+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
14 Декабрь 2021, 15:00

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө!

  Аҡмулла – башҡорт халҡының бөйөк шағиры, милли шиғриәт классигы. Ҡаҙаҡ, татар һәм башҡа әҙәбиәттәр үҫешенә ҙур йоғонто яһаған кеше. Аҡмулла исеме һәм ижады төрки телле халыҡтар араһында киң билдәле.

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө!
Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө!

Аҡмулла үҙенең ижадында мәғрифәтселек идеяларын тарата: кешенең яҡтылыҡҡа мәңгелек ынтылышын раҫлап, аҡыллылыҡты, ғәҙеллекте, кешелеклелекте данлай.

Мифтахетдин Камалетдин улы Камалетдинов (Аҡмулла) 12-се Башкорт кантоны Күл иле Мең олосо Туҡһанбай ауылында (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районына ҡарай) аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуып үҫә. Күрше Мәнәүезтамаҡ, Әнәс ауылы мәҙрәсәләрендә уҡый. XIX быуатта бөтә Рәсәй империяһында киң билдәле Стәрлебаш мәҙрәсәһендә замандаштары "Урал-Волга буйының Физулийы" тип йөрөткән күренекле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙән белем ала. Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә" мәҙрәсәһендә ул, дини тәғлимәттән тыш, ғәрәп, фарсы телдәре, Көнсығыш әҙәбиәте буйынса төплө белем ала. Аҡмулланың шағирлык һәләте бик иртә уянған. Үҙенең әҫәрҙәрен ул, шағир буларак, сәсән буларак, телдән дә ижад иткән.

Аҡмулланың донъяға ҡарашында әхлаҡ мәсьәләһе, эстетик, этик тәрбиә проблемалары ҙур урын алып тора. Ябай кеше тәрбиәһеҙ булһа — ярты бәлә, әгәр ҙә инде ил яҙмышын хәл итеүсе тәрбиәһеҙ булһа — ул инде бөтөн халыҡ бәләһе. Шуға ла уның вәғәҙ һәм өгөт итеп яҙылған шиғырҙарында ла тәрбиә мәсьәләһе иғтибар үҙәгендә ята. «Нәсихәттәр», «Инсафлыҡ», «Аҡыл» шиғырҙары бына тап ошо темаға арналған. Тәбиғәттәге гармонияны шағир кешелек доняһында ла күрергә теләй һәм «Уяныу» шиғырында кешеләрҙе уянырға, наҙанлыҡ, ҡараңғылыҡтан ҡотолорға, ғилем-һөнәргә эйә булып, ғүмерҙе файҙалы итеп үткәрәргә саҡыра. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!», «Егетлек ҡасиәте — мәғрифәттә», «Яңғыҙлыҡта мыуафик булһа яҙың…», «Моңло егет зарык әйтер…», «Урыным — зиндан…» тигән шиғырҙарында сағылған. 

Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө!
Бөгөн күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнө!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: