көҙгә тиклем башҡорттар йәйләүҙәргә сығыр булған. Дөрөҫөрәге, яҙ көнө яҙлау еренә (көтөүлеккә), унан йәй етеү менән йәйләүгә, артабан көҙләү ерҙәренә малды алып барғандар. Ни өсөн башҡорттар шулай күсеп йөрөгән? Сөнки меңәрләгән баш малды бер урында ғына, мәҫәлән, ауыл янында ғына көтөү мөмкин түгел. Мал тиҙ арала үләнде ашап бөтәсәк. Шуға күрә, башҡорттар үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә яҙлау, йәйләү һәм көҙләүгә күсеп йөрөгән. Ҡышын ауылда йәшәгән. Һәр бер ауылдың мал көтөү өсөн яҙлау, йәйләү, көҙләү ерҙәре (көтөүлектәре) булған. Бер ауылдың кешеләре икенсе ауылдың ерҙәренә малын сығара алмаған.

Ауылда ағас йорттарҙа йәшәгәндәр, ә бына йәйләүҙә ваҡытлыса йәшәү өсөн тирмәһе файҙаланғандар. Тирмә һүҙе тиреп ҡора торған ваҡытлыса йорт икәнен үҙе үк әйтеп тора. Тирмәне башҡорттар ғына түгел, малсылыҡ менән шөғөлләнгән күп кенә халыҡтар файҙаланған: ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, төрөкмәндәр, ҡалмыҡтар һәм башҡа халыҡтар.

Башҡорттарҙа ике төрлө тирмә таралған булған. Береһе, тарихи әҙәбиәттә монгол тирмәһе исеме менән аталған, икенсеһе – төрки тирмәһе. Монгол тирмәһе төньяҡ-көнсығыш Башҡортостанда ғына файҙаланылған. Был тирмә дүрт, йәки алты рәшәткә формаһындағы нәҙек ағастарҙан ҡоролған. Уны башҡорттар кирәгә (ҡанат) тип атаған. Ишек менән бергә кирәгә (ҡанат) тирмәнең түңәрәк стенаһын булдырған. Тирмәнең түбәһе 60–80 нәҙек оҙон, башы осло ағастарҙан торған. Улар уҡ тип аталған. Уҡтарҙың осо сағыраҡҡа беркетелеп ҡуйылған.

Тирмәне ҡорғанда тәүҙә уның кирәгәләрен (рәшәтке формаһындағы ағастарҙы) ҡуйғандар. Улар бер-береһенә бау менән бәйләнгән. Уларға ағас ишек беркеткәндәр. Тирмә ныҡ торһон өсөн киргәләрҙе (ҡанаттарҙы) ҡаҙыҡ менән нығытҡандар. Ике ҡаҙыҡ тирмәнең ишеген тотоп торған. Тирмәнең ҡанаттарын ҡорған уны киң кейеҙ таҫма менән уратып нығытып ҡуйғандар. Был таҫма кирәгә башы йәки баш ҡор тип аталған. Йә булмаһа ат ялынан ишелгән арҡан менән бәйләгәндәр. Таҫма йәки арҡан тирмәне емерелеп китеүҙән һаҡлаған. Тирмәнең каркасы ҡоролғас, уны кейеҙ менән ҡаплағандар. Кейеҙҙе ҡылдан ишелгән арҡан менән бәйләп нығытып ҡуйғандар. Тирмәнең түбәһендәге сағыраҡты ҡаплап торған дүртмөйөш кейеҙҙе генә бәйләмәгәндәр. Был кейеҙ төнлөк тип исемләнгән. Йәғни төндә, йәки ямғырлыҡ көндә уны ябып ҡуйыр булғандар. Ә көндөҙ уны оҙон, нәҙек һайған менән асып ҡуйғандар. Был һайғауҙы һарғауыл тип атағандар. Тирмәгә сағыраҡ аша яҡтылыҡ төшкән, эсе елләнгән. Кейеҙ эҫене үткәрмәгән, елдән һаҡлаған, ямғыр ҙа үтмәгән. Елләтеү өсөн тирмәне уратҡан кейеҙҙең аҫҡы өлөшөн әҙерәк асыр булғандар.

Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары монгол тибындағы тирмә файҙаланһа, ҡалған башҡорттар төрки тирмәһен файҙаланған. Төрки тирмәһе монгол тирмәһенән нимәһе менән айырылған һуң? Тәү сиратта, формаһы менән. Монгол тибындағы тирмәнең өҫкө яғы конус формаһында булһа, төрки тирмәһе ярымсфера рәүешендә булған һәм уның уҡтары төҙ түгел, бөгөлөп көмбәҙ формаһын килтергән. Тағы бер айырмаһы ишектә. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының тирмәһендә бер яҡлы ғына ишек булһа, төрки тирмәһендә ике яҡлы ишек ҡуйылған. Бынан тыш, төрки тирмәһе монгол тирмәһенән күпкә ҙурыраҡ булған. Уның диаметры 8, хатта 9 метр булһа, монгол тибындағы тирмәнең диаметры 6 метрҙан да артмаған.

Тирмәнең эсе шаршау менән ике өлөшкә бүленгән булған. Ингәс тә уң яҡ өлөшө ҡатын-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән, икенсе, киңерәк яғы – ир-аттыҡы һаналған. Бында, ғәҙәттә, ҡунаҡ һыйлағандар. Тирмәнең кирәгәләре төрлө сигелгән төҫлө таҫтамалдар менән биҙәлгән, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың биҙәүестәре эленгән (һаҡал, селтәр, яға). Ишек янында, һул яҡта аттың эйәр-өпсөндәре һалынған. Тирмәнең эсендә кейеҙ түшәлгән. Ишеккә ҡаршы тирмәнең стенаһы янында һандыҡ аяғында һандыҡ торған. Һандыҡ өҫтөндә юрған, яҫтыҡ (мендәр) һалынған. Улар урын таҫмаһы менән бәйләп ҡуйылған. Һандыҡта ҡатын-ҡыҙҙар кәрәк-яраҡтары һаҡланған. Ишектән уң яҡта һаба аяғы өҫтөндә йылҡы тиреһенән эшләнгән ҙур ҡымыҙ һауыты – һаба торған. Унда көн һайын яңы һауылған бейә һөтөн өҫтәп торғандар. Һабала бер ҡасан да ҡымыҙ бөтмәгән. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ яғында аш-һыу әҙерләү өсөн башҡа һауыт-һаба булған. Борон аш-һыу әҙерләү өсөн тирмәнең уртаһында балсыҡтан ут урыны эшләгәндәр. Шунда усаҡ яғып тамаҡ бешергәндәр, ҡорот киптергәндәр. Һыуыҡ көндәрҙә, көҙләүҙә торған мәлдәрҙә усаҡ тирмәне йылытҡан.

Тирмә башҡорт тарихының айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бөгөндә тирмәне байрамдарҙа, һабантуйҙарҙа файҙаланалар. Сөнки уны ҡороуы, тиреүе еңел. Тирмәләр Өфөнөң “Ватан” этнопаркында ла ҡуйылған. Ул баш ҡалабыҙҙың күркәм биҙәге булып тора.

 

Азат ЮЛАН, тарихсы.

 

ҺҮРӘТТӘРҘӘ:

  1. Төрки һәм монгол тибындағы башҡорт тирмәләре. 20-се быуат башы фотографияһы.
  2. Монгол тибындағы башҡорт тирмәһенең каркасы. 20-се быуат башы фотографияһы.
  3. Башҡорт ғаиләһе тирмә эсендә. 20-се быуат башы фотографияһы.
  4. Башҡорт тирмәһенең ҡатын-ҡыҙ яғында. 20-се быуат башы фотографияһы.
Башҡорт тирмәһе
Башҡорт тирмәһе
Башҡорт тирмәһе
Башҡорт тирмәһе
Башҡорт тирмәһе
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: