
Проект һәр төбәктең үҙенсәлеген иҫәпкә алып төҙөлгән. Ул киләһе уҡыу йылынан ҡайһы бер мәғариф учреждениеларының мәктәпкәсә йәштәге балалар дәрестәренә индереләсәк. Яңы проекттың исем туйы 27 майҙа Башҡорт дәүләт университетында үткәрелә.
Башҡорт дәүләт университеты филологтары Башҡортостан халыҡтары телдәре полилингвизмына нигеҙләнгән, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн уникаль проект төҙөнө. Ул “Өләсәйем әкиәттәре” тип аталған тематик үҫтереүсе күнекмәләр. Һәр төбәктең үҙенсәлеген иҫәпкә алып төҙөлгән проект киләһе уҡыу йылынан ҡайһы бер мәғариф учреждениеларының мәктәпкәсә йәштәге балалар дәрестәренә индереләсәк.
Авторҙар коллективы тарафынан сағыу дидактик альбомдар төҙөлгән. Унда туған телдә этник, әҙәби әкиәттәр индерелгән.” Дуҫлыҡ”, “хеҙмәт”, “өй”, “үҙ-ара ярҙам”, “ышаныс” “ҡунаҡсыллыҡ” һәм башҡа һүҙҙәр берҙәм концепта бирелеп, ата- әсәләр, тәрбиәселәр, педагогтар өсөн тейешле материалдар менән байытылған,- тигән филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина.
“Өләсәйем әкиәттәре” туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү фондының грантына тормошҡа ашырылған. Проекттың маҡсаты мәҙәниәттәр диалогын, ике телле белем биреү системаһын үҫтереү һәм балаларҙа туған телде һаҡлау.
-Был проекттың Рәсәй халыҡтарының материаль булмаған мәҙәниәттәр мираҫын һаҡлау һәм халыҡтар сәнғәте йылы сиктәрендә төҙөлөүе бик шатлыҡлы. Балаларҙың бәләкәй ваҡыттан әсә телен һәм рус телен өйрәнеү мөмкинлеге арта. Университет ғалимдары төбәктең полилингвистик мәктәптәре менән бәйләнеш тота. Фән эшмәкәрҙәре башҡорт теленең дакталь һүҙлеге, инглиз- рус- башҡорт телдәренең онлайн һүҙлеген, башҡорт телен өйрәнеүҙең электрон ресурсын төҙөү өҫтөндә эшләй, - тине БДУ ректоры ректоры Вадим Захаров.
"Өләсәйем әкиәттәре" проекты 9 телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тормошҡа ашырыла.27 майҙа Башҡорт дәүләт универстетында башҡорт телен өйрәткән балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн семинар һәм яңы проекттың исем туйы уҙғарыласаҡ.
"Башҡортостан ҡыҙы" журналынан