+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
12 Июнь 2022, 06:20

Бөгөн- Башҡортостандың баш ҡалаһы – ӨФӨ көнө.

12 июнь –  Башҡортостандың баш ҡалаһы – ӨФӨ көнө. Сал быуаттар төпкөлөнән Ҡалҡып сыҡҡанһың, Өфө. Һиндә ата-бабам рухы, Һиндә Салауат төҫө.

Бөгөн- Башҡортостандың баш ҡалаһы – ӨФӨ көнө.
Бөгөн- Башҡортостандың баш ҡалаһы – ӨФӨ көнө.

Гүзәл Өфөм, шундай һағындым мин
Һинең Ҡояшыңды, Айыңды.
Шау-шыуыңды, һәр көн тынмай гөрләп,
Сәләм биргән эшсән таңыңды.

Йомшаҡ ҡына иҫкән таң елеңде,
Сәстәремдән һөйөп тараған.
Салауат батырымды йыраҡтарға -
Бөркөт кеүек ғорур ҡараған.

Ағиҙелдең наҙлы тулҡындарын,
Имән ағастарын Уралдың.
Һәр һулышың менән, Тыуған ерем
Йөрәгемә инеп уралдың.

(Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА)

Бөгөн- Башҡортостандың баш ҡалаһы – ӨФӨ көнө.
Бөгөн- Башҡортостандың баш ҡалаһы – ӨФӨ көнө.
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Теги:өфөкөн
Читайте нас: