Яуымбай ауылы тарихы
Яуымбай ауылы төрлө йылдарҙа төрлөсә атап йөрөтөлгән: Абласкин, Иҫке Ыҙма, Ҡайнөй, Яуымбай. Был һаналып утелгән исемдәрҙең һәр береһе тәрән мәғәнәгә эйә. Был исемдәрҙә ауылдың тарихы сағыла. Был атамаларҙың тарихына күҙ һалайыҡ.
Ауылға 1775 – 1780 йылдарҙа нигеҙ һалына, тип фаразлана. 1840 йылда, ауылдар барлыҡҡа килә бвашлағас, Яуымбай исеме ҡушыла. Уға тиклемдә ата-олатайҙарыбыҙ ошо ерҙә йәшәгәнлеге билдәле.
Яуымбай ауылында әлеге ваҡытта 160 хужалыҡ, 183 йорт, 670 кеше йәшәй, тип иҫәпләнә.
Яуымбай атамаһы Яуымбай Ҡошйетәров исеме менән бәйле.Ул 1779 йылда тыуған. Уның ике ҡатыны булған.
Яуымбай ҡарт бик бай булған. Өйөр-өйөр йылҡыларын ул яланға йыйып, иҫәпләр булған. Ялан тулһа, мал теүәл, ә тулмаһа- малына бер-бер хәл булған була. Ҡыш көнө улар тибендә йөрөгән.Яҙ еткәс, Яуымбай ҡарт йәйләргә- Үҙән буйҙарына киткән. Үҙе һәр саҡ алдан барыр булған. Ә көтөүе артынан эйәргән. Атһөйәр ҡарт ауылдан өс саҡрым алыҫлашыуға , көтөүҙең артҡы осо саҡ ауылдан сыҡҡан.
Яуымбай ҡартты бөтәһе лә ихтирам иткән. Ул оҫта ҡурайсы, йырсы булған. Яуымбай ҡарт уйнаған көйҙәр ауылда быуындан-быуынға тапшырыла килгән.
Шәрифә тауы
Тәүге варианты буйынса, ауылда элек бик матур Шәрифә исемле ҡыҙ йәшәгән.Уның яратып йөрөгән егете булған. Уны ата- әсәһе көсләп үҙе яратмаған кешегә кейәүгә бирер булғас, өйөнән ҡасып китә. Тауҙа йәшенеп йәшәй. Шунан бирле был тау ҡыҙҙың исемен йөрөтә башлаған..
Икенсе варианты буйынса, элек ауылда Шәрифә исемле ҡатын йәшәгән. Төндә уны ендәр осороп алып китә. Ләкин уның балаһы бар икәнлеген белгәс, уны кире осороп бер тауға ташлап китәләр. Ауыл халҡы ҡатындың юғалғанын белгәс, эҙләргә сығалар. Оҙаҡ эҙләй торғас ошо тауҙа табалар. Шунан бирле тау Шәрифә исемен йөрөтә.
Шәрифә тауы ауылдың үр яғында урынлашҡан. Был тауға ҡарап, һоҡланмаған кеше юҡ. Бөтәһе лә был тауҙы белә. Һауа торошона бәйле фараздар тыуҙырған был урындар иҫ киткес матур ҙа, мөғжизәле лә. Оло быуын кешеләре һөйләүе буйынса, Шәрифә тауы шаулаһа, көн боҙола: йәй көндәре Шәрифә тауы шаулап торһа, көн боҙола, ҡышын ажғыр буран сыға.
Ҡыҙылташ тауы
Ҡыҙылташ тауы ауылдың төньяҡ - көнсығышында урынлашҡан. Ул - Аҡбейектән ҡала килә, иң ҙур тауҙарҙың береһе.Элек, 1917-1919 йылдарҙа, аҡтар һәм ҡыҙылдар һуғышҡан ваҡыттарҙа булған был хәл: граждандар һуғышы осоронда, ҡыҙылдар яғынан бер яралы кеше ҡасып, аҡтарҙан йәшеренеп, бер тауға барып ята. Ул төнөн ауылға килә лә, ашарына алып, кире шул тауға бара. Әммә аҡтар уның ауылға килгеләп йөрөгәнәен һиҙеп ҡалып, тоталар. Уны ошо тауҙа аталар. Яраһынан аҡҡан ҡан ташҡа һеңә, һәм ул ҡыҙыл төҫкә инә. Шунан бирле был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтәләр.
Икенсе версияһы буйынса, шул осорҙа ҡыҙылдарҙың ҡулында аҡтарҙың ике һалдаты торған. Бер мәл аҡтар ҡыҙылдарҙан ҡасҡан.Аҙаҡ уларҙы ҡыҙылдар күреп ҡалғандар һәм баҫтыра башлағандар. Аҡтар был мәлдә был тауҙа бер таш артында йәшеренеп тәмәке тартып ятҡандар. Был ике һалдатты табып атып ебәргәндәр. Шул ташҡа ҡып- ҡыҙыл булып уларҙың ҡандары аҡҡан. Аҙаҡ был тауҙы Ҡыҙылташ тип йөрөтә башлағандар.
Олотау
Бөрйән районының Яуымбай ауылы эргәһендәге тауҙарҙың иң оҙоно - Оло тау. Яуымбайҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан ҙур, матур, мәғрур тау. Тау артына инеп, ҡояш юғалып байый. Уның башынан бөтә ауыл ус төбөндәгеләй генә күренеп тора.
Уның бер бүлкәтен Сусаҡтау тип йөрөтәләр. Үҙәктәре : Сусаҡ үҙәге, Саталы үҙәк, Шәшкеғасҡан үҙәге, Ҡарағаслы үҙәк.
( Информация Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың "Яуымбайҙың хәтер китабы.
Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы мәғлүмәттәренә таянып бирелде).
Аждаһа сыҡҡан
Ауылдан ике саҡрым тирәһе алыҫлыҡта , оло юлдың
Уң яғындағы Тумарҙыҡ яланында “Аждаһа сыҡҡан” тигән урын бар. Борон был урында ҡуйы, бейек талдар уратып алған бәләкәй генә күл булған.Бер көн шул күл өҫтөндә, көслө ел сығып, ҡойон өйөрөлә башлаған. Ҡап-ҡара төҫтәге ҡойон бейеккә күтәрелә. Ауыл халҡы, ҡойондо куреп, күлдән аждаһа сыҡҡан, ә был уның ҡойроғо , тип уйлағандар.
Шул көндән башлап, был урынды Аждаһа сыҡҡан, тип йөрөтә башлайҙар.
Һаҙлыҡ бөгөнгәсә һаҡланмаған.
Иген сәсеү өсөн яланды ҙурайтҡас, күл кибә. Ә күл урыны соҡор булып, әле лә беленеп ята.
Өкө ҡаяһы
Борон бер өкө таш-ҡая араһында йәшәгән, ти. Ул таш-ҡая араһынан төрлө ҡорттарҙы ашар булған. Бер ваҡыт һунарсы һунарға сыҡҡан. Ул, оҙаҡ ҡына йөрөй торғас, бер мышы атып алған һәм ҡайтыр юлға сыҡҡан. Тағы берәй нәмә осрамаҫмы тип килә торғас, өкөгә тап була. Өкө таш- ҡая араһына инеп китә. Ҡарт был хәлде ауылдаштарына һөйләп бирә. Ауыл кешеләре был урынды Өкө ҡаяһы тип йөрөтә башлайҙар.
Ҡыҙылташ тауының ауылдан күренгән яғында Өкө ҡаяһы , тип аталған тау (ҡая) бар. Элек был ҡаяла өкөләр һәм бөркөттәр бик күпләп оялаған.Был ҡоштар ауылға килеп, ҡош-ҡортҡа тейә башлағас, һунарсылар уларҙы атҡандар. Өкөләр төйәге булғанлыҡтан, ул тау-ҡаяны Өкө ҡаяһы , тип атай башлайҙар.
Ҡайнөй йылғаһы
Был йылға ауылдың уртаһынан ағып үтә. Яуымбай ҡарт үҙенә өй һалырға булған. Өй нигеҙен ҡайындан башлаған. Нигеҙ урынын ҡаҙа башлағас, был урындан урғылып һыу сыға башлаған. Һәм үҙенә юл алып, йылға булып ағып киткән. Яуымбай ҡарт тап был һыу урғылған ергә өйөн һалмай, арыраҡ нигеҙ ҡороп ултыра. Ә йылға Ҡайнөй тип атала башлаған.
Бәҙек күпере
Элек Яуымбай ауылында Бәҙрикамал исемле әбей йәшәгән. Ул бик сос, тырыш һәм көслө әбей булған.Ул мәлдәрҙә яуымбайҙар Башарт, Балайылға йәйләүҙәрендә йәйләгәндәр.Йәйләүгә барған мәлдә бер ерҙә йылға аша сығырға тура килгән. Юлаусылар ошо йылға аша йәйәүләп, йә ат менән бик ыҙа сигеп үтеп йөрөр булғандар. Ләкин бер кем дә күпер төҙөргә уйламаған.
Бәҙрикамал , ир-егеттәргә үс итеп, күпер һалған. Яуымбайҙар күпер һалыусының исемен ҡушаматҡа әйләндереп, Бәҙек күпере , тип йөрөтә башлағандар.
Осло ҡая (Пистолет ҡаяһы)
Сусаҡ үҙәгенең уң яғындағы ослайып сығып торған ҡаяны Ослоҡая йәки Пистолет ҡаяһы тип атап йөрөтәләр.Был ҡая тауҙан ослайып сығып, пистолетҡа оҡшап торған өсөн ошо исемде алған.Асфальт юл һалынған мәлдә ҡаяның осо емерелеүгә дусар була, ә атамаһы ҡалған.
Һыусумған башы, тауы, үҙәге һәм йылғаһы
Ауылдан төньяҡ- көнбайыштағы дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ер Һыусумған , тип атала. Ошондағы үҙәк буйлап ағып барған йылға ҡапыл ер аҫтына сума. Сумған ерендә киңлеге дүрт һәм тәрәнлеге өс метр самаһы соҡор барлыҡҡа килә.Шуға күрә был йылғаны, үҙәкте, тауҙы ла Һыусумған, ә йылғаның башын Һыусумған башы , тип атап йөрөтәләр. Ауылдаштарҙың һөйләүе буйынса, Һыусумған йылғаһы ер аҫтына сумып, аҫтан ағып барып, Шарҡырауыҡ үҙәгендәге Шар йәки Шарҡырауыҡ исемле йылға булып, киреағып килеп сыға.
Ҡартөй
Ауылдың аръяҡ өлөшө Ҡартөй, тип атала. Был яҡты ололар ғына Ҡартөй, тип әйтәләр. Ә йәштәр , күберәген, аръяҡ , ти. Сөнки ул йылғаның аръяғында һәм Шәрифә тауының арт яғында урынлашҡан.
Бер ҡарт бабай иҫке, бәләкәй генә өйҙә йәшәгән. Уға башҡалар өйөңдө яңыртайыҡ , тиһәләр ҙә, риза булмаған. Ул , мин ошо өйөм менән бергә ҡартаям , ти ҙә шул өйөндә йәшәүен дауам итә. Шуға күрә, ауылдың был өлөшө Ҡартөй яғы һәм урамы исемен алған.
Ҡолош
Ҡолош үҙәге - ауылдан арҡа яланы яғына сыға торған үҙәк. Был үҙәктә кәкре ҡайын ағасы үҫә. Ололарҙың һөйләүе буйынса, ошо ҡайын төбөндә Ҡолош исемле ҡарт ерләнгән, шуға күрә был үҙәкте Ҡолош үҙәге тип йөрөтәләр.
Ташөй мәмерйәһе
Ташөй мәмерйәһе - ауылдан Ҡайнөй йылғаһы буйлап түбәнгә ҡарай ике- өс саҡырым алыҫлыҡта урынлашһа, Сыңғырауыҡ Олотау буйынан алты- ете саҡырым алыҫлыҡта ята. Ололарҙың һөйләүе буйынса Ташөй менән Сыңғырауыҡ ер аҫты юлдарынан тоташ булырға тейешле. Элегерәк Сыңғырауыҡ соҡорона ике эт төшөрөп ебәргәндәр. Бер аҙна тигәндә генә, икеһе лә хәле бөтөп Ташөй мәмерйәһе ауыҙынан килеп сығалар, әммә шунда уҡ һуҡыраялар, имеш. Элегерәк, Сыңғырауыҡ соҡорона таш ырғытһаң, сыңғырлатып, оҙаҡ тауыш сығарып төшөп китер булған, шунлыҡтан был урынды Сыңғырауыҡ соҡоро, тип йөрөтәләр. Ташөй мәмерйәһе инде Яуымбай һәм башҡа ауыл халҡын үҙенең матурлығы менән арбап, үҙенә саҡырып торһа ла, бөгөнгө көдә лә асылмаҫ сер булып һаҡлана.
Сәңгелде яланы
Борон ошо яланда йәйләү тотоп ятҡандар. Низам исемле бик уҡымышлы кеше лә йәйләгән булған. Ошо йәйләүҙән туғыҙ ирҙе иҫән- һау ҡайтыуҙарын теләп һуғышҡа оҙатҡандар. Уларҙың барыһы ла иҫән- һау ҡайтҡандар. Шул хөрмәткә был яланды Иҫәнкилде, тип атағандар. Яйлап телдән- телгә күсә килә, Сәңгелде, тип атап йөрөтә башлағандар.
Аҡбейек тауы
Яуымбай ауылын тирә- яҡлап күп тауҙар уратып алған: Олотау, Шәрифә , Сусаҡтау, Ҡыҙылташ, Өкө ҡаяһы, Бурама тауы, Аҡбейек һ.б. Шул тауҙар араһында иң бейек ғорур тау ул Аҡбейек. Был тау исеменең килеп сығышы ике төрлө. Берәүҙәр әйтеүенсә, ул тау алыҫтан бик бейек булып ағарып күренеп торғас, уны Аҡбейек тип исемләгәндәр. Икенселәр әйтеүенсә, бер ҡарт ике улын алып, урманға сығып киткән. Алдарында ҙур тау торған. Был тауға улдары йүгереп кенә менеп киткәндәр. Ҡарт менә торғас артта тороп ҡалған. Ул бик арыған һәм кәпәсен сисеп, бер ташҡа ултырған да: «Ах, бейек», тип әйткән, имеш. Шунан был тауҙы Аҡ бейек тип атағандар.
Өмөткән (Өмиткән) яланы
Борон Яуымбай ҡарт малдарына бесәнде өмә менән саптырған. Гел генә өмә менән саптырғанға ул бесән эшләгән яланды, Өмә иткән тип атағандар. Һуңғараҡ ябайлаштырып телдән- телгә күсә килеп Өмөткән (Өмиткән) яланы, тип үҙгәреп киткән.
Баҙъялан
Элекке ваҡытта ауылға терәлеп ятҡан яланда тәрән баҙҙар ҡаҙып ҡайын туҙынан дегет ҡайнатҡандар. Дегет хужалыҡ эштәре өсөн кәрәкле әйберҙәренән иҫәпләнгән булған. Мал ауырыуҙарына ла дегет яҡшы дауа булған. Шул осорҙан бирле был яланды Баҙъялан тип йөрөтә башлағандар. Бөгөнгө көндә лә бында барлыҡҡа килгән урамды Баҙъялан урамы. тип йөрөтәләр.
Сәфәр соҡоро
1980-90 йылдарҙа ат менән ер һөрөп йөрөгәндәр. Унда Назаров Ҡотлоғәлләм олатай менән Сәфәр исемле олатай ҙа була. Улар яланда төнгөлөккә йоҡларға ҡалалар. Төндә өшөмәҫ өсөн ҡайын төбөнә ут яғалар. Оҙаҡ эшләп арығас, икеһе лә ҡаты йоҡоға тала. Бер ваҡыт ут ҡайынға күсә. Ҡайын янып Сәфәр олатайҙың өҫтөнә йығыла.Ҡотлоғәлләм олатай Сәфәр олатайҙы көскә ҡайын аҫтынан һөрәп сығара. Шул мажара иҫтәлегенән Сәфәр соҡоро тип йөрөтәләр.
“Ҡарасура” ҡәбере йәки “Бабай үлеге”
Борон бик уҡымышлы, дин тотҡан Ҡарасура исемле ҡарт йәшәгән. Ул бик изге күңелле , йомарт булған. Үлер алдынан ул: «Мине Яуымбай ауылы менән Байназар ауылы уртаһындағы иң ҡалҡыу ергә ерләгеҙ» тип васыят әйткән. Ике ауыл мәсетенән аҙан тауышын тыңлап ятырмын тигән ул. Уның теләгенә ҡаршы килмәй, бер ҡалҡыу ергә ерләгәндәр. Әлеге ваҡытта был ҡәберлек бар һәм тәрбиәләп тотола. Быуындар алмашынған һайын исемдәрҙә үҙгәрә килеп, хәҙер “Ҡарасура” ҡәбере - “Бабай үлеге”нә әйләнеп киткән.
Бураматау
Был тау Олотау буйлап барғандан һуң башлана. Унда элек кемдер бура бураған.
Бурама тауы.тип, Ялан осоноң һул яҡтағы тауы атала.(Бурама – ул тиҙ ваҡыт арауыкғында ғына ағастан бурап, йәй көндәре генә йәшәр өсөн мүкһеҙ күтәрелгән бәләкәй генә өй). Йорттоң иҙәне булмаған.Иҙән урынына ылыҫ йәки үлән түшәлгән. Ҡыйығы ике яҡлы, тәпәш тыранса менән ябылған. Өйҙөң тәҙрәләре булмаған. Был өйҙө тәбиғәт шарттарынан ( ямғырҙан, елдән) һәм йыртҡыс хайуандарҙан һаҡланыр өсөн төҙөгәндәр. Ул өйҙө , ҡайҙа кәрәк , шул ергә тиҙ ваҡыт эсендә тиреп, күсереп йөрөткәндәр. Ошо тауҙа ла бурама ултыртҡандар һәм ул оҙаҡ йылдар буйы ултырған. Хәҙерге көндә инде сереп бөткән, бура ҡалдыҡтары ғына ятып ҡалған. Шуға ла был тауҙы Бурама , тип атап йөрөткәндәр.
Тау итәгенән башланған йылға Бурама йылғаһы, тип атала. Ул йылға урман ситенән Йәштәр урамы буйлап аға ла Ҡайнөйгә барып ҡушыла. Уны икенсе төрлө Арҡыры йылға, тип тә йөрөтәләр. Шулай ҙа, Бурама йылғаһы, тип атау дөрөҫ.
Мин яҙмамды әҙерләгәндә, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың "Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы мәғлүмәттәренә лә таяндым. Был китап ауылым тарихын өйрәнгәндә шул тиклем ҙур ярҙамсы.
Илназ Азанғолов, Бөрйән районының 9 -сы класс уҡыусыһы, “Сатҡылар” әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы
Ҡулландым:
Әҙерләне: Илназ Илшат улы Азанғолов, Бөрйән районының Яуымбай мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, “Сатҡылар” әҙәби-ижад түңәрәге ағзаһы
Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы