+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
17 Август 2022, 16:20

10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән өсөн - “Герой әсә” исеме!

Был исемгә лайыҡ булыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум түләү ҡаралған. “Герой әсә”, ”Рәсәй геройы” һәм “Хеҙмәт геройы” кеүек Рәсәйҙә юғары исемдәр исемлегенә инәсәк.

10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән өсөн  - “Герой әсә” исеме!
10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән өсөн - “Герой әсә” исеме!

Рәсәй Президенты Владимир Путин 10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән өсөн “Герой әсә”исемен булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Был исемгә лайыҡ булыусыларға бер тапҡыр бирелә торған 1 миллион һум түләү ҡаралған. “Герой әсә””Рәсәй геройы” һәм “Хеҙмәт геройы” кеүек Рәсәйҙә юғары исемдәр исемлегенә инәсәк.

“Әсәлек даны” ордены 2008 йылда булдырылды. Ул биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелә. Етенсе балаға 3 йәш тулғас бүләкләйҙәр. Быға тиклем орден менән 200 мең һум бирелә ине. Хәҙер ул 500 меңгә тиклем артты.

“Әсәлек даны” орденының миҙалы 2010 йылда булдырылды. Ул дүрттән кәм булмаған бала тәрбиәләгәндәргә, бәләкәй балаһына 3 йәш тулғас тапшырыла. Быға тиклем был награданы алғанда аҡса ҡаралмағайны. Хәҙер уға ҡушып 200 мең һум түләнә.

Президенттың был ҡарары ғаилә институтын, әсәлек статусын нығытыуға йүнәлтелгән.

10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән өсөн  - “Герой әсә” исеме!
10 бала тапҡан һәм тәрбиәләгән өсөн - “Герой әсә” исеме!
Автор:БАШИНФОРМ
Читайте нас: