Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 78 синыф булдырылды.
Исем биреү тантанаһы 11 октябрҙә, Республика көнөндә Өфөлә Совет майҙанында буласаҡ. Унда 500-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ. Күгәрсен районы Мораҡ башҡорт гимназияһындағы синыф та Шайморатов исемен аласаҡ.