+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
14 Декабрь 2022, 09:00

Наҙлы телем минең!

Башҡорт теле көнө сиктәрендә барлыҡ республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо матур байрамда Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында "Башҡорт телен яратам" тип исемләнгән дәрес үтә.

Наҙлы телем минең!
Наҙлы телем минең!

Наҙлы телем минең!

Башҡорт теле – ата-бабаларыбыҙҙың аманаты, иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән.

Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, 14 декабрҙә республикала Башҡорт теле көнө билдәләнә. Уның сиктәрендә барлыҡ республика буйынса башҡорт телен популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола. Ошо матур байрамда Өфө ҡалаһының Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында "Урал батыр мәктәбе" тип исемләнгән матур сара һәм   "Башҡорт телен яратам" тип исемләнгән Берҙәм башҡорт теле дәресе  үтә.  Уҡыусылар Башҡорт теле көнөнә арнап, шиғырҙар һөйләй!

Наҙлы телем минең!
Наҙлы телем минең!
Наҙлы телем минең!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: