+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
6 Ноябрь 2021, 10:40

Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе

Борон-борондан малсылыҡ менән көн иткән башҡорт хаҡында һарыҡ йөнөнән әйберҙәр эшләү кәсебе үҫешкән булған. Беҙҙең ата-бабалар кәзә йөнөнән йомшаҡ, мамыҡ кеүек дебет шәлдәр бәйләгәндәр. Ә һарыҡ йөнөнән кейеҙ баҫҡандар. Кейеҙҙе түшәк рәүешендә генә түгел, ә тирмәне ҡаплау өсөн дә ҡулланғандар.

Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе

Кейеҙҙән ҡапланған тирмә ямғыр үткәрмәгән, эстә йылы тотҡан.

Бынан тыш, һарыҡ йөнөнән, кәзә ҡылынан матур-матур балаҫтар һуҡҡандар. Бының өсөн тәүҙә һарыҡ йөнөн йыуып, махсус ағас тараҡ менән иләгәндәр (6-сы һүрәт). Шунан ҡолғаға (1, 5 мтер оҙонлоҡтағы таяҡ) ҡуйып иләнгән йөндән орсоҡ ярҙамында еп эшләгәндәр. Йөндө орсоҡҡа бәйләп өйөрөлтөп еп яһағандар. Борон башҡорттар балаҫ һуғыу өсөн иләнгән ептәргә төрлө төҫ биреү өсөн үҙҙәре буяу әҙерләгәндәр. Мәҫәлән, ҡыҙыл буяу өсөн ҡыҙыл тамыр үләнен (урыҫса үлән Марена красильная тип атала, 1-се һүрәтте ҡарағыҙ), һары буяу өсөн – һыйыр теле үләнен (урыҫса – серпуса красильная, 2-се һүрәтте ҡарағыҙ), ә йәшел төҫтәге буяу эшәү өсөн көкөрт үләнен (урыҫса плаун, 3-сө һүрәтте ҡарағыҙ) ҡулланғандар. Ҡыҙыл буяу әҙерләү өсөн ҡыҙыл тамыр үләненең тамырын киптереп, ваҡлап һыуҙа ҡайнатҡандар һәм һелте (урыҫса щелоч) ҡушҡандар. Һелтене, башҡорттар, ғәҙәттә, утындан ҡалған көлдө ҡайнатып әҙерләгәндәр. Ҡыҙыл тамыр төнәтмәһенә һелте ҡушҡас сағыу ҡыҙыл буяу килеп сыҡҡан.

Йөн ептәрҙе йәшел төҫкә буяу өсөн, тәүҙә көкөрт үләненән серетмә әҙерләгәндәр. Йәғни үләнде һыуға һалып сереткәндәр. Үләндең һуты (төҫө) һыуға һеңгән. Серетмәне тиҙерәк әсетеү өсөн ҡайһы осраҡта әсүташ (урыҫса квасцы) ҡушҡандар. Ҡайһы саҡта көкөрт үләне урынына артыш (урыҫса можевельник) ағасының һабаҡтарын ҡулланғандар.

Йөндө һарыу төҫкә буяу өсөн башҡорттар һыйыр теле үләненең һабаҡтарын ҡаҙанда ҡайнатыр булғандар. Тәүҙә көкөрт үләне төнәтмәһенә һалынған йөндө, 15 минутҡа һыйыр теле үләненән әҙерләнгән шыйыҡсала тотҡандар. Шул реүәшле йөн һары төҫкә ингән.

Йөн ептәрҙе төрлө төҫкә буяғандан һуң уларҙы киптереп, балаҫ һуғыу станогында балаҫ эшләгәндәр. Балаҫ һуғыу станогы башҡорттарҙа урынағас тип аталған (4-се, 5-се һүрәтте ҡарағыҙ). Урынағастың (станоктың) рамы (һөлдәһе) бер-береһенә беркетелгән дүрт ағас бағананан торған. Станоктың артҡы бейек бағаналарына өйөрөлөп торған вал (күсәр) беркетелгән. Ул айыубаш тип аталған. Тараҡ менән көрөҫ ебен (балаҫ ептәрен беркетә торған ҡыл) станоктың артҡы бағаналарына беркетелгән ағасҡа нығытылған булған. Ул ҡалтырса сығыр, тип аталған. Станоктың тарағы йоҡа ғына ағас таптарынан эшләнгән. Ғәҙәттә, балаҫты һуғыу өсөн, йәғни балаҫ йөндәрен беркетеү өсөн аттың йәки кәзәнең ҡылын ҡулланғандар. Ул көрөҫ ебе тип аталған. Һуғылған балаҫты урау өсөн станоктың алдында торған вал борғоса тип исемләнгән. Борғоса тыйғысы тип аталған махсус рычаг менән тығытылған булған. Башҡорттар ошондай уҡ станокта киндер, етендән туҡымалар етештергәндәр. Кәрәк саҡта урынағастың (станоктың) тарағын һәм көрөҫ ебен алмаштырып балаҫ һуҡҡандар, тип яҙа этнограф С.Руденко.

Элек балаҫтарҙы бөтә Башҡортостанда һуҡҡандар. Ғәҙәттә, кәзә һәм һарыҡ йөнөнән. Әммә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарында балаҫ һирәкгерәк эшләнгән. Сөнки күскенселәрҙең күпләп килеүе, шул арҡала ерҙәр тарайыу сәбәпле был яҡ башҡорттары малды әҙерәк көтөргә мәжбүр була. Шуға күрә лә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары 20-се быуат башында сепрәктән балаҫ һуға башлайҙар. Көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында балаҫ һуғыш кәсебе башҡа төбәктәрҙән әҙерәк айырылған. Бында рамһыҙ урынағаста (станокта) балаҫ һуғыр булғандар (һүрәтте ҡарағыҙ).

Балаҫты, ғәҙәттә, оҙон таҫма формаһында (18–24 см) һуҡҡандар. Шунан уны кәрәк размерҙа ҡырҡҡандар (ғәҙәттә, 2 метрҙан 3, 5 метрға тиклем). Артабан таҫмаларҙы бергә тегеп балаҫ яһағандар. Бер балаҫта 6-7 балаҫ таҫмаһы беркетелгән. Балаҫтың ҡырҡылған ситтәре төҫлө туҡыма менән тегелгән. Балаҫты, ғәҙәттә, урындыҡҡа йәйгәндәр. Борон тирмәнең ҡунаҡтар ҡабул итә торған яғында йәйеп һалғандар. Кейеҙгә телегән бәләкәй балаҫтарҙы йоҡлау өсөн түшәк итеп ҡулланғандар.

Башҡорттарҙа борон-борондан көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында буй балаҫ (7-се һүрәт) һуҡҡандар, йәғни балаҫ төҫтәр, биҙәктәр буйлап һалынған (һүрәтте ҡарағыҙ). Бындай балаҫтар Дим буйы башҡорттарында ла булған. Ғафури, Ишембайы райондары һәм көньяҡтараҡ башҡорттар урынағаста (станокта) 70 санмитметр киңлегендәге арҡыры балаҫтар (8-сө һүрәт) һуҡҡандар (һүрәтте ҡарағыҙ).

20-се быуаттан көньяҡ-көнбайыш Башҡортостанда буй балаҫ урынына сағыу орнаменталь композициялы төрлө конфинурациялағы геометрик биҙәктәр ҡулланып балаҫтар эшләй ашлағандар. Бында балаҫтар келәм йәки аҫалы балаҫ тип йөрөтөлә (9-сы һүрәт). Бөгөнгө көндә лә Дим, Ағиҙел йылғалары буйлап йәшәгән көньяҡ-көнбайыш башҡорттарында сағыу балаҫтар һуғыу йолаһы ҙур үҫеш алған.

Балаҫ һуғыу кәсебе башҡорт халҡының сал быуаттарҙан килгән бай матди мәҙәниәтенең сағыу өлгөһө булып тора.

 

Азат ЮЛАН.

Һүрәттәр.

  1. Ҡыҙыл тамыр үләне.
  2. Һыйыр теле үләне.
  3. Көкөрт үләне.
  4. Урынағас (Башҡортостан Республикаһының Милли музейынан).
  5. Урынағаста балаҫ һуғыу. 20-се быуат башы. Балаҡатай башҡорттары (Төньяҡ-көнсығыш Башҡортостан).
  6. Йөн иләү тарағы. 20-се быуат башы. Түңгәүер башҡорттарыныҡы.
  7. Буй балаҫтар. Көньяҡ-көнсығыш Башҡортостан.
  8. Арҡыры балаҫ. Ишембай районы.
  9. Аҫалы балаҫ (келәм). Урал алды райондары.
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Башҡорт халҡында балаҫ һуғыу кәсебе
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: