+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
21 Март 2023, 18:05

Әбдерәш яланы

1918 йылдың йәйендә Блюхер рейды мәлендә Каширинсылар отряды , ҡыҙыл сепрәктәр тағып, Мәһәҙейҙең Саптарат йәйләүенә килеп сығалар. Маликов Суфыян ҡарттың  өйөр айғырын егеп, арбаһына затлы кәрәк-ярағын тейәп, ауыл яғына юл тоталар. Күп тә үтмәй, улар киткән яҡтан ҡара төтөн күтәрелә. Ауыл яна.

Әбдерәш яланы
Әбдерәш яланы

Яуымбай ауылы ер-һыуы тарихы мәғлүмәттәре

Бөрйән районының Яуымбай ауылында хоҙай үҙе ҡыҙығыр ерҙәр күп.  Мин ауылымдың ер-һыу тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһынып тотондом.

Күп кенә мәғлүмәтте ауылыбыҙ яҙмышына битараф булмаған уҡытыусыбыҙ Фаяз Бирғәле улы Ғиҙәтуллин авторлығындағы “Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы" менән танышып, ауыл ер-һыуы тарихын өйрәнә башланым һәм, шул урындарҙы барып күреп,  ер-һыуыбыҙ исемдәрен , тарихи урындарҙы иҫемдә ҡалдырып, был эшкә ҡыҙыҡһыныуым артҡандан арта бара.

Атайым менән әсәйемдең, уҡытыусымдың йоғонтоһо ла был ҡыҙыҡһыныуымды арттыра ғына.

 

Ишемғол үҙәге

Ҡара тәкә яланынан Ҡайнөй йылғаһына төшкән тәрән үҙәкте Ишемғол үҙәге , тип әйтәләр.Был үҙәктә Ишемғол исемле ҡарттың сабынлығы булған. Үҙәктең Ҡайнөй йылғаһына тоташҡан ерендә ҙур ғына ҡая бар. Ул ҡаяны Өкө ҡаяһы , тиҙәр. Борон-борондан бында өкөләр оя ҡорған . Шуға ярашлы исемен дә тапҡандар. Был урын Ҡыҙыл  китапҡа индерелгән.Һомай (Һаҡалтай ябалаҡ) - бик һирәк осраған өкө, ошонда төйәк итә.

 

Ҡоҙаш тауы һәм йылғаһы

Был тау ауылдан төньяҡ-көнсығышта ике саҡрым самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан. Элек был ерҙә Ҡоҙаш исемле кеше туй ( туғанлашыу йолаһы) үткәргән була. Бәлиғ булған балаларҙы өйләндереү элек-электән сауаплы, изге эш һаналған. Шуға ла уларҙы башлы-күҙле итеү бурысын һәр ата-әсә лайыҡлы итеп, урын еренә еткереп үтәп ҡуйған. Бынан тыш, ике яҡтың да ата-әсәйҙәре үҙ-ара килешеп, ҡунаҡ саҡырып, мәжлес ҡороп, туй үткәреү йолаһын һәр саҡ атҡарып килгән. Туй йолаһы буйынса төрлө уйындар үткәргәндәр, һыйлап, уйнап-көлөп, күңел асҡандар. 

Ҡоҙаш тауы һәм йылғаһы бигерәк  матур ерҙә урынлашҡан . Шуға ла был ерҙә Ҡоҙаш табын әҙерләп, үҙенең ҡоҙа-ҡоҙағыйын һыйлаған. Шуға ла был ерҙе Ҡоҙаш (ҡоҙа ашы) тип йөрөтәләр. Ҡоҙаш тауы эргәһенән аҡҡан йылға Ҡоҙаш исемен алған. Ҡоҙаш йылғаһы аръяҡтан ағып килеп, Ҡайнөй йылғаһына ҡоя. 

 Был Ҡоҙаштың бер туған Ҡолош исемле булған. Ул Арҡа тауы яғынан менгән үҙәктә ерләнгән, тиҙәр. Ҡолош үҙәге шунан ҡалған. 

 

Ҡасҡындар үҙәге

Ҡоҙаш тауының бер үҙәге ошолай атала. Элек, 1930 йылдарҙа, "халыҡ дошманы", тип эҙәрлекләүҙәр башланғас, ауылдан ошо үҙәк буйында йәшеренеп, ҡасып йәшәүсе кешеләр булған. Был ер Ҡасҡындар үҙәге, тип ,  ошо ваҡиғаларҙан һуң атала башлаған.

 

Әбдерәш яланы

1918 йылдың йәйендә Блюхер рейды мәлендә Каширинсылар отряды , ҡыҙыл сепрәктәр тағып, Мәһәҙейҙең Саптарат йәйләүенә килеп сығалар. Маликов Суфыян ҡарттың  өйөр айғырын егеп, арбаһына затлы кәрәк-ярағын тейәп, ауыл яғына юл тоталар. Күп тә үтмәй, улар киткән яҡтан ҡара төтөн күтәрелә. Ауыл яна. Ауылға килеп сыҡҡан юламан: "Һеҙҙекеләр Саптараттың был яғында, таланып, аптырашта ултыралар",-тигән. Унда ла аптыраш, бында ла аптыраш. Шунан һуң был яланды Аптыраш яланы, тип йөрөтә башлағандар. Ҡалын һуҙынҡылар нәҙеккә әйләнеп, Әптерәш булып киткән. Хәҙер ялан Әптерәш яланы , тип атала.

 

Ҡылмый төртөндөһө

Ауылдан көнсығышта , дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ер Ҡылмый төртөндөһө, тип атала. Был ерҙә Ҡарасурин Ғылмитдин исемле кеше ер һөргән һәм ҡул менән иген сәскән. Шул мәлдән алып был урын Ҡылмый төртөндөһө булып ҡала.

 

Уя буйы (Уя әбей)

Йәмилә исемле апай һауынсы булып Яуымбай ауылына эшкә килә. Уға колхоз Уя буйына өй һалып бирә. Өй һалынғас, үҙенең әсәһе Шәмсениса инәйҙе бергә йәшәргә , тип күсереп алып килә.Аҙаҡтан Йәмилә апай ҡырға кейәүгә сығып китә. Ә Шәмсениса инәй бында йәшәп ҡала. Шәмсениса инәйҙе бөтәһе лә , ниңәлер, Уя эбей, тип йөрөтәләр. Бәлки, ул Уя буйында йәшәгәнгә шулай тигәндәрҙер. Бәлки, уның исемен әйтеүе ауыр ҙа булғандыр. Бөгөнгө көндә лә был ер Уя буйы , тип атап йөрөтөлә.

 

Эшемде үтәгәндә уҡытыусым Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллин авторлығындағы

авторлығындағы “Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабын ныҡ файҙаландым. Был китаптың тарихыбыҙҙы өйрәнгәндә күҙалларға әһәмиәте бик ҙур икәнен билдәләгем килә.

Әҙерләне: Хәйбуллина Яҙгөл Исрафил ҡыҙы , Бөрйән районының Яуымбай мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: