+14 °С
Облачно
Башҡорт тарихы
20 Апреля 2023, 04:10

Бөгөн - Милли кейем көнө!

Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Киләсәк быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата.

Бөгөн - Милли кейем көнө!Бөгөн - Милли кейем көнө!
Бөгөн - Милли кейем көнө!

Бөгөн Милли кейем көнө!

2020 йылдан алып, Милли кейем көнөн билдәләйбеҙ. Был сарала барыһы ла ихлас ҡатнаша. Халыҡтар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу, хуплау алды.

Башҡортостанда 160-тан ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Һәр береһенең үҙ тарихы, йолалары, милли кейемдәре бар. Милли кейем көнө – тарихыбыҙға, мәҙәниәтебеҙгә хөрмәт күрһәтеү мөмкинлеген бирә, киләсәк быуынға йолаларыбыҙҙың ҙур байлыҡ булыуын аңлата. Милли кейем – ябай ғына кейем түгел. Ул оҙон тарихи юл үткән. Халыҡтың мәҙәниәт, тарих үҙенсәлеген сағылдырыусы  быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡы.

Милли кейемдәребеҙҙе, биҙәүестребеҙҙе тергеҙеүгә иғтибар арта. Һәр сараға, байрамдарыбыҙға милли кейемдә йөрөү –  матур йолаға инде.

 

Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.  

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас