+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
9 Май 2023, 13:30

Барлығы 502 дошманды юҡ иткән башҡорт снайперы

Ә һеҙ беләһегеҙме? Әхмәтйәнов Әхәт Әбделхаҡ улы — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының инструктор-снайперы, өлкән сержант. Барлығы 502 дошманды юҡ иткән 

Барлығы 502 дошманды юҡ иткән башҡорт снайперы
Барлығы 502 дошманды юҡ иткән башҡорт снайперы

Әхәт Әбделхаҡ улы Әхмәтйәнов 1918 йылдың 10 авгусында хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Маҡар ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Атаһы — Әбделхаҡ Әхмәтйән улы Ҡарамышев (1878—?) Рус-япон һәм Беренсе донъя һуғыштары ветераны, 1937 йылда репрессияланған. Милләте — башҡорт. Маҡар урта мәктәбенең ете синыфын тамамлағас, 1935 йылда Бөрйән районының Әтек тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта. Сермән педагогия училищеһында белем ала. Ситтән тороп Одесса ҡалаһындағы химик технология университетында уҡый. 1938 йылдың 15 апреленән Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә башлай. 1939 йылдың 30 ноябренән 1940 йылдың 13 мартына тиклем совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1941 йылдың 22 июненән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, июлдә 166-сы махсус уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 5 авгусында контузия ала, артабан 549-сы махсус уҡсылар батальоны составында хеҙмәт итә. 1942 йылдың 5 ғинуарында Калинин фронтында яралана. 1942 йылдың авгусынан Ленинград фронтының Ораниенбаум плацдармында хеҙмәт итә башлай. 1942 йылдың 11 ноябрендә 83 дошманды юҡ иткәне һәм 25 снайпер әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов «Ҡыҙыл Йондоҙ» орденына лайыҡ була. 1942 йылдан — ВКП (б) ағзаһы. 1943 йылдың 5 июнендә «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1943 йылдың 26 сентябрендә 359 дошманды юҡ иткәне һәм полкта 106 снайперҙы әҙерләгәне өсөн 168-се уҡсылар дивизияһының 260-сы уҡсылар полкы өлкән сержант Әхмәтйәнов II дәрәжә Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. 1944 йылдың 17 ғинуарына ҡарата дошмандың барлығы 502 офицерын һәм һалдатын юҡ итә. 1944 йылдың 1 майында госпиталдә дауаланып сыҡҡандан һуң, икенсе төркөм инвалиды бирелеп демобилизациялана. 1944 йылдың 1 июленән Маҡар урта мәктәбе директоры һәм шул уҡ ваҡытта Маҡар район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире булып эшләй. 1947 йылдың 23 мартынан 1949 йылдың 5 июленә тиклем Маҡар районының Һайран һәм артабан бер йыл дауамында Аҙнай урта мәктәптәренең директоры була. 1950 йылдан Бишбүләк районының Яңы Бикташ мәктәбендә директор вазифаһын үтәй.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: