1 Май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы!
Был байрамға бәйле сараларҙың тамыры ХVIII быуат башына барып тоташа. 1886 йылдың 1 майында Американың хеҙмәт федерацияһы, анархистар һәм эшселәр хоҡуҡтарын яҡлаусылар, 15 сәғәтлек эш көнөн һигеҙгә ҡалдырыуҙы талап итеп, дөйөм милли забастовка иғлан итә. Шул осорҙан башлана ла инде донъя күләмендәге эшселәр хәрәкәте. Һөҙөмтәлә 1886 йылдың июлендә Парижда II Интернационал конгресы 1 майҙы эш көнөн һигеҙ сәғәтлек итеү өсөн Халыҡ-ара көрәш көнө тип атарға ҡарар итә. Ә беҙҙең илдә 1 Май асыҡтан-асыҡ 1917 йылда ғына байрам ителә башлай. Советтар Союзында ул дәүләт статусына эйә була һәм Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө тип атала, әммә 1997 йылдан алып Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы тип билдәләнә.
Бүтән илдәрҙә ул нисек үтә? Мәҫәлән, Францияла май изге ай һаналып, был көндә халыҡ күпләп урамға ағыла, ә сафтың иң алдында атлау йәш ҡыҙҙарға ышанып тапшырыла. Бынан тыш, һыйырға көслө иғтибар йүнәлтелә. Малдың ҡойроғона гөлләмәләр бәйләйҙәр, һәр кем уға тейеп ҡалырға тырыша, сөнки шулай итһәң, уңышҡа юлығасаҡһың, имеш.
Грецияла был көндә һәр бала йоҡонан иртә уянырға тырыша. Уларҙың күңеленә “ҡарлуғасты кем беренсе күрә, шул кеше бәхеткә юлыға” тигән юрау һалынған. Ысынында ҡошто беренсе тап иткәндәр өйҙәр янынан үтә һәм яҙ тураһында йыр башҡара. Йорт хужалары бәләкәстәрҙе емеш-еләк менән һыйлай. Италияла егеттәр һөйгәненә мөхәббәт йыры йырлай, ә Швейцарияла, Германияла, Чехияла яратҡан ҡыҙыңдың тәҙрә төбөндәге ергә ағас ултыртыу йолаһы һаҡлана.
Ә рәсәйҙәр өсөн 1 Май элеккесә йылылыҡ менән һуғарылған яҡты байрам һанала. Быуаттар үтһә лә, ҡоролоштар үҙгәрһә лә, илдәр ҙур үҫеш кисерһә лә, “Тыныслыҡ. Хеҙмәт. Май” тигән һүҙҙәр мәғәнәһен һәм әһәмиәтен юғалтмай. Байрам менән!!
Байрам йыры.
Эх, яҙ килә, яҙ килә
Яҙ байрам алып килә!
Ул байрам- Май байрамы.
Бик йылы урамдарҙа,
Юҡ хәҙер бурандар ҙа,
Күктә йылмая ҡояш
Япраҡлана һәр ағас.
Беҙгә табан ҡарағыҙ,
Нисек китеп барабыҙ!
Ҡулдарға тотоп флаг,
Шатлыҡлы йырҙар йырлап!
Гөл –сәскәләй, күрегеҙ,
Ул бит- беҙҙең илебеҙ.
Тик бер теләк күңелдә:
Тыныслыҡ еңһен ерҙә!
Ф. Ғүмәров