+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
1 Сентябрь 2022, 11:03

Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ

Урал батырҙың төп васыяты:Кеше булһын затығыҙ! - ти. Эпоста бөтөн персонаждар ҙа кеше. Тик уларҙың заттары ғына төрлө: ҡош затлы, йылан затлы, аждаһа затлы, дейеү затлылар. Ә васыят беҙгә КЕШЕ затлы булығыҙ! - ти.

Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ
Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ

Ҡәҙерле уҡыусылар! Уҡыу йорттарында эшләгән һәммә хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм хеҙмәткәрҙәр! Бөгөнгө барыбыҙ өсөн дә оло байрам көнө менән ҡотлайым!
Уҡыу йорто - ул белем усағы ғына түгел. Уҡыу йорто - белем һәм тәрбиә усағы. Беҙ ниндәй генә уҡыу йортонда уҡыһаҡ та, бер юлы мөхит тәрбиәһе лә алабыҙ һәм пар ҡанатыбыҙҙы нығытабыҙ. Уҡыу йорто беҙҙе осорға өйрәтә. Ҡанаттар осҡанда нығына.
"Урал батыр" эпосында белемле кешегә олонан да оло баһа бирелгән:
Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе асыр асҡысһыҙ, - тип әйтелә. Шул уҡ ваҡытта Урал батырҙың төп васыяты тәрбиәгә ҡағыла:
Кеше булһын затығыҙ! - ти. Эпос тураһында һөйләгән саҡта һәр саҡ билдәләй барам: эпоста бөтөн персонаждар ҙа кеше. Тик уларҙың заттары ғына төрлө: ҡош затлы, йылан затлы, аждаһа затлы, дейеү затлылар. Ә васыят беҙгә КЕШЕ затлы булығыҙ! - ти. Фәҡәт кеше затлылар ғына яҡшылыҡ эшләүгә һәләтле, фәҡәт кеше затлылар ғына үҙенә лә, кешегә лә мәңге йәшәр аш барлыҡҡа килтерә ала.
Хөрмәтле уҡытыусылар, тәрбиәселәр!
Уҡыусыларыбыҙға, ғөмүмән, балаларға иртәгәһе көндән бағайыҡ! Күңелдәрен үҫтерерлек һүҙҙәр табайыҡ, рухтарын һындырмайыҡ! Беҙ халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләйбеҙ. Баланы үҙебеҙсә тәрбиәләргә тырышмайыҡ. Һәр бала ул тулы ҡанлы кеше. Уға уның үҙ ҡалыбынан сығып йүнәлеш бирәйек! Кеше затлы кеше тәрбиәләйек!
Уңыш, именлек, сәләмәтлек барыбыҙға"

Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева, яҙыусы, журналист, Салауат Юлаев Ордены кавалеры.

Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ
Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ
Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: