Ғәҙелгәрәйҙә – Милли кейем көнө!
Милли кейем көнөн Бөрйән районы халҡы көтөп алды. Ғәҙелгәрәй ауылының “Тамсыҡай”балалар баҡсаһы кескәйҙәре лә был акцияға ихлас ҡушылды. “Милли биҙәктә – милли рух” исемле фотоакцияла“Тамсыҡай”ҙар башҡорт милли кейемдәренең матурлығын күрһәтте.
Тәрбиәселәргә, ата-әсәләргә һәм тәрбиәләнеүселәргә – афарин!
Ата-бабаларыбыҙҙың ҡомартҡыһы булған милли кейемдәребеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек!