-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
12 Ноябрь 2021, 11:16

Ике төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләй

Өфөлә «Билдәле рәсәйлеләр — Ғәйнә башҡорттары» тип аталған түңәрәк өҫтәл булып үтте.

Ике төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләй
Ике төбәкте сиктәр генә түгел, уртаҡ тарих та бәйләй

Унда Башҡортостан Республикаһы һәм Пермь крайы вәкилдәре ҡатнашты. Онлайн сараны ойоштороусылар — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Пермь крайының «Ҡоролтай» башҡорттар төбәк йәмәғәт ойошмаһы.

Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Пермь крайы Губернатор хакимиәтенең милли һәм дини мөнәсәбәттәр департаменты директоры Анастасия Субботина, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Аппараты етәксеһе Рөстәм Баянов, «Ҡоролтай» башҡорттар төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов, тарихсылар, Пермь крайының йәмәғәт ойошмалары, республиканың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Урал Килсенбаев үҙ сығышында Башҡортостан һәм Пермь крайы һәр саҡ ут күршеләр булды һәм уларҙы административ сиктәр генә түгел, ә уртаҡ тарих та тоташтыра, тип билдәләне.

«Пермь крайы биләмәһендә борондан илебеҙгә Исмәғил Тасимов, Туҡтамыш Ижбулатов кеүек арҙаҡлы рәсәйлеләрҙе һәм башҡа шәхестәрҙе биргән Ғәйнә башҡорттары йәшәй.
Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙ менән хеҙмәттәшлек эшебеҙҙә һәр саҡ өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, туған телде өйрәнеү эше Башҡортостан сиктәре аша атлап сыҡты һәм милләттәштәребеҙ йәшәгән һәм уларҙың балалары туған телде өйрәнеүҙе теләгән төбәктәргә барып етте. Быйыл Барҙа районының Елпачиха ауылында йәкшәмбе мәктәбе асылды, башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге лә уңышлы эшләп килә. Әммә милләттәштәр менән хеҙмәттәшлектең уңышлы булыуы урындағы йәмәғәтселектең әүҙемлегенән дә тора.
Был йәһәттән шуны билдәләгем килә: Пермь крайындағы башҡорттар ҡоролтайы әүҙем һәм уңышлы эшләй, уның етәксеһе Рәсил Мөхәмәтйәновҡа айырыуса ҙур рәхмәт. Уларҙың «Ғәйнәләр: минең халҡым, минең телем, минең тарихым» проекты ла ғәйәт уңышлы, уның сиктәрендә бихисап мәҙәни-белем биреү проекттары тормошҡа ашырылған», — тине Урал Таһир улы.

Рөстәм Баянов сығышында Бөтә донъя ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә төрлө тематик йүнәлештәге саралар үтә, тип билдәләне.

«Ғәйнә башҡорттарына килгәндә, Пермь крайында, Кама йылғаһы буйында борон борондан башҡорттар йәшәгән. Төнъяҡ башҡорттар составына ингән Ғәйнә ырыуы иң ҙур һәм боронғо ырыуҙарҙың береһе. Улар башҡаларҙан алдараҡ аҫаба тормошҡа күскән һәм ер эшкәртә башлаған. Тәүгеләрҙән булып үҙ теләктәре менән рус дәүләтенә ҡушылғандар.

Ғәйнәләр башҡорт халҡына данлы улдар бүләк иткән. Улар араһында — билдәле тау сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов, ишан, мәғрифәтсе Ғата хәҙрәт, Пугачёв полковнигы Батырҡай Иткинин, старшина Туҡтамыш Ижбулатов һәм башҡалар.

2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Пермь крайында 32 мең кеше үҙен башҡорт тип билдәләгән. Улар Барҙы, Көйәҙе, Пермь райондарында, Пермь һәм Чернушка ҡалаларында күпләп йәшәй. Пермь крайында егерме йылдан ашыу Рәсил Тимерғазый улы етәкселегендә башҡорттар төбәк ҡоролтайы уңышлы эшләп килә, уның составына 12 урындағы йәмәғәт ойошмаһы инә. Ике төбәк һәм ватандаштар араһында хеҙмәттәшлек артабан да һөҙөмтәле булырына ышанам, — тип Пермь крайы вәкилдәренә мөрәжәғәт итте Рөстәм Сәлим улы.

https://vk.com/kurultaibashkir?w=wall-109622739_42744 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: