+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
7 Сентябрь 2022, 08:45

Татлы телем!

СМәрйә ҡыҙы Яна "Сәләм" тип килеп керә, ашағас, "рәхмәт" тип тороп китә. Ә бына "ғ" өнөн әйтә алмай, "р" ти, тимәк, шулай ишетә. "Ҙ" өнөн бик дөрөҫ кенә әйтергә өйрәнде.

Татлы телем!
Татлы телем!

Беҙҙең урамда 3 кенә башҡорт ғаиләһе йәшәй. Улар ҙа инде оло йәштә, шуға күрә балалары ла китеп бөткән. Беҙҙең Әмирәбеҙ килһә, күршелә өләсәһендә йәшәгән 8 йәшлек Яна исемле ҡыҙҙы (уның ата-әсәһе юҡ) саҡырып алабыҙ ҙа, бергә уйнайҙар. Әмирәгә уға эйәреп урыҫса һупаларға тура килә. Яна уның хаталы һөйләшкәненән көлмәй, төҙәтеп тә ебәрә. Әмирәгә шул тиклем өйрәнде, оҙағыраҡ килмәй торһа, һағына, килтереүҙе һорай.
Беҙгә килә башлағанында бер, башҡортса өйрәнгең киләме, тип һорағас, ҡырт киҫеп кенә кире яуап биргәйне. Йәй буйы беҙҙә йөрөп, Әмирә менән башҡортса һөйләшкәнде ишетә-ишетә, эйәреп ҡайһы бер һүҙҙәрҙе әйтә башланы бит! "Сәләм" тип килеп керә, ашағас, "рәхмәт" тип тороп китә. Ә бына "ғ" өнөн әйтә алмай, "р" ти, тимәк, шулай ишетә. "Ҙ" өнөн бик дөрөҫ кенә әйтергә өйрәнде.
Ә кисә, беҙгә башҡорт теленән дәреслектәр бирҙеләр, башҡорт теле дәрестәре буласаҡ, тип һөйөнсөләне.
-Былай булғас, һин иң яҡшы уҡыусы булырһың инде, - тип ҡеүәтләп ебәрҙек.
Класта башҡорт телен тырышып өйрәнгән берәйһе булһа, башҡалар ҙа уға эйәрәсәк бит. Иншә Аллаһ, Янабыҙ ҙа шундай "локомотив" булыр тип өмөт итәм.

Гүзәл Ситдыҡова.

 

Татлы телем!
Татлы телем!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: