+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
25 Ноябрь 2021, 10:27

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Бала бәләкәйҙә - беләккә көс, ҙурайғас – йөрәккә көс. Бала заманына ҡарап тыуа. Бала күңеле – аҡ ҡағыз. Балалы кеше – иң бай кеше.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре

Ағас тамырына ҡарап үҫә.
Каков корень, таков и отпрыск.

Ағасына ҡарата балтаһы.
По дереву и топор.

Ағыу менән дарыу бер заттан.
Лекарство – тот же яд.

Аҙнаһына биш йома.
Семь пятниц на неделе.

Аҙыҡлы ат арымаҫ.
Не лошадь, а корм везет.

Аҙыҡ мулда бисмилла артын ҡыҫа.
Кто нужды не знает, тот и бога забывает.

Ай булмаһа, йондоҙ бар.
Солнца нет, так и месяц светит.

Ай күрҙе, ҡояш алды.
Был, да сплыл.

Ай үтә, йыл үтә, ай әйләнә, көн үтә.
У бога недолго, а у нас тотчас.


Айырылған айыуға, бүленгән бүрегә юлығыр.
Отделившаяся овца – волку корысть.

Айыуҙан ҡасҡан бүрегә. (Һыуҙан сыҡҡан, утҡа төшкән.)
От волка бежал, да на медведя напал.

Айыуҙан ҡурҡҡан урманға бармаған. (Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәгән.)
Волков бояться, в лес не ходить.

Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
И медведя плясать учат.

Айыу сәмләнһә, ҡоралайҙы баҫтырыр.
Задор силы не спрашивает.

Ай яҡтыһы ҡауыштырмаҫ, ҡояш нуры ҡыуандырмаҫ.
Луна не подружит, то и солнце не сведет.

Аҡ күргәндә йотоп ҡал.
Режь да ешь пока подкладывают.


Аҡты ҡарайтыуы еңел.
Белое очернить легко.

Аҡһаҡ ултырмаҫ, һаҡау тик тормаҫ.
Немой не умолкнет, хромой не сядет.

Аҡыл – алтын.
Ум-разум дороже золота.

Аҡыллыға ым да етә. (Аҡыллыға – ишара.)
Умному намек, глупому толчок.

Аҡыллы уйлап ултырғансы, иҫәр эшен бөтөргән.
С умом – подумаем, а без ума –сделаем.

Аҡылһыҙ аҡырып алдырыр.
Дураки горлом берут.

Аҡылыңды өскә бүл: берен һөйлә, икеһе эстә торһон.
Не все вслух да в голос.

Аҡ эт бәләһе ҡара эткә.
Били Фому за Еремину вину.

Ала ҡарҙа аласағың булһын.
За богом должок не пропадет.

Алаһы ла, ҡолаһы ла – замана балаһы.
Каковы веки, таковы и дети.

Алғанға алты ла аҙ, биргәнгә биш тә күп.
Берущему и шесть мало, дающему и пять много.

Алғанда – бисмилла, биргәндә - әстәғәфирулла.
Займует так святушка сват, а занял так и черт не брат.

Алдыңдаң артың яҡшы.
Вот вам бог, вот вам и порог.

Алдырыр көн яҙҙырыр.
Не думал, не гадал, как в беду попал.

Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.
Дурак не спутник, осел не советчик.

Алма ағасынан алыҫ төшмәй.
Яблоко от яблони далеко не падает.

Алма беш, ауыҙыма төш.
Яблоко, поспевай, в рот полезай.

Алтыла баш булмаған, алтмышта ла йәш булыр.
Чему с молоду не научился, того и под старость не будешь знать.

Алтылағы – алтмышта.
Как рожены, так и заморожены.

Алтын-көмөш яуған ерҙән, тыуған-үҫкән ил яҡшы.
Родная сторона – колыбель, чужая – дырявое корыто.

Алыҫтағы дошмандан аңдып йөрөгән дуҫ яман.
Не грозен враг за горами, а грозней за плечами.

Аптыраған өйрәк арты менән күлгә сумған.
Стал на думах, как на вилах.

Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос була.
На что и клад, коли в семье лад.

Арба менән ҡуян ҡыуған.
Погнался за зайцем на телеге.

Арғы яҡта алабай, бирге яҡта ялағай.
Спереди бы любил, а сзади бы убил.

Арҡандың оҙоно, һүҙҙең ҡыҫҡаһы яҡшы.
Хороша веревка длинная, а речь короткая.

Артҡы аҡылға кем дә бай.
Задним умом каждый богат.

Артыҡ аҡыл баш тишәр.
От большого ума сходят с ума.

Арыш сәсһәң – көлгә сәс, бойҙай сәсһәң – боҙға сәс.
Рожь сей в золу, а пшеницу в пору.

Ас кешенән хас кеше яман.
Сытый волк смирнее завистливого человека.

Ас тамағым, тыныс ҡолағым.
Лучше хлеб с водою, чем пирог с бедою.

Астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе хикмәттә.
Сытому – веселье, а у голодного хлеб на уме.

Ас хәлен туҡ белмәй.
Сытый голодного не разумеет.

Асыҡ ишекте шаҡып кермәйҙәр.
В открытую дверь не ломятся.

Асыҡ та тишек, тәҙрә лә ишек.
Небом покрыто, ветром огорожено.

Асыу башы – йүләрлек, аҙағы – үкенеп үләрлек.
Сердитый умрет – никто его не уймет.

Асыу – бысаҡ, аҡыл – таяҡ.
Гнев – не помощник.

Аҫтындағын алты ай эҙләгән.
На коне сидит, а коня ищет.

Аҫтыртын эт өрмәй тешләй.
Молчун-собака исподтишка хватает.

Аҫыл һөйәк ҙур булмаҫ, ҡайҙа барһа – хур булмаҫ.
Мал золотник, да дорог.

Ата балаһы хата булмай.
У доброго батьки добры и дитятки.

Атай булмай, атайың ҡәҙерен белмәҫһең.
Нужды не испытаешь, и отца не почитаешь.

Ат аҡтығы илгә бүре килтерә.
Накаркала ворона беду.

Ат алһаң, арба кәрәк: ҡатын алһаң, барыһы ла кәрәк.
Жениться, так не лениться.

Ата менән әсә - алтын ҡанат.
Родители – добродетели.

Ат асыуын арбанан алған.
Не справясь с кобылой, да по оглоблям.

Ата улын, ана ҡыҙын белмәй.
И не узнаешь вдруг, что творится вокруг.

Ат аунаған ерҙә төк ҡала.
Где конь катается, там и шерсть останется.

Атаһы болан алмағандың балаһы ҡолан алмаҫ.
Какое дерево, таков и клин: каков батька, таков и сын.

Атаһы ғәйрәтле булһа, улы ғибрәтле булыр.
Каковы дядьки, таковы и дитятки.

Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән.
У матери учатся шубы шить, у отца – лук точить.

Ат аяғына ат баҫмай.
Собака собаке на хвост не наступит.

Ат бирһәң – үлер, тун бирһәң – туҙыр, ә яҡшылыҡ барыһын да уҙыр.
Коня подаришь – умрет, шубу подаришь – износится, а добро все переживет.

Ат кеүек эшләй, эт кеүек ырылдай.
Ломит как лошадь, рычит как собака.

Ат кешнәшеп, кеше һөйләшеп таныша.
Свой своего всегда учует.

Атҡа менгәс, атаһын танымаған.
Залез в богатство – забыл и братство.

Атмаған ҡуян, аҫмаған ҡаҙан.
Медведь в лесу, а шкура продана.

Атта ла бар, тәртәлә лә бар.
Не прав медведь, что козу задрал, не права и коза, что в лес зашла.

Аттан ала ла, ҡола ла тыуа.
Семья не без урода.

Аттан төшөп, ишәккә атланмайҙар.
Из кобыл да в клячи.

Ат тартмаһа, арба бармай.
Лошадь не идет, так и телега стоит.

Ат – тешенән, егет эшенән билдәле.
Лошадь признают по зубам, человека – по делам.

Аттың дилбегәһе кемдә - барыр юлы шунда.
Чей конь, того и воз.

Атым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда.
Ни дров, ни лучины, живу без кручины.

Атына күрә санаһы, маҡсатына күрә сараһы.
Каковы сани, таковы и оглобли.

Атына ҡарама, затына ҡара.
Не смотри на кличку, смотри на птичку.

Атын урлатҡас, һарайын бикләгән.
Целы сани, а лошади пропали.

Атыңдан алда йүгәнеңде эҙлә.
Заведи сперва хлевину, а там и животину.

Ат әйләнеп төйәген табыр.
И конь на свою сторону рвется.

Ат яфаһын һабан белә.
Тяжесть хомута знает лошадь.

Ауан ауға барһа, ауҙа ғауға сыға.
На урода все не в угоду.

Ауыҙ – ҡолаҡта, ҡолаҡ – йыраҡта.
Рот до ушей, хоть лягушку пришей.

Ауыҙы бешкән өрөп эсер.
Обожжешься на молоке, станешь дуть и на воду.

Ауыҙын асһа, үпкәһе күренә.
Гол как сокол.

Ауыртҡан ерҙән ҡул китмәй.
Где больно, там рука, где мило, там глаза.

Ауыртҡан башҡа – тимер таяҡ.
Не было печали, да черти накачали.

Ауырымаҫ тән булмаҫ.
Без болезни и здоровью не быть.

Ауырыу китһә лә, ғәҙәт китмәй.
Болезнь отходит, а привычка – никогда.

Ауырыу хәлен һау белмәҫ. (Ас хәлен туҡ белмәй.)
Здоровый больного не разумеет.

Ахмаҡ дуҫтан аҡыллы дошман артыҡ.
Не бойся умного врага, а бойся глупого друга.

Ашаған белмәй, тураған белә. (Ҡапҡан белмәй, тапҡан белә.)
Не про то говорят, что съели, а про то, куда краюху дели.

Ашаған табағыңа төкөрмә.
Не плюй в колодец, пригодится воды напиться.

Аш алдында баш эйелә.
И пес перед хлебом смиряется.

Ашап туймағанды ялап туймаҫһың.
Ложкой не наелся, языком не налижешься.

Ашарын ашаған, йәшәрен йәшәгән.
Его песенка спета.

Аш атҡанға таш атма.
За добро худом не отвечают.

Аш – ашҡа, урыны башҡа.
Блин – не клин, брюха не расколет.

Ашҡа ла бар бер сама.
Медок сладок в меру. Знай во всем меру.

Аштың майы, һүҙҙең яйы була.
Не всякое слово в строку.

Аштың тәме хужанан.
Пища вкусна с угощающим.

Ашы булмағас, ҡалағы нимәгә.
На что ложка, коли нечего хлебать.

Ашыҡҡан – ашҡа бешкән.
Поспешишь, людей насмешишь.

Ашыҡҡан менән булмай. бойорған менән була.
Не торопись, сперва богу помолись.

Ашыҡһаң да, ҡабаланма.
Поспешай не торопясь. (Спешить не спеши, а поторапливайся.)

Ашың булмаһа ла, ҡашың булһын.
Не корми калачом, но встречай с открытой душой.

Ашыңды биргәс, ҡашыңды йыйырма.
Чем корить, так лучше не дарить.

Аш янында ат һымаҡ, эш янында эт һымаҡ.
Ретив к обеду, ленив к к работе.

Аяҡ-ҡулың өҙөлһә лә, өмөтөң өҙөлмәһен.
Колотись, бейся, а все надейся.

Байлыҡ башы – бер ҡаҙыҡ.
Богатство начинается с иголки.

Байлыҡ – бер айлыҡ, аҡыл – мәңгелек.
Богатство на час, а ум – до веку.

Байрам ашы – ҡара ҡаршы.
Хлеб-соль платежом красен.


Бала балдан татлы.
Дитя слаще меда.

Бала бар йортта сер ятмай.
Где дети, там нет сплетни.

Бала бәләкәйҙә - беләккә көс, ҙурайғас – йөрәккә көс.
Маленькие дети тяжелы на коленях, большие на сердце.

Бала заманына ҡарап тыуа.
Каковы веки, таковы и дети.

Бала күңеле – аҡ ҡағыз.
Детская душа, что свежая борозда: что посеешь, то и пожнешь.

Балалы кеше – иң бай кеше.
У кого детки, у того и ягодки.

Балалы өй – баҙар, балаһыҙ өй – маҙар.
Дом без детей – могила, дом с детьми – базар.

Бала саҡ – баллы саҡ.
Золотая пора – молодые года.

Бала тыйһаң, баштан тый.
Наказуй детей в юности.

Балаһыҙ бер илай, балалы ун илай.
Без детей горе, а с ними вдвое.

Балаһыҙ ғүмер – һүнгән күмер.
Без детей жить – только небо коптить.

Баллы һүҙ баш әйләндерә.
Льстец под словами – змей под цветами.

Балта-бысаҡ теймәгән, тумырған да һөйәгән.
Тяп-ляп и корабль.

Балтаңа ҡарап ағас һайла.
По топору и топроище.

Бал тәмле тип бармаҡты тешләп булмай.
Видит око, да зуб неймет.

Балыҡ бирһәң, бәйләп бир, башын-күҙен сәйнәп бир.
Дай яичко, да еще облупленное.

Балыҡ лайлы ер эҙләй, әҙәм яйлы ер эҙләй.
Рыба ищет где глубже, человек где лучше.

Балыҡсы ҡулына – ҡармаҡ.
Рыбаку – и удочка.

Балыҡ тотһаң, башынан тот.
Бери быка за рога.

Бар ине шәп саҡтар, кеҫә тулы борсаҡтар.
Было времечко, и мы ели семечко.

Бар йылға ла бер яҡҡа аҡмай.
Не все реки текут в одну сторону.

Бармаҡ араһына ит үрмәй.
Меж пальцами мясо не отрастает.

Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта.
Какой бы палец не укуси – все больно.

Бары – бергә, юғы – уртаҡ.
Что есть – вместе, чего нет – пополам.

Бары менән байрам, һыны менән сайран.
Чем богаты, тем и рады.

Бар янына бар һыя.
Запас мешку не порча.

Бар яраштыра, юҡ талаштыра.
Нужда горюет, нужда воюет.

Батырға ла ял кәрәк.
И воеводе нужен покой.

Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: