+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
17 Август 2022, 11:18

17 АВГУСТ — САМАУЫР КӨНӨ

1728 йылда уҡ Сенаттың махсус указы менән Урал заводтарына еҙ ҡашаяҡ етештереүҙе юлға һалыу тураһында күрһәтмә бирелә. Уға ярашлы Суксун заводтарында еҙ ҡашаяҡ, шул иҫәптән самауырҙар ҙа етештерелә башлай.

17 АВГУСТ — САМАУЫР КӨНӨ
17 АВГУСТ — САМАУЫР КӨНӨ

Рәсәйгә самауырҙы Петр I Голландиянан алып ҡайтҡан тигән легенда бар. Ысынбарлыҡта иһә самауырҙар Петр батша үлгәндән һуң ярты быуат үткәс кенә күренә башлай. Рәсәйҙә тәүге самауыр Уралда эшләнә.

Самауырҙың тыуған ере тип Тула иҫәпләнһә лә, тарихи факттар беренселектең Суксунда булыуын раҫлай. 1740 йылғы документтарҙа Суксун заводында етештерелгән 16 фунд ауырлығындағы, ҡурғаш менән ялатылған еҙ самауыр тәү башлап иҫкә алына. Ә тарихсылар Тула самауыры тураһындағы тәүге хәбәрҙең тик 1746 йылда ғына барлыҡҡа килеүен раҫлай. Шул уҡ ваҡытта самауырҙарҙы етештереү бер юлы ике ерҙә башланған, тигән фекер ҙә йәшәй — Суксун һәм Тула заводтары Демидовтыҡы булған, ә Демидовтарға оҫталарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү бер ни тормаған…

Әле 1728 йылда уҡ Сенаттың махсус указы менән Урал заводтарына еҙ ҡашаяҡ етештереүҙе юлға һалыу тураһында күрһәтмә бирелә. Уға ярашлы Суксун заводтарында еҙ ҡашаяҡ, аҙағыраҡ самауырҙар ҙа етештерелә башлай.

Хатта Суксунда нәфис тотҡалары антик амфора кеүегерәк итеп өҫкә табан йүнәлтелеп эшләнгән үҙенсәлекле формалағы самауыр барлыҡҡа килә. Самауыр Суксундың фирма билдәһенә һәм символына әйләнә.

XIX быуат башында заводта һәм урындағы ваҡ һөнөрселәр тарафынан йылына 60 000-гә тиклем самауыр етештерелә.

Самауыр сәйе

Самауырҙы шаулатып,

Сәй эсәбеҙ бергәләп.

Урындыҡҡа ултырып,

Биш норманы тултырып.

Ете тирҙе сығарып,

Үҙебеҙсә серләшеп,

Көләмәстәр һөйләшеп,

Ултырабыҙ көлөшөп.

Их, күңелле йәй көнө,

Өләсәйҙә ҡунаҡта.

Дуҫтар, һеҙ ҙә килегеҙ

Беҙҙең яҡҡа ҡунаҡҡа.

Юлдаш Мусин, Баймаҡ районының Темәс мәктәбе уҡыусыһы.

17 АВГУСТ — САМАУЫР КӨНӨ
17 АВГУСТ — САМАУЫР КӨНӨ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: