+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
9 Сентябрь 2022, 20:11

Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы бара

Рәсәй халыҡтарының күп теллелеген һаҡлау – ул илдең берҙәмлеген, милләттәр дуҫлығын сағылдырған ҡиммәт. Был форум тап ошо күп теллелекте тағы ла нығыраҡ танытыу, һаҡлау, үҫтереү маҡсатында үткәрелә. 

Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы бара
Өфөлә Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы бара

Өфөнөң “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы эш башланы

Улар араһында белем усаҡтары етәкселәре, урта һөнәри уҡыу йорттарының туған тел, әҙәбиәт уҡытыусылары, мәктәпкәсә учреждениелар тәрбиәселәре һәм педагогтары бар. Өсөнсө йыл рәттән барған был форумға күрше Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән дә уҡытыусылар килгән.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, БР Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һәм балаларҙы башҡорт телен өйрәтеүгә күп көс һалған БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы, Почет билдәһе ордены кавалеры, һуғыш, тыл һәм хеҙмәт ветераны Хәҙисә Ғимран ҡыҙы Кинйәбаева, башҡа билдәле педагогтар телмәр тотто.

– Республикабыҙҙа алты телдә уҡытыу алып барыла, йәғни был телдәр тәрәндән өйрәнелә: туған тел булараҡ рус, башҡорт, татар, удмурт, сыуаш, мари телдәре. Ә дөйөм алғанда, 14 тел өйрәнелә. Барыбыҙға ла билдәле, беҙ күп милләтле, күп телле республикала йәшәйбеҙ. Бөгөнгө сараны асыу тантанаһында балаларҙың төрлө телдәрҙәге сығыштарын ҡараныҡ. Рәсәй халыҡтарының күп теллелеген һаҡлау – ул илдең берҙәмлеген, милләттәр дуҫлығын сағылдырған ҡиммәт. Был форум тап ошо күп теллелекте тағы ла нығыраҡ танытыу, һаҡлау, үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ул республикабыҙҙың үҙенсәлеген асыҡ сағылдыра. Форум тәүге тапҡыр ғына үткәрелмәй, ул – Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы башланып, йыл һайын ойошторолоп килгән сара һәм туған телдәрҙе, әҙәбиәттәрҙе һаҡлауҙы, үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуя. Уны, һис шикһеҙ, уңышлы проект тип баһалайбыҙ. Форум барышында төрлө яңы тәҡдимдәр, фекерҙәр еткерелә, уларҙың күптәре тормошҡа ашырылып килә, дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшөнә әйләнә. Был ниндәйҙер кимәлдә туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итергә, сетерекле һорауҙарҙы яйға һалырға ярҙам итә, - тине Азат Шамил улы Бадранов, үҙенең сығышында.

Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары аҫтында тантаналы рәүештә илебеҙҙең дәүләт флагтары күтәрелде. Республикабыҙҙың мәҙәни төрлөлөгөн символлаштырып, урыҫ, татар, мари, немец, әрмән, сыуаш, йәһүд, украин һәм башҡа телдәрҙә туған телгә дан йырлаған шиғырҙар яңғыраны.

Бөгөнгө көндөң программаһына ярашлы, форум делегаттары “СМАРТ-мәктәптәр. Полилингваль һәм билингваль белем биреү”, “Рәсәй өсөн. Башҡортостан өсөн. Туған тел өсөн” (“ZА Россию. ZА Башкортостан. ZА родной язык”), “Мәғариф флагмандары. Башҡорт теле”, “Белем биреү мөхите. Туған телдәр”, “Медиакиңлектә туған телдәр” (һанлы белем биреү ресурстары), “Бала саҡ биләмәһе” (мәктәпкәсә белем биреү) йүнәлештәре буйынса кластерҙарҙың эшендә ҡатнашты. Шулай уҡ ғаилә тәрбиәһе, заманса милли һәм полилингваль мәктәптәр, башҡорт һәм туған телдәрҙе уҡытыу, этномәҙәни тәрбиә һәм илһөйәрлек темаларына арналған дискуссия майҙансыҡтары ҡаралды.

Республикала эшләп килгән милли йәкшәмбе мәктәптәре үҙенсәлекле күргәҙмә әҙерләп, үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында таныштырҙы. Өфөнөң тел мәктәптәре үҙҙәренең уҡыу йортон күрһәтеү маҡсатында, форумда ҡатнашыусыларға милли стилдә импровизацияланған мөйөштәр әҙерләгән. Эсен тулыһынса биҙәп, Аксаков гимназияһы башҡорт тирмәһе ҡороп, ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы.

Иртәгә, 10 сентябрҙә, Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төбәк-ара форумы үҙ эшен “Торатау” конгресс-холында дауам итәсәк.

Сара һуңында делегаттар Республика Башлығы Радий Хәбиров менән осрашасаҡ. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр туған телдәрҙе популярлаштырған, уларҙы өйрәнеүҙең яңы шарттары буйынса идеялар тәҡдим итә аласаҡ.

Форумда шулай уҡ, үҙ һөнәренең оҫталары булып танылған уҡытыусы, тәрбиәсе, педагогтарҙы Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының ведомство наградалары менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Зөбәржәт Яҡупова, Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: