+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
15 Май 2022, 15:00

Башҡорт аты

Башҡорт аты – башҡорт балы менән бер рәттән халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереп, йылҡы малы башҡорт халҡының көнкүренешендә төп урын биләгән йорт хайуанына әүерелгән.

Башҡорт аты
Башҡорт аты

Башҡорт аты – башҡорт балы менән бер рәттән халҡыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо замандарҙа Көньяҡ Уралда йәшәгән ҡырағай аттарҙы ҡулға эйәләштереп, йылҡы малы башҡорт халҡының көнкүренешендә төп урын биләгән йорт хайуанына әүерелгән. Башҡорт атына нигеҙ булып торған ҡырағай аттар 19-сы быуатҡа тиклем Уралда йәшәгәндәр. Уларҙы халыҡ тарпан тип аталған. Ҡырағай аттар 18-се быуатта бөтә Евразия ҡитғаһында таралған була. Әммә артабан, ер эше үҫешеп, баҫыуҙар артҡан, шулай уҡ кешеләр күбәйгәс, тарпандарға йәшәү өсөн киң яландар ҡалмай. Бынан тыш кешеләр, тарпандар һунар иткән. Шул рәүешле 19 быуатта ҡырағай аттар юҡҡа сыҡҡан. Уларҙың ҡулға эйәләштерелгән нәҫелдәре булараҡ төрлө йылҡы тоҡомдары ҡалған, шул иҫәптән башҡорттарҙың бик борон ата-бабалары эйәләштергән ат тоҡомо Башҡорт аты булып танылған. Сөнки был аттар тик башҡорттарҙа ғына үрсетелгән.

Әйткәндәй, ҡулға эйәләштерелгән иң боронғо аттың һөлдәһе тап Башҡортостанда табылған. Октябрьский ҡалаһы составында булған Мулла исемле башҡорт ауылы янында һәм Дәүләкән ҡалаһында табылған Таш быуат кешеләренең тораҡтарында донъялағы иң боронғо эйәләштерелгән аттарҙың һөйәктәре табылған. Уларҙың йәше 8-9 мең йыл. Тимәк, беҙҙең ата-бабаларыбыҙ бик боронғо заманда, йәғни таш быуатта уҡ тарпандарҙы ҡулға эйәләштергән һәм шуларҙан килә лә инде данлы Башҡорт аты.

Бәлки, ата-бабаларыбыҙ аты унан да элегерәк өйрәтеп алған, бәлки. Сөнки Бөрйән районындағы арҙаҡлы Шүлгәнташ мәмерйәһендә ат һүрәттәре бар (1-се һүрәттәрҙе ҡарағыҙ). Был һүрәттәрҙең йәше 16-18 мең йыл тип билдәләй, ғалимдар. Әйткәндәй, Шүлгәнташ мәмерйәһе башҡорт халҡының бөйөк эпосы “Урал батыр” менән туранан тура бәйле булғанын, барығыҙ ҙа беләлер, моғайын. Шүлгәнташ эргәнһендәге Йылҡысыҡҡан күле бар. Тап ошо күлдән йылҡылар сыҡҡан бәйән тиелә бит эпоста. Дейеүҙәр менән һуғышҡан Урал батырҙың тоғро дуҫы Аҡбуҙат була. “Аҡбуҙат” эпосында Урал батырҙың улы Һәүбән Шүлгән мәмерйәһендә ҡасып йәшеренгән Шүлгәндең батшалығына барып, дейеүҙәрҙе ҡыйрата, Аҡбуҙатты ҡотҡара һәм атаһының алмас ҡылысын алып ҡайта. Ошо Аҡбуҙаттан башҡорт аттарының нәҫелдәре таралған тип бәйән итә ҡобайыр.

 Борон башҡорт халҡы йылҡы күпләп көткән булған. Һәр бер башҡорт ғаиләһенең кәмендә 50 баш йылҡы булған, ә хәллерәк кешеләр 300-400 баш йылҡы тотҡан. Ә инде байҙарҙың йылҡыларының иҫәбе-һаны булмаған. Уларҙың йылҡы өйөрҙәре меңдән ашыу булған. Шуға ла уларҙың теүәл һанын бер кем дә белмәгән. Яҡынса иҫәпләгәндәр. Башҡорт аты әрһеҙ, сыҙамлы, егәрле мал. Аҙыҡты йыл әйләнәһенә үҙе табып ашаған. Йәйен киң болондарҙа, ҡышын тибендә йөрөгән. Ҡышҡы бурандарҙа аттарҙы көтөүселәр билдәле бер ышыҡ урынға алып барып ҡуйыр булғандар. Ул урын “ҡурғы” тип аталған, йәғни әсе һыуыҡтан ҡурғап торған урын. Мәҫәлән, Йылайыр районында Ташҡурғы тигән урын бар.

17-18 быуаттарҙа башҡорт аттары Рәсәй танылыу яулай. Сыҙамлы булған өсөн уларҙы почта хеҙмәтендә киң ҡулланалар. Егеүле башҡорт аттары алһыҙ-ялһыҙ, ашамайынса 8 сәғәт эсендә 120-140 саҡрым араны үтә алған. Ә бына башҡа аттарҙа бындай сыҙамлыҡ юҡ, улар тиҙ арала хәлдәре бөтә. Оҙайлы юлда йөрөү өсөн башҡорттар үҙ аттарын махсус методика буйынса өйрәткән, сыныҡтырған. Арҙаҡлы ҡурайсы Сәйфулла Дилмөхәмәтов түңгәүер башҡорттарында ат өйрәтеү серҙәре һәм түңәүер бәһлеүәне Көтөр батыр тураһында бына ниндәй риүәйәтте ата-бабаларынан ишеткән: “Көтөр батырҙың ике туғай тулы аты булған. Ул аттарының теүәл генә иҫәбе-һанын белмәгән. Тик көтөүселәренең  иҫәбенсә, йылҡыһы мең баштан артыҡ булған. Көҙ көнө тубыҡтан хәтле єар яуһа, илле-алтмышлап ир-егет көн дә ат өйрәткән. Ошо осорҙа улар аттарҙы өс мәртәбә таңашырған, йәғни тирләгән аттың башын үргә бәйләп, ашатмай, эсермәй тотҡандар. Бына  шулай итеп, өс мәртәбә эш булғас, ат бер ваҡытта ла янмай, арымай. Ул бик сыныҡҡан була. Был аттар һәр бер яуға сабырға әҙер була. Ошо өйрәтелгән аттарҙы икенселәренән айырыу өсөн әлеге беҙҙең тамға (Түңгәүер ырыуы тамғаһы) эшләнгән тимерҙе ҡыҙҙырып аттың янбашына баҫҡандар”.

Өйрәтелгән яҡшы аттары менән башҡорттар яу сапҡандар. Башҡорт аттары ҡыйыу, еңел йөрөгән, хужаһына ярҙамсы булған. Тамғалы башҡорт аты 19-сы быуаттағы рус рәссамы А.О. Орловскийҙың картинаһында ла сағылыш тапҡан (2-сө һүрәтте ҡарағыҙ). 1812 йылғы Ватан һуғышында 10 меңдән ашыу башҡорт яугиры ҡатнашҡан. Һәр бер яугир хәрби походҡа ике ат менән сығырға тейеш булған. Береһендә һыбай йөрөһә, икенсеһендә кәрәк-яраҡ әйберҙәре тейәлгән булған. Оҙон юлда атып, алыштырып ял иттергән (3-се һүрәтте ҡарағыҙ).

19-сы быуаттың аҙағында Өфөгә тиклем тимер һалынғас, Башҡортостанға ҡымыҙ менән дауаланыуға килеүселәр һаны бермә-бер арта.  Был эшкә тимер юл буйында урынлашҡан башҡорт ауылдары, Дим буйы башҡорттары (хәҙере Дәүләкән, Әлшәй районы башҡорттары) әүҙем ҡушылып китә. 20-се быуат башында башҡорт ҡымыҙы Рәсәйҙә киң танылыу яулай. Башҡорттар хәҙер ҡымыҙ етештереп, һатыу кәсебендә ҙур уңыштарға өлгәшә (4-5-се һүрәттәрҙе ҡарағыҙ). Башҡорт аты биргән ҡымыҙҙы улар, шешәләргә тултырып, тимер юлындағы пассажирҙарға һаталар, ярайһы уҡ яҡшы килем алалар.

Башҡорт тоҡомлы аттар революцияға тиклем үк Парижда бөтә донъя ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашалар, һуңынан 1923 йылда Мәскәүҙә үткән СССР-ҙың 1-се ауыл хужалығы  күргәҙмәһендә лә ҡуйылалар. Башҡортостан күргәҙмәһенә хәҙер Баймаҡ районы Темәс ауылынан Хөсәйен Әбүбәкиров исемле ир-уҙаманы алып бара. Мәскәүҙә башҡорт тирәһе ҡуйыла (6-се һүрәтте ҡарағыҙ).  

20-се йылдарҙа Башҡортостанда ҡымыҙ етештереү эше дәүләт кимәлендә башҡарыла. Бының өсөн Өфөлә “Башҡымыҙпром” исемле предприятие ойошторола. 7-се һүрәттә “Башҡымыҙпром” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең ҡымыҙ бешеү мәлен күрәбеҙ. Хәҙер инде ҡымыҙ бәләкәй көбөләрҙә түгел, ҙур мискәләрҙә эшләнгән.

Башҡорт аттары легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ҡанлы яуҙа ла, күңелле ял сәғәттәрендә лә башҡорт аты башҡорт яугирының тоғро дуҫы була (8-9-се һүрәттәрҙе ҡарағыҙ).

Бөгөнгө көндә башҡорт аттары ҡайтана тергеҙелә, хәҙер инде, боронғо кеүек ҡыш көндәрендә башҡорт аттарын тибенлектә күрергә була (10-сы һүрәтте ҡарағыҙ). Бөгөнгө көндә ҡайһы бер халыҡтар башҡорт атын үҙҙәренеке итеп күрһәтергә маташһала, башҡорт аты – башҡорт аты булап ҡаласаҡ, сөнки уның меңәр йылдар башҡорт халҡы менән бәйле бай тарихы бар.   

 

Азат ЮЛАН.

Башҡорт аты
Башҡорт аты
Башҡорт аты
Башҡорт аты
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: