+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
12 Февраль 2022, 13:45

Рәми Ғарипов тыуған көн

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры , тәржемәсе һәм журналист, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рәми Йәғәфәр улы Ғариповтың тыуыуына 90 йыл. Баш ҡалала бөгөн – Рәми рухы!

Рәми Ғарипов тыуған көн
Рәми Ғарипов тыуған көн

Теүәл 90 йыл элек башҡорт илендә халҡының рухы, теле өсөн саң ҡағыр, уны бөтә йөрәгенән яратыр, ижадында сал тарихын данлар, Ватан өсөн янып-көйөп, тормошто, бар тереклекте, гүзәллекте яратып, намыҫ, әхлаҡ ҡанундарына ярашлы йәшәргә саҡырыр һүҙ оҫтаһы – бөйөк Рәми Ғарипов тыуған. Бөгөн бөтә Башҡортостан ғына түгел, унан ситтә йәшәгән рухташтар ҙа арҙаҡлы халыҡ улын хәтергә ала.
Республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә Халыҡ шағирының иҫтәлегенә бағышланған саралар ул үҙе уҡыған, хәҙер уның исемен йөрөткән күренекле белем усағы – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһында башланды.
Мәктәп ихатаһына ингән ҡунаҡтарҙың йөрәген тулҡынландырып, шағирҙың тере тауышы яңғыраны – бөйөк Рәми үҙе уҡыған шиғырҙарының яҙмаһы ҡуйылғайны. Хәтер сараһын асҡанда бер төркөм ҡурайсылар уйнаған “Сыңрау торна” үҙенең ошо халыҡ көйөнә йырланыр йыр булып китер шиғырын аҡ ҡағыҙға төшөргән әҙип һынын күҙ алдына баҫтырҙы...
Сараны асып, йыйылыусыларҙы гимназия директоры И. Сәлихов тәбрикләне.
Иҫтәлекле сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты. Ул шағирҙың иҫтәлегенә баш эйергә килгән ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, сараға йыйылыусыларҙы, шағирҙың балаларын республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән тәбрикләне.
"Оло байрам менән ҡотлайым, - тине Азат Шамил улы. - Рәми Ғариповтың беҙҙең өсөн кем икәнен аңлатып торорға кәрәкмәй. Шағирҙың тормош юлы, ижады - һәр ҡайһыбыҙ өсөн үрнәк. Ул әҙәбиәтебеҙҙе юғары кимәлгә күтәрҙе, шуға ла шағирҙың үҙен күтәрергә, уның ижадын, шиғырҙарын белергә тейешбеҙ.
Башҡорт халҡы, Башҡортостан өсөн бөгөн байрам.
Радий Фәрит улы социаль селтәрҙә бөгөнгө иҫтәлекле көн менән ҡотланы, әле бында тороусылар, бәлки, уҡып та өлгөрмәгәндер. Хатта Константин Хабенский Рәми Ғарипов шиғырын яттан һөйләне.
Шағирҙың ижадын мәңгеләштереү буйынса ҙур проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Гөлнара Рәми ҡыҙы менән уның архивын һанлы форматҡа күсереү буйынса эш ниәтләйбеҙ. "Китап" нәшриәтендә бер юлы биш китабы баҫылып сығасаҡ - был үҙе бер бығаса булмаған оло ваҡиға. Рәми Ғариповты онотмайыҡ, данлайыҡ, үҫеп килгән быуынға еткерәйек!" - тине ул сығышында..

Иҫтәлекле сараға йыйылғандар араһында гимназияның төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары, ә хәҙер инде ижадта булһынмы, матбуғаттамы үҙ урынын тапҡан ҡәләм оҫталары ла булды.
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафиндар шағир хөрмәтенә ҡайнар йөрәк сәләмдәрен еткерҙе.
Һәр кем күңеленән сыҡҡан йылы һүҙҙәрҙе әйтеп ҡалырға, оло Шағирҙың рухи яҡынлығын тойорға теләне, уға ихтирамын еткерергә ашыҡты был сарала.
Бер минут тынлыҡтан һуң, шағирҙың мәктәп ихатаһы түрендә урын алған бюсы алдына сәскәләр яуҙы. Ҡурайҙа яңғыраған халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал”ы туған халҡының алтынға бәрәбәр рухи мираҫының ҡәҙерен ҡайһы берәүҙәрҙән күпкә нығыраҡ белгән, баһалаған, ҡиммәтен бүтәндәргә лә еткерергә, аңлатырға ынтылып янған, уның менән сикһеҙ ғорурланған Шағир – үҙ халҡының тоғро улы рухына мәҙхиә булып яңғыраны...
Артабан яҡты хәтер сараһында ҡатнашыусылар халыҡ шағиры мәңгелек төйәк тапҡан изге ергә – баш ҡаланың Мосолмандар зыяратындағы ҡәберенә юл алды. Шағир рухына баш эйергә, ҡәберенә сәскә һалырға килгәндәр араһында халҡыбыҙҙың билдәле шәхестәре лә, Р.Ғарипов ижадын үҙ итеүселәр ҙә бихисап ине.

Бөйөк шағирҙы иҫкә алыу саралары З. Вәлиди исемендәге Республика милли китапханаһында дауам итте.

Юлай Кәримов фотолары. "Башҡортостан" гәзите.

 

 

...Ышанмағыҙ февраль буранына.
Бер яуыз уй юҡтыр уйында...
Күпме генә шашып дуламаһын,
Яҙ һылыуы уның ҡуйынында.

Был донъяла булыр барыһы ла,
Һинең менән бары мин булмам.
Бына ниндәй үкенестәр бар бит −
Ҡалай үлмәк кәрәк, күҙ алмам...
Түҙалмам мин ләкин, түҙалмам...

Р. Ғарипов

 

Рәми Ғарипов тыуған көн
Рәми Ғарипов тыуған көн
Рәми Ғарипов тыуған көн
Рәми Ғарипов тыуған көн
Рәми Ғарипов тыуған көн
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: