+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
20 Апрель 2023, 16:07

Милли кейем – күңел байлығы...

Күп халыҡтар бөгөнгө көндә лә милли кейемдәрен һалмаған. Япония, Һиндостан илдәрендә туйҙарҙа йәштәр тик милли кейемдә генә кейенеп, халҡының бөтөн ғөрөф-ғәҙәтен теүәл үтәп, туйҙар үткәрә. Башҡортостанда ла туйҙарҙы милли кейемдә, йола буйынса уҙғарыу модаһы тергеҙелеүе ҡыуаныслы күренеш.

Милли кейем – күңел байлығы...
Милли кейем – күңел байлығы...

Милли кейем – күңел байлығы...

Йыл  ярым ваҡыт элек башҡорт милли кейеменең шул тиклем дә бай һәм матур булыуы тураһында күҙ алдына ла килтермәй инем әле. Тарихты өйрәнә башлағас, һәр бер биҙәүестең үҙенә күрә мәғәнәһе барлығына,  унда тупланған ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә хайран ҡалдым.

Кейеменә ҡарап ҡаршы ал...

Йыл  ярым ваҡыт элек башҡорт милли кейеменең шул тиклем дә бай һәм матур булыуы тураһында күҙ алдына ла килтермәй инем әле. Тарихты өйрәнә башлағас, һәр бер биҙәүестең үҙенә күрә мәғәнәһе барлығына,  унда тупланған ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә хайран ҡалдым.

Мәҫәлән, өсмөйөш биҙәктәр тауҙар символы булып тора. Уны таулы районда йәшәгән башҡорттар ҡулланған. Икенсе яҡтан өсмөйөш орнаменттар (өсмөйөш, өс япраҡлы сәскә йәки ҡаҙ тәпәйе кеүек биҙәктәр) Һомай ҡош – аҡҡош ҡыҙы – Һомай алиһәһе  символы булып тора. Шуға ла был биҙәкте ҡатын-ҡыҙҙар яман көстәрҙән һаҡлау өсөн ҡулланғандар. Ромбтар ялан йәки дала буйлап хәрәкәт итеүҙе аңлата. Уны  дала башҡорттары ҡулланған. Тағы ла ромб ике өсмөйөш – егет менән ҡыҙҙың ғаилә ҡороуы. Кейемдәрендә был биҙәкте кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ғына ҡулланған.

Янсыҡтарҙы матур ҡусҡар биҙәктәр менән биҙәгәндәр. Һарыҡ мөгөҙө йорттағы муллыҡты һынландырған. Башҡа сығанаҡтарҙан күренеүенсә, был кәкерсәктәр борон Башҡортостан территорияһында йәшәгән сармат боландарының тармаҡлы мөгөҙөнә лә оҡшаш.

Был темаға ҡыҙыҡһыныуым былай булды. Ҡул эштәре менән шөғөлләнергә яратыуымды белә өләсәйем. “Һаҡал тегеп бирсәле, ҡыҙым,” – тине ул миңә бер көндө. Ул мәлдә һаҡалдың нимә икәнлеген ишеткәнем дә булманы. Һөйөклө өләсәйемдең күңелен табыу, ҡыуандырыу йәһәтенән интернет селтәренә “сумдым”: нимә ул һаҡал һәм ҡайһылайыраҡ була икән?” Эҙләй торғас бик күп мәғлүмәткә һәм төрлө-төрлө фотоһүрәттәргә юлыҡтым. Һаҡалдар төрлө ҙурлыҡта, ҡайһылары күҙҙең яуын алып тора, шундай матурҙар.


Һуңынан ғына аңлап алдым: һәр ырыуҙың үҙенә генә хас кейеме лә булған икән! Һаҡалдарҙың да ҡайһылары дөрөҫ эшләнмәгән, ә оҫталарҙың “башҡорт түшелдереге” темаһына ҡоролған ижади фантазияһының емеше генә икән дә. Ә ҡайһы бер һаҡалдар боронғо өләсәйҙәрҙең ҡулы менән яһалған тип торорһоң! Шул тиклем дә оҫта эшләнгән!

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостаныбыҙҙа милли биҙәкле кейемдәргә өҫтөнлөк биреүселәр күбәйеүен күреп ҡыуанам. Ҡупшы байрам кейемдәрендә матур милли биҙәктәр ҡулланып тегелгән кейем кейгән кешеләрҙе урамда йыш осратам. Башҡорт миллилеген сағылдырған этнобиҙәктәрҙе ҡулланыу хәҙерге заман кейемен модалы, зауыҡлы итә шул. Мәктәп уҡыусылары яратып таҡҡан милли орнаментлы галстуктарҙы ғына алайыҡ. Ә күлдәктәрҙе, жилеттарҙы сәхнәлә сығыш яһағанда, ҙур сараларға барғанда ғына түгел, эшкә лә бик теләп кейә башланылар.

Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, тигәндәй, бер йыл да үтмәне бер нисә һаҡал, күлдәк, хатта ҡашмау тегеп алдым. Хәҙерге заман кейеменә өҫтәп, стилләштерелгән башҡорт түшелдереген ҡайҙа барһам да ҡалдырмай, тағып йөрөргә яратам.

Күп халыҡтар бөгөнгө көндә лә милли кейемдәрен һалмаған. Япония, Һиндостан илдәрендә туйҙарҙа йәштәр тик милли кейемдә генә кейенеп, халҡының бөтөн ғөрөф-ғәҙәтен теүәл үтәп, туйҙар үткәрә. Башҡортостанда ла туйҙарҙы милли кейемдә, йола буйынса уҙғарыу модаһы тергеҙелеүе ҡыуаныслы күренеш.

Йәмәғәт урындарында интерьерҙы биҙәгәндә үҙебеҙҙең этно стилебеҙгә өҫтөнлөк бирелә. Башҡорт биҙәктәре төшөрөлгән келәмдәр, япмалар, мендәрҙәр һәм башҡа әйберҙәр күҙҙең яуын алып, яҡшы кәйеф бүләк итеп тора.

Башҡортостандан икәнеңде әллә ҡайҙан һөйләп торған зауыҡлы кейем дә Өфөлә етештерелә. Баш  ҡаланың «Sarbi» ательеһы (етәксеһе – Саимә Хәсәнова) милли кейемдәр генә түгел, ә спорт костюмдары ла тегә. Заманса костюмдың өҫкө өлөшөндә – Башҡортостан флагы, ә арҡаһында республикабыҙҙың сигелгән картаһы, исеменең инглизсә яҙылышы. Хатта мәктәп уҡыусылары, тотош синыфы менән тектереп алаған икән был кейемде. Бына бит һәйбәт башланғыс!

     Модельерҙар, илһамланып, төрлө халыҡтарҙың кейем тарихын өйрәнә. Һеҙҙең арала, ҡәҙерле “Аманат” журналы уҡыусылары, моғайын да бик шәп рәссамдар, модельерҙар, дизайнерҙар үҫеп киләлер. Киләсәктә башҡорт милли биҙәктәренең, биҙәүестәренең өр-яңы коллекцияһын уйлап табырһығыҙ! Башҡорт мотивын заманса һәм модалы яһап, Башҡортостаныбыҙҙы бөтөн донъяға танытырһығыҙ, тип ышанам!

Гөлназ ҠОРАМШИНА.

 

Милли кейем – күңел байлығы...
Милли кейем – күңел байлығы...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: