+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
5 Сентябрь 2022, 09:58

АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН

Тәүге эш хаҡыма атайымдың тыуған көнөнә бүләгем, яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" исемле китабын юҡҡа ғына һайламаным. 

АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН
АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН

Атайым тураһында хәтирәләрем ифрат бай.Ул кешелек тормошоноң йәшәйеше ҡоролған бер хәл--ваҡиғанан ситтә ҡалманы. Халҡыбыҙҙың үткән тормошо, тарихы тураһындағы хәбәрләмәһе беренсе урынды биләне. Йөрәге аша һуғарылған тыуған еренә, халҡына булған һөйөү тойғолары кесе йәштән үк күңелебеҙгә һеңдерелә барҙы.Буш ваҡыттарында ҡулынан китап төшөрмәне. Хатта ҡыҙыу бесән ваҡыттарында китап, журналдар алып йөрөнө. Бер һыуһын бесән эшләп ялға туҡтағанында 5-6 салғы сүкеү , рәтләү уның ҡулы аша үтеп, шуның араһында китап уҡырға ваҡыт табыуы хайран ҡалырлыҡ күренеш!Уның ергә ҡырын ятып, мөкиббән китеп уҡыуын күҙәтергә яраттым. Уҡый килә китап битенән ҡарашын алып: дә-ә-ә...тип һуҙып ҡуя, йә бесәнлегебеҙ ҡаршыһында ғына, алыҫтарҙа күгәреп ятҡан Ирәндек тауҙарын байҡап бер ни тиклем ваҡыт өнһөҙ ҡала ла, артабан уҡыуын дауам итә. Йөҙҙәрен борсолоу төҫө ҡаплай ҡалһа, ниндәйҙер ҡатмарлы ваҡиғаларға ул да тарыған, ул да шул мәшхәр эсендәлер тип атайымды йәлләйем. Бер шатлыҡ нуры балҡыһы, уның менән бергә йылмайыр булдым. Һә-ә-ә-әәй.... тип ихлас көлөп тә ҡуйһа, беҙ ҙә көлөр инек. Ҡайһы бер өҙөгөн, һөйләп тә бирҙе. Ул уҡығанында шым ҡалдыҡ. Ғөмүмән, атай алдында үҙебеҙҙе тыйнаҡ тоттоҡ. Шау-шыу килешеп ҡысҡырышманыҡ, көлгәндә лә ипле көлдөк. Ошаҡты, ялған хәбәрҙе өнәмәне.Алты бала үҫкән йортта кесе йәштән китапҡа ҡарата ҙур ихтирам тойғоһо тәрбиәләнде. Атайҙан һорамайынса бер гәзит тә, башҡа кәрәк-ярыҡҡа тотонолманы. Китап мөйөшөн бөкләмәнек, тап төшөрмәнек. Әгәр ҙә киреһе була ҡалһа, атайҙың яҡшы ғына орошоро билдәле. Ололар, балалалар өсөн тәғәйенләнгән баҫмаларҙан өҙлөлмәнек. Ул замандарҙа уҡ Ҡырҙас ауылы китапханаһы бай булды. Урыҫ, башҡорт яҙыусыларының китаптарын алып уҡыныҡ. Өй эсендә иң күп әйберҙәрҙән этажерка тулы китаптар, төрлө журналдар, гәзиттәр һаналды.Тәүге эш хаҡыма атайымдың тыуған көнөнә бүләгем, яҙыусы Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" исемле китабын юҡҡа ғына һайламаным. Сөнки атайым ишле ғаиләлә иң кесе бала. Өс ир бала араһында ла иң кесеһе. Халҡыбыҙҙың тарихын яратҡан кешегә китап бик оҡшарына шигем юҡ ине.Китапты ҡулына тотторғас, тәүге битен асып беренсе бүлектең исемен ҡысҡырып уҡыны: "Атайсал утта"Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел ашаТәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.Ир-егеттәрҙең теләккәйенТәфтиләүҙәр генә баҫа алмаҫ.(Башҡорт халыҡ йыры), - тип эпиграфын тәьҫирләнеүгә бирелеп, интонацияға һалып уҡып ҡуйҙы ла,- Шәп китап! Рәхмәт, ҡыҙым, тине.Ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә ул бар теләген дә атҡарып, өлгөрөп китте. Ул турала "АТАЙЫМ КҮҢЕЛЕБЕҘҘЕҢ ЯҠТЫ ХӘТИРӘҺЕНДӘ" (02.09.22й) исемле яҙмамда бәйән иттем.Атайымдың икенсе һәләте - балаларын эшкә өйрәтеүҙә оҫталығы.Кесе генә йәштән ныҡ эшкә егелдек. Ләкин эштән арыу алманыҡ, ә киреһенсә дәрт алдыҡ. Эште уйынға әүерелдереү һәләте булғанға ауыр, бысраҡ эштәрҙе лә, ҡыҙыҡһынып еренә еткереп үтәп ҡуйҙыҡ.Һәр беребеҙҙең утын ярыу балатаһын булдырҙы. Бәләкәй генә балталарҙы үҙе һаплай. "Кем күберәк утын ярыр?" - тиһә, кем ҡыҙыҡһынмаһын.Бер балаһы ла эштән ситтә ҡалмай. Мал, ҡош-ҡорт һарайын таҙалыу буйынса эштәрҙе бүлеп бирә. Һарыҡ-кәзә тиҙәген һепертке менән һепергәндә саң-томан борҡоһа ла иҫ тә китмәй. Селек һеперкеләрҙең төрлөһөн әҙерләп бирә, ағас һап ҡуйып эшләгәнен дә. Ғаиләләләге баш бала ағайым көндәлек һыйыр малы, кәзә-һарыҡ тиҙәген ҙур кәритәгә тейәп ҡыйҙыҡҡа алып барып түгә.Быуындарыбыҙ нығына башлағанда (Сибай пед. училищеһендә уҡығанымда) өйҙө ҙурайтты. Ике бүлмәле өйгә төкөтмә төкөтөп, дүрт бүлмәле итеп, түбәһен бейегәйтеп япты. Бына шунда ҡыҙҙарын йышҡы, фуганка тоттороп таҡта йышырға ла өйрәтте. Хәҙерге өйөбөҙҙөң түбә таҡтаһын, иҙәндәрен атайҙың ҡыҙҙарының ҡулы йышҡан. Шул арала әсәй кесерәйгән кейемдәрҙән тыш бейәләйҙәр тегеп бирә, атайҙың бригадаһына аш-һыуын әҙерләй.Тағы бер мөһим урын алған тәрбиәһе - беҙгә үҙе уйлап сығарып әкиәттәрен һөйләүе. Әкиәттәренең күп сериялы булыуы беҙҙә уғата ла ҡыҙыҡһыныу уятты. Мәктәп, совхоз, ауыл советы эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан атайым нисек арымағандыр?! Төн етеп, свет һүндерелеп урындарыбыҙға ятҡас та, беҙҙең көн буйына көтөп алған әкиәтенең дауамы башалана. Һөйләү телмәренең үҙенсәлеге киң булыуы, иҫ китмәле интонацияла һөйләүе оҙон әкиәтен тыңлағанда ялҡытманы. Фантазияға бай булыуы әкиәт геройҙарын әллә күпме мажараларға таратты. Карауаттан тороп ултырып өнһөҙ-тынһыҙ тыңлар инек. Шундай ғәҙәте булды: әкиәтенең иң ҡыҙған еренә еткәс кенә, "Ярай, йоҡлағыҙ!"- тиер ине.Атайҙан беҙгә маҡтау һүҙе бик һирә-ә-ә-әк тәтене. Ул турала "Атам һабағы" исемле шиғырым да бар.АТАМ ҺАБАҒЫАтай мине маҡтап үҫтермәне,Ҡупайтманы ҡыҙын шаштырып,Ҡеүәтләр ҙә ыңғай эштәремде,Баһаламаҫ ине аштырып.Остоҡ ҡыны ҡыйыш эшемде ләҠалдырманы ситтә баҫырып.Әйтерһең дә, тиеп, белдем хәҙер,Аңлатыр ҙа уның асылын.Һирәк кенә әйткән маҡтау һүҙенАла алманы йылдар төҫөн дә,Бәрәбәрле атам һабаҡтарыТик өҫтәне шифа көсөмә.Әллә күпме яҡшы эштәремдеңКүргән дә ул бары аҫылын,Шуғалыр ҙа тормош матур миңәАлғанғалыр атам аҡылын.Сибай педучилещеһен тамамлар алдынан артабан уҡырға теләгемде белдерҙем. Ул ни тине миңә: "Ҡыҙым, тормошоңда бар нәмә лә параллельно барһын. Ҡыҙ кешегә ситтән тороп уҡыу яҡшы. Ғаилә лә ҡорорһың, " - тине. Шуғалыр ҙа тормошомдағы эштәремде бер-береһенә таяндырып параллельно (бер юлы мәғ.) алып барамдыр. Ниндәй ауыр ваҡыттарҙа ла эштәрем ағышынан туҡталмай. Ҡайһы саҡта һулышым һүлпәнәйһә лә, маҡсатымдан тайпылмайым. "Хәрәкәттә - бәрәкәт" тигән халҡыбыҙҙың аҡыллы мәҡәленә тура килә лә уның әйткәне. Әлбиттә эште самаһынан аштырмайым. Атайым әйтмешләй : "Ваҡытында ял итеп эшләгән эштең һөҙөмтәһе яҡшы".Уның һабаҡтарынан тормошомдан бәхетлемен. Ҡатын -ҡыҙ булып, уллы-ҡыҙлымын. Хәҙерге ваҡытта 5 ейән-ейәнсәремә өләсәй булып, атам һабаҡтарын ейәндәремә еткерәм. Һеңлеләремә апай булып, һәр ҡайһыһына тәғәйен кәңәштәремде әйтәм. Атайым һөйгән ҡатыны, беҙгә ҡәҙерле әсәйемдең әлдән - әле хәлдәрен белешеп торам, барып сығам.Ғүмерем үрҙәрендә тағы бер бәхетемде таптым. Ижадымдан илһам алып йәшәйем. Ә ижадыма булған ынтылышым миңә атайымдан күскән.03.09.22й Нәсимә Ғайсина   

Авторҙың пунктуация, орфография, стиле шул көйө һаҡланды.

АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН
АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН
АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН
АТАЙЫМ ҺАБАҠТАРЫНАН БӘХЕТЛЕМЕН
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: