+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
19 Май 2022, 12:02

Пионерлы мәктәп йылдары

Беҙҙе пионерға тантаналы линейкала ҡабул иттеләр. Был көндө мәктәп байрам тантанаһынан гөр килеп торор ине.  

Пионерлы мәктәп йылдары
Пионерлы мәктәп йылдары

Пионерлы мәктәп йылдары

Беҙҙе пионерға тантаналы линейкала ҡабул иттеләр. Был көндө мәктәп байрам тантанаһынан гөр килеп торор ине.

Октябряттан пионерға алыныу –  үҙеңде ниндәйҙер яңы баҫҡысҡа күтәрелеү этабы һымаҡ ҡабул итәһең. Бер башҡа үҫеп киткәндәй булаһың. Муйынға ҡыҙыл галстук, күкрәккә пионер значёгы тағыу – оло шатлыҡ менән бергә яуаплылыҡ та өҫтәй.

Хәтерләйем, “Тимур командаһы”нда ҡарт әбей-бабайҙарға барып, көҙөн картуфтарын ҡаҙып бирәбеҙ, ҡышын ихаталарын ҡарҙан таҙартабыҙ, һыу килтерәбеҙ, иҙәндәрен йыуабыҙ, башҡа ваҡ-төйәк эштәрен башҡарабыҙ.

Беҙҙең Сәйетбаба ауылында, мин йәшәгән Үҙәк урамда, һуғыш ваҡытында эвакуацияланған оло йәштәге Алёна менән Зинаида Жереховалар  йәшәне. Беҙ, балалар, уларҙы Әлинкә әбей, Зинүк әбей, ти, торғайныҡ. Береһе тома һуҡыр, икенсеһе – бөтөнләй һаңғырау булды. Бер аҙ акцент менән “ҡ” хәрефен “к” тип, саф башҡортса, таҙа һөйләштеләр. Ә үҙ-ара гел – урыҫ телендә аралаштылар.

Мәктәптең тимур командаһы ла, үҙебеҙҙең урамда йәшәгәс, күрше-тирә балалар ҙа, бер ваҡытта ла ярҙамһыҙ ҡалдырманыҡ әбейҙәрҙе. Беҙ килһәк, әбейҙәр, килеүебеҙ тураһында бер-береһенә хәбәр бирешеп, “тимур командаһы килде” тип, эй, ҡыуана торғайнылар. Колхоз Үҙәк урамдың матур ерендә өй һалып бирҙе. Беҙҙең ауылды, кешеләрен яҡын күреп, улар ныҡ ҡартайғансы Сәйетбабала йәшәне.

Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн илебеҙҙә “Пионер” журналы булдырылып, ай һайын ошо журналды алдырып уҡыныҡ. Интернет булмағас, уҡыусылар өсөн берҙән-бер аралашыу, хәбәрләшеү сараһы булып хеҙмәт итте. Журналдың  һәр һанын түҙемһеҙләнеп көттөк. Һәр бер битен ятлап тигәндәй, ҡат-ҡат уҡыныҡ. Ҡәҙерләп һаҡланыҡ. Уҡыуҙа, класс сәғәттәрендә, төрлө сараларҙа ҡулландыҡ.

 “Пионер”ҙы уҡып үҫкән элекке пионерҙар, хәҙер инде күбеһе оло йәштәге  пенсионерҙар, олатай-өләсәйҙәр! Һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ! “Пионер” журналы 1990 йылдан алып, “Аманат” тип исемләнгән, йөкмәткеһе менән әле лә мәктәп йәшендәге үҫмер балаларға хеҙмәт итеүсе яратҡан журналыбыҙҙан айырылмайыҡ.

Олпат тарихлы 94 йәшлек “Аманат” журналын балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә бүләк итәйек. Уларҙың күңелен рухи байлыҡ менән һуғарайыҡ!

Кем пионер булған, элекке "Пионер", хәҙерге "Аманат" журналына яҙылырға онотмағыҙмы?

Бер юлы комментарийҙа “Пионер”лы мәктәп йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашабыҙ!

Пионерлы мәктәп йылдары
Пионерлы мәктәп йылдары
Пионерлы мәктәп йылдары
Пионерлы мәктәп йылдары
Пионерлы мәктәп йылдары
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: