Сермәндә – “Музейҙар төнө”
Белорет районы Сермән ауылында “Музейҙар төнө” үтте. Программаны “Халыҡ-ара сәй көнө”нә бағышланыҡ. Байрамға килеүселәр сәй эсеү йолаһының килеп сығышы, уның тарихы менән танышты. Башҡорттарҙың милли байрамдарында һәр ваҡыт самауыр булған. Тәүге самауыр Уралда эшләнә. Иң боронғо самауырҙың ҡорһағында ла – башҡорт тамғаһы тора.
Тарихи факттар Рәсәйҙә самауырҙың тыуған ере тип Суксун булыуын раҫлай. 1728 йылда уҡ Сенаттың махсус указы менән Урал заводтарына еҙ ҡашаяҡ етештереүҙе юлға һалыу тураһында күрһәтмә бирелә, уға ярашлы Суксун заводтарында еҙ ҡашаяҡ, аҙағыраҡ самауырҙар етештерелә башлай. 1740 йылғы документтарҙа Суксун заводында етештерелгән 16 фунд ауырлығындағы, ҡурғаш менән ялатылған еҙ самауыр тәү башлап иҫкә алына.
Борон самауыр төбөндә бөтөн ғаилә-ырыуҙаштар йыйылып, самауырҙы йыҡҡансы, таҫтамалды һыҡҡансы сәй эсеп, гәпләшеп ултырған. Был үҙенә күрә бик матур йола булған. Әле лә самауыр төбөндә сәй эсеү традицияһы күп ғаиләләрҙә һаҡлана.
Байрамға йыйылған балалар шулай уҡ сәй үләндәре тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белде. Самауыр сәйе эсмәгәс, ниндәй байрам булһын инде?!.
Был мөғжизәле байрамдың тылсымлы төнөндә сәй ҙә айырыуса тәмле булды!
Сарала ҡатнашҡан барлыҡ балаларға ла – афарин! Барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, һәр яҡлап уңыштар һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйем! Йырлы-моңло самауырлы сәй эсегеҙ! Күңелегеҙ көр, үҙегеҙ һау-сәләмәт булырһығыҙ!
Рәмзиә Мамедова,
Белорет районы Сермән ауылының “Йәш тыуған яҡты өйрәнеүселәр” түңәрәге етәксеһе.