+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
22 Март 2023, 18:05

Шунан халыҡ Ленинград урамы , тип атаған да ҡуйған

Йәш сағында бер апай Өфөлә эшләп йөрөгәндән һуң Ленинград ҡалаһына барып та эшләй. Ауылға  бер ҡайтҡанында, Уфа не город, үәт Ленинград, исмаһам, город, тиеп һала. Мәрәкәсел халыҡ быны эләктереп ала ла, шул һүҙҙәрҙе әйткеләп йөрөй башлайҙар.

Шунан халыҡ Ленинград урамы , тип атаған да ҡуйған
Шунан халыҡ Ленинград урамы , тип атаған да ҡуйған

Яуымбайым – ер-һыуым – үткәнем, бөгөнгөм һәм килер көнөм!

 
Минең тыуып-үҫкән ауылым – Яуымбай.  Ауылымдың һәм  уның ер-һыу атамалары тарихын бала саҡтан өйрәнеүгә әсәйем Эльмира Йәҙгәр ҡыҙы булышлыҡ итте. Һәр саҡ урманға еләк , бәшмәк йыйырға барған саҡта,  һәр ерлек тураһында әсәйем ҡыҙыҡлы итеп уларҙың  тарихын һөйләй-һөйләй йөрөүе  күңелемдә ауылым ер-һыуы тарихын  өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятты. Әсәйемә Зәйтүнә өләсәйем менән Ишбулды олатайым мәрхүмдәр  һөйләп ҡалдырған. Мин ауылымды ныҡ яратам. Ауылым тураһында күберәк белгем, өйрәнгем, яңынан-яңы серҙәренә төшөнгөм килә минең. 
"Урал батыр ере" асыҡ Интернет конкурсында бик теләп ҡатнашам.
 Яуымбай мәктәбенең  география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы  Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың  күп һанлы китап уҡыусылар файҙалана алырлыҡ , бай йөкмәткеле "Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы ла ауылым тарихын тәрәнтен өйрәнеүгә ныҡ ярҙам итте, был китапты ҡулландым.. Ошо китапты  уҡып, күп кенә материал тупланым. Г.Р.Хөсәйенованың Бөрйән районы буйынса "Экспедиция материалдары – 2009" китабындағы Яуымбай тарихы буйынса материалдар – оло ярҙамсы. Минең маҡсатым – ауылым тураһында артабан да өйрәнеү, асылмаған яңы мәғлүмәт туплау.

Оло кешеләрҙең, уҡытыусыларымдың һөйләгәндәре тарихи мәғлүмәтле булыуға ярҙам итә. Был эшемде эшләүҙә  уҡытыусым, түңәрәк етәксем Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхова бер урында туҡтап ҡалмаҫҡа өндәне.
     Иғтибарығыҙға Яуымбай ауылының һәм ер-һыу атамаларының тарихы буйынса материалдарым менән бүлешәм.

Тарих һаҡлай Яуымбай ауылы

Яуымбай ауылының икесе исемдәре лә булған: Абласкин, Иҫке Ыҙма, Ҡайнөй, Яуымбай. Был һаналып үтелгән исемдәрҙең һәр береһендә – ауыл тарихы. 
Ауылға 1775 – 1780 йылдарҙа нигеҙ һалына, тип фаразлана. 1840 йылда, ауылдар барлыҡҡа килә бвашлағас, Яуымбай исеме ҡушыла. Уға тиклем дә ата-олатайҙарыбыҙ ошо ерҙә йәшәгәнлеге билдәле.
Яуымбай ауылында әлеге ваҡытта 160 хужалыҡ, 183 йорт, 670 кеше йәшәй, тип иҫәпләнә.
Яуымбай атамаһы ике ҡатынлы 1779 йылғы Яуымбай Ҡошйетәров исеме менән бәйле.
Яуымбай ҡарт бик бай кеше булған. Өйөр-өйөр йылҡыларын ул яланға йыйып, иҫәпләмәһә, осона сыға алмаған. Ялан тулһа, мал теүәл, ә тулмаһа- малына бер-бер хәл булған була. Ҡыш көнө улар тибендә йөрөгән.Яҙ еткәс, Яуымбай ҡарт Үҙән буйҙарында йәйләүгә күсенгән.. Үҙе һәр саҡ алдан барыр булған. Ә көтөүе артынан эйәргән. Атһөйәр ҡарт ауылдан өс саҡрым алыҫлашыуға , көтөүҙең артҡы осо саҡ ауылдан сыҡҡан.
Оҫта ҡурайсы, йыраусы Яуымбай ҡартты бөтәһе лә ихтирам иткән. Яуымбай ҡарт уйнаған көйҙәр ауылда быуындан-быуынға күсә килгән.

Яуымбай ауылында бик матур һәм мөғжизәле урындар бихисап.

Аҡ ҡотоҡ.

Ауылдың һырт яғында аҡ ҡотоҡ бар. Уның һыуы таҙа, йомшаҡ булғанлыҡтан, Аҡ ҡотоҡ исемен алған ул. Кер йыуырға был һыу бик уңай булған.

Ишбулды ҡотоғо

Ишбулды ҡотоғо Ҡайнөй йылғаһы буйында урынлашҡан. Ул ҡотоҡто минең олатайым Назаров Ишбулды Хәйбулла улы ҡаҙған.Элек олатай-өләсәйемдәр шул ҡотоҡтан биҙрәләр менән көйәнтәләп һыу ташығандар. Әле лә унан беҙ һыу алабыҙ. Һыуы әле лә бик таҙа. Ул – шифалы һыу.

Көнтеймәҫ тауы.

Яуымбайҙан Байназарға китеп барғандағы, юлдың һул яғындағы тау Көнтеймәҫ, тип атала.

Был тауға ҡояш нурҙары төшмәгән өсөн үрҙәге исем менән йөрөтөлә.

Ҡыш көнө бында бөтөнлә ҡояш төшмәй. Ә йәйгелек ҡай саҡта тау өҫтөнә нур төшә.

Көнтеймәҫ тауындағы ағастар шаулаһа, көн аяҙ була, тип тә әйткән был тау хаҡында оло кешеләр.

Ҡараҡайын йәки “Ҡараҡайын мороно”

Аждаһасыҡҡанды үткәс , Ҡырынтарбаҡтың үҙәгенә төшөп етеп барғанда, юл эргәһендә элек ҡара ҡайын үҫеп ултырған.Ҡайындың олоно ҡап-ҡара төҫтә, ә япраҡтары йәшел төҫтә  булған. Шул ҡайын ағасы үҫеп ултырған ерҙе “Ҡараҡайын мороно” тип атап йөрөтәләр.

Бабай үлеге

Яуымбай- Байназар юлында Тарбаҡ тауында , юлдың һул яҡ яғындағы Ҡарасура исемле олатай ерләнгән ҡәберлекте әйтәләр. Ул 1736 -1817 йылдарҙа йәшәгән. 81 йәшендә донъя ҡуя. Уның атаһы Сурағол була. Элек –электән ауылдарҙа мәсеттәр булған, аҙан тауышы яңғырап торған.

Ҡарасура олатай ошондай васыят әйтеп ҡалдырған:

“Мин үлеп китһәм. Яуымбай менән Байназар ауылдары араһына (уртаһына) ерләрһегеҙ. Ике ауылдың да аҙан тауышын ишетеп ятырмын, ике ҡатынымды ла икеһен ике яғыма ерләгеҙ”.

Олатайҙың васыятын боҙмай, уның васыятын үтәп, уны әйткән еренә ерләйҙәр. Әле  ҡәберлек бар. Эргәһендә ҡарағай ағастары үҫеп ултыра. Ә ҡәбере тимер рәшәткә менән кәртәләнеп ҡуйылған. Туғандары уның ҡәберен тәрбиәләп  тота.

 

Дүртсүмәле тауы.

Яуымбай ауылынан мәһәҙейгә барған саҡта, тәүге күренеп торған тау Дүртсүмәле , тип атала. Элегерәк унда дүрт юл дүрт боролош менән булған. Шул дүрт урындан тауҙың мороно сығып торған.

Хисмәт сабыны

Яуымбайҙан оло юл буйлап, Мәһәҙей яғына барғанда ,Дүртсүмәле тауына күтәрелгәс, Хисмәт сабыны, тигән ялансыҡ бар. Элек шул урында Хисмәт тигән кеше бесән сапҡан.Шуға бәйле был урын Хисмәт сабыны исемен ала.

Дегәнәк күпере, тауы, шишмәһе һәм яланы

Ташөй яғына китеп барғанда иҫке юлдан Тамарҙыҡҡа күтәрелеп барғанда , йылға аша сыҡҡан мәлдә элекке күпер булған урынды күрергә була. Хәҙер инде ул күпер юҡ. Был ерҙең  тауында ла , яланында ла дегәнәк шул тиклем дә күп итеп үҫә. Шунлыҡтан ул Дегәнәк күпере, яланы, тауы, шишмә аҡҡан ерҙе лә Дегәнәк шишмәһе , ти ҙә ҡуялар.

Айбикә тауы, яланы, үҙәге, шишмәһе

Бер ғаилә сабынлығында бесән эшләп йөрөгән ваҡытта,  ҡатын ауырып китеп, уның  ҡыҙ балаһы тыуған. Тулы ай булғанлыҡтан , уға Айбикә , тип исем ҡушҡандар.Шунан халыҡ был ҡыҙ донъяға килгән урындарҙы Айбикә тауы, яланы, үҙәге, шишмәһе , тип атап йөрөтә башлаған.

Майғойған

Оло юлдан Байназарға барғанда , Тумарҙыҡ яланын үткәс, һул яҡтағы ялан Майғойған , тип атала. Тумарҙыҡ менән Майғойған араһында бер бик һалҡын  соҡор бар. Элек бесәнселәр май иремәһен, һөт әсемәһен өсөн май, һөттө шунда ултыртып торор булғандар.

Сусаҡтау

Олотау янында ,суҡайып ,Сусаҡтау тауы урынлашҡан. Уның үҙәге Сусаҡ исеме менән йөрөтөлә. Суҡайып торғанға Сусаҡтау ана шулай аталған.

Ташморон ҡаяһы

Оло юл буйлап, Мәһәҙей яғына барғанда, һулаҡай яҡтағы Санатөшкән яғындағы ҡая Ташморон , тип атала.Олоғор тигән тауының ошо ере таш менән ҡапланған.Унда ағас үҫмәй.

Олоғор тауы
Ауылдың төньяғындағы иң бейек тауы Олоғор , тип атап йөрөтөлә. Элек уны Олоҡыр , тип тә әйткәндәр. Хәҙер Олоғорға әйләнгән.

Санатөшкән үҙәге

Санатөшкән үҙәге Олоғор тауында урынлашҡан.Олоғор тауы яғынан бесәнлеккә йөрөгәндәр. Әлбиттә, Ҡаршытауға менеп, кире төшөүе бик хәлде алған. Бер мәл берәү ҡышҡылыҡ сана менән үҙәктән шыуып төшкән.Сана төшкән юдында ҡарҙа ярылып ятып ҡала. Шунан алып, был үҙәк Санатөшкән үҙәге булып ҡалған да инде.

Төлкөғасҡан үҙәге.

Ҡартөй урамы яғына гелдә лә бер төлкө төшөп, ҡош-ҡортто урлап ҡаса. Бер көндө һунарсы шул төлкөнө тотоп алырға теләй.Ваҡыты еткәс, һунарсы уны аулап алырға , тип, шул урынға килә. Төлкөнө баҫтырып һунарсы уны тота алмай. Үҙәк буйлап хәйләкәр төлкө һунарсынан ҡасып ҡотола. Шул мәлдән алып был үҙәкте Төлкөғасҡан үҙәге , тип атап йөрөтәләр.

Суҡтал

Борон йылға буйындағы яланда суғым ғына тал ағастары үҫеп ултырған. Был яланды шуға күрә Суҡтал , тип йөрөтә башлайҙар. Аҙағыраҡ уның йылғаһын да, тауын да Суҡҡтал исеме менән йөрөтәләр. Йылғаның һыуы  бик тәмле булған. Яры буйында бик суғым, тәмле муйыл ағастарыҫеп ултырған.

Сәтрәй яланы

Был ялан элек бәләкәс киҫәктәргә бүленгән була.Сәтрәй эргәһендә йылға ла бар.Ул йылға сылтыр-сылтыр тауыш сығарып аҡҡан.

Үтә тишек ҡаяһы

Үтә тишек ҡаяһы Оҙонуй яланының һулаҡай яҡ осондағы Бешәке йылғаһына төшкән ерҙә урынлашҡан. Ул ҡая – тау тишеге. Был ерҙә эзбизташ күп булған. Ямғыр мәлендә һыу шул эзбизташты йыуып, ебеткән. Тауҙағы эзбизташ йыуыла-йыуыла килеп, унан тишек барлыҡҡа килгән. Шунан һуң был ҡаяны Үтәтишек ҡаяһы , тип йөрөтә башлайҙар.

 

Ҡара тәкә яланы

Бесән эшләп йөрөгәндә бер ҡарт , яңғыҙы арып, бесәнсәләр яллаған. Бесәнселәрҙе ашатыр өсөн ошо яланда ҡара тәкәһен ҡорбан итеп сала.

Шуға был ялан Ҡара тәкә яланы булып ҡалған.

Әсеү тауы, яланы, йылғаһы

Мәһәҙей яғына китеп барғанда Әсеү тауы күренә. Уның янындағы ялан да, йылға ла  шул исем менән йөрөтөлә.

Тауҙың ҡайһы бер таштары әсе, тәмле. Элек кешеләргә әсеүташ бик файҙалы булған .Әле лә был таштың файҙаһы бик ҙур,шифалы.

Ҡаҙғаньяр

Элек кешеләр Әсеүйорт яланына йәйләүгә йөрөгәндәр. Яланға барған юл бик насар була. Кешеләр арба менән йөрөр булғандар. Был юлда арбалары онталып, әйберҙәре төшөп ҡалыр булған. Бер мәл кешеләр ярҙы соҡоп, юлды яҡшылап эшләп алғандар. Шунан һуң, был ер Ҡаҙғаньяр , тип йөрөтөлә башлаған.

Һыусумған йылғаһы

Сәтрәй яланы ситенән Һыусумған йылғаһы аға. Башы Оҙонғоштан башлана. Һәм Сәтрәй яланына ҡарай ағып, ер аҫтына сума.

Турат соҡоро

Ташөй мәмерйәһе яланында соҡор эсендә бәләкәй батҡаҡлы күл булған.  Шул күлдә бер кешенең туры аты батып үлгән. Күлдең һыуы кибеүгә дусар була. Был ер Турат соҡоро исеме менән ҡалған.

Ҡара тәкә үҙәге

Ташөй мәмерйәһе янында берәүҙең ҡара тәкәһе аҙаша. Уны тере килеш шул үҙәктән ҡыш табып ала.

Мәһәҙей әсеүе

Мәһәҙей әсеүе Мәһәҙей яғында урынлашҡан. Был ерҙәге тупраҡ менән таштан әсе тәм сыға.
Саптарат яланы

Элек был яланда йыйындар, ат ярыштары , һабантуйҙар үкәрелгән.

Ат ярыштарында күбеһенсә саптар аттар еңгән.

Шуның өсөн Саптарат яланы,тип йөрөтә башлайҙар.

Балайылға

Башартты аша төшкәс, Балайылға яланы урынлашҡан. Һул яҡта Балайылға йылғаһы ағып ята. Йылға бик тә бәләкәй булғанға Балайылға , тигәндәр.

 

Ленинград

Яуымбай ауылының Ҡыпсаҡ яғына китеп барған юлдағы бер урамы Ленинград исеме менән йөрөтөлә. Элек хәҙерге Ленинград ялан булған. Ә исеме Ялан осо, тип аталған булған. Был яланда мал да көткәндәр, үлән дә сәскәндәр. Ауылда өй һалыу өсөн урындар ҡалмай башлағас, ошо яланды өй һалыу өсөн биргәндәр. Йәштәр өй һалып, гөрләтеп йәшәй башлайҙар. Йәштәр урамы исемен алған урамды күпселек кешеләр Ленинград урамы, тиҙәр.

Сөнки йәш сағында бер апай Өфөлә эшләп йөрөгәндән һуң. Ленинград ҡалаһына барып та эшләй. Ауылға  бер ҡайтҡанында , Уфа не город, үәт Ленинград , исмаһам, город, тиеп һала. Мәрәкәсел халыҡ быны эләктереп ала ла , шул һүҙҙәрҙе әйткеләп йөрөй башлайҙар.

Ниһайәт, теге инәй ҡайтып ауылға, кейәүгә сығып, ошо яланға өй һалып, йәшәй башлаған. Шунан халыҡ Ленинград урамы , тип атаған да ҡуйған.

Бурташ

Бурташ ауылдан дүрт саҡрым алыҫта урынлашҡан. Унда Бурташ тауы, яланы, йылғаһы бар. Бында аҡбур ташы күп . Аҡбурҙы тағы “бурташ” ,тип тә әйтәләр. Ул таш аҡ төҫтә һәм ҡояшҡа ялтырай ҙа.

Уртағыр

Уртағыр Яуымбай ауылынан өс саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Ул ике тау уртаһында ята. Ул яланда Уртағыр йылғаһы һә Уртағыр тауы бар.

Немец тауы

Был тау ауылдың һырт яғында урынлашҡан. Немец тауында Граждандар һуғышы осорондағы окоптар ҡалған. Элегерәк бәләкәй малайҙар шунда атыш уйнар булғандар. Берәүҙәре немец булып, ә икенселәре беҙҙекеләр булып уйнаған .

Вертолет яланы

Вертолет яланы немец тауы түбәһендә урынлашҡан. Ул яланда геологтар вертолет менән ер тикшереп йөрөгәндәр. Вертолет йыш төшөп йөрөгәнлектән, был яланды вертолет яланы , тип атап йөрөтә башлағандар.

Сыңғырауыҡ соҡоро, урманы

Билән тигән яландың уң яғындағы урманда киңлеге ун биш метр самаһындағы бер соҡор бар. Ул соҡорға таш ташлаһаң, аҫҡа сыңғырабыраҡ оҙаҡ төшөп китә. Шуға Сыңғырауыҡ соҡоро, тип атағандар. Был соҡор урынлашҡан урман Сыңғырауыҡ урманы, тип йөрөтөлә.

Тарбаҡ яланы

Ауылдан Байназар яғына китеп барғанда, юлдың уң яғындағы яланды Тарбаҡ яланы, тип йөрөтәләр. Унан ауыл тирәһендәге бөтә тауҙар ҙа ап-асыҡ күренә.

Сабынлыҡтарҙың тармаҡланып, ботаҡлы ағасҡа оҡшап торғаны өсөн Тарбаҡ яланы , тип әйткәндәр.

Аралғыр тауы һәм йылғаһы

Аралғыр тауы Олоғор һәм Шәрифә тауҙарының араһында урын алған.Уны ике яҡлап та тауҙар уратҡас, Аралғыр, тип исемләгәндәр.

Был тау эргәһенән аҡҡан йылғаның исеме лә Аралғыр йылғаһы, тип әйтелгән.

Аҡйылға

Аҡбейек тауының артында Аҡйылға йылғаһы аға. Уның һыуы бик таҙа һәм шифалы ла.

Ҡарайғыр

Яуымбай ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡтағы ялан, тау, йылға Ҡарайғыр тигән исем менән йөрөтөлә.

Элек унда ат өйөрҙәре йөрөгән. Бер өйөрҙә Ҡара айғыр исемле ат та булған.

Бүреләр бында бик күп була. Бүреләрҙең ҡолондарҙы нисек булһа ла алып ҡасҡылары килгән. Ләкин Ҡара айғыр үҙенең өйөрөн ныҡ һаҡлай. Өйөрөнән бер бөртөк тә ат юҡғалыуға дусар булмаған. Шул тиклем ныҡ һаҡлаған ул. Уның иҫтәлегенә шул ерҙе Ҡарайғыр яланы, Ҡарайғыр йылғаһы, тип атағандар. Ҡарайғырҙа бик оҙаҡ йылдар дауамында колхоз һабантуйҙары үткәрелгән.

Әрҙәнә үре

Ҡыпсаҡ ауылы яғына китеп барғанда, үргә менгән тәүге тау Әрҙәнә үре , тип атап йөрөтөлә. Был тауҙа элек ҡайын ағасын ҡырҡып, утын әҙерләр булғандар. Ҡайындың туҙын һыҙырып, дегет ҡайнатҡандар. Ә утынды ҡышҡылыҡҡа әрҙәнә –әрҙәнә итеп өйгәндәр. Шуға күрә, был ергә Әрҙәнә үре исеме бирелгән дә инде.

Яуымбай мәктәбенең  география, биология һәм йәмғиәт белеме фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы  Фаяз Бирғәле улы Ғизәтуллиндың  күп һанлы китап уҡыусылар файҙалана алырлыҡ , бай йөкмәткеле "Яуымбайҙың хәтер китабы. Бөрйән районы Яуымбай ауылы тарихы һәм ер-һыу атамаларының килеп сығышы" исемле китабы ла ауылым тарихын тәрәнтен өйрәнеүгә ныҡ ярҙам итте, был китапты ҡулландым..

 

Әҙерләне: Хәйбуллина Элина Айҙар ҡыҙы, Бөрйән районының Яуымбай   мәктәбенең  7-се  класс уҡыусыһы

Етәксеһе: Сәйәхова Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы, Яуымбай мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: