+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
25 Апрель 2023, 16:20

Керчь атына мәңгелек дан!

Батыр ат тураһында яуҙаштары һоҡланып һөйләй. Керчь хаҡындағы һүҙҙәр маршал Семен Буденныйға тиклем барып етә. Маршал 1947 йылда айғырҙы кәрәк тиклем һоло менән тәьмин итеп тыуған яҡтарына – Илсеғол ауылына ҡайтарырға бойора. Тулыһынса уҡырға:

Керчь атына мәңгелек дан!
Керчь атына мәңгелек дан!

Һөйләйәсәк ваҡиға Бөйөк Ватан һуғышында ике тапҡыр ҡаты яраланып, фронттың алғы һыҙығына ҡабаттан баҫҡан, улай ғына түгел, ҡанлы яу юлын үтеп, имен-аман тыуған яҡтарына – Миәкә районының Илсеғол ауылына әйләнеп ҡайтҡан яугир ат тураһында хәрби драма сюжетын хәтерләтә. Төп геройыбыҙ – Керчь исемле ат.

Көслө һәм талымһыҙ ҡола ат 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына тоғро фронтташ була. 4 йыл ут эсендә йөрөгән Керчь Уралдан алып Берлинғаса яу юлдары үтә.

Башҡорт кавалерия дивизияһы ветерандары хәтерләүенсә, башҡа аттарҙан ул иҫ китмәле талымһыҙлығы менән айырып тора, аслыҡтан хәлһеҙләнгән хайуандар араһында теремеклеге менән күҙгә ташлана. Айғыр холҡо менән дә үҙен күрһәтә - ул бары бер хужаға ғына буйһона. Башҡаларҙан айырылып тороуын ул яуҙа ғына танытмай, алыш туҡтағас, ат ҡараусы уны шәкәр киҫәге менән һыйламайынса, ул алдындағы бесәнгә лә, һолоға ла үрелмәй.

Батыр ат тураһында яуҙаштары һоҡланып һөйләй. Керчь хаҡындағы һүҙҙәр маршал Семен Буденныйға тиклем барып етә. Маршал 1947 йылда айғырҙы кәрәк тиклем һоло менән тәьмин итеп тыуған яҡтарына – Илсеғол ауылына ҡайтарырға бойора. Бына шулай итеп данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының берҙән-бер айғыры тыуған Башҡортостанына әйләнеп ҡайта. Башҡа аттар Әзербайжан республикаһының Нахичеван колхоздарына таратыла. Уҙған быуаттың 50-се йылдарына тиклем улар унда төрлө хужалыҡ эштәрендә ҡатнаша.

Миәкә районы Илсеғол ауылында йәшәүселәр һөйләүенсә, яугир ат Раевка станцияһына тиклем тауар вагонында ҡайта. Станция Илсеғолдан 30 километр алыҫлыҡта ята. Уны алып ҡайтыу тураһында ауылдаштары күңелендә ошондай хәтирә һаҡлана.

Арбаға бәйләнгән ат ауылына бер нисә саҡрым ҡалғас, тыуған ер, ҡаулан үлән еҫен һиҙеп, үрәпсеп китә лә дилбегәне өҙөп, бер туҡтауһыҙ кешнәй-кешнәй ауылына табан саба, күрәһең, утты-һыуҙы кискән айғыр тыуып-үҫкән ерен танып, күңеле ярһыуын, үҙенең тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыу шатлығын башҡаларға шулай белдерә. Ауылға ҡайтып еткәс тә ул тиҙ генә тыныслана алмай – әллә нисәмә тапҡыр урамдарҙы елдереп үтә, сыңрап, үҙенең ҡайтып етеү шатлығын кешеннәү ауаздары менән яңғырата.

Һуғыштан һуң Керчь колхозда 23 йыл хеҙмәт итә. Фронтовик ат тураһындағы хәтирәне илсеғолдар яҡты иҫтәлек итеп һаҡлай. Миәкәләр өсөн был айғыр Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ символы булып тора. Йыл һайын Еңеү көнөндә Илсеғол ауыл советы бинаһына Керчь иҫтәлегенә ҡуйылған таҡтаташҡа уҡыусы балалар ҙа, өлкән быуындар ҙә гөлләмәләр тотоп килә.

Утты, һыуҙы кисеп үткән ҡаһарман

Керчь атына мәңгелек дан!

Эй, ғүмерҙең һуңғы сәғәте,

Һин миңә лә шулай күкрәп кил.

Батырҙарын иҫкә алғанда,

Онотмаһын мине лә Тыуған ил! – таҡтаташҡа яҙылған был шиғри юлдар илсеғолдарҙың күңел түрендә һаҡлана.

 

1812 йылғы Ватан, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғыштарында башҡорт аттары Рәсәй армияһы сафында ҡуланылған. Бөйөк Ватан һуғышына Башҡортостандан 72 мең ат алынған.

фото: Керчь менән бергә Ғафури районының Сәйетбаба ауылы егете ҡыҙылармеец Сафа Рәхимғолов

Керчь атына мәңгелек дан!
Керчь атына мәңгелек дан!
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: