+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
9 Май 2023, 04:00

Еңеү көнө!

Олатайҙар яуға ингән, Һаҡлап тыуған ерҙәрен. Килер матур көн хаҡына Биргәндәр ғүмерҙәрен.

Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

ЕҢЕҮ КӨНӨ
Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә,
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!
Тик еңеү үҙенән-үҙе
Килмәне ергә;
Уны яҡлап ҡаһармандар
Көрәште бергә!
«Мәңгелек дан!» — тигән кеүек
Батыр халҡыма,
Май ҡояшындай нурланып,
Байраҡ талпына!
(Абдулхаҡ Игебаев)

 

БАТЫРАРҘАР ҺӘЙКӘЛЕ
Таш бағананын йөҙөнә
Бик күп исем уйылған.
Ә иң өҫкә ҡыҙыл ғына
Йондоҙ элеп ҡуйылған.
Батырҙарҙын һәйкәленә
Ҡәнәферҙәр һалайыҡ.
Бер минутҡа тып-тып ҡалып,
Беҙ хәтергә алайыҡ.
Олатайҙар яуға ингән,
Һаҡлап тыуған ерҙәрен.
Килер матур көн хаҡына
Биргәндәр ғүмерҙәрен.
Бөйөк Ватан һуғышында
Дошмандарҙы еңгәндәр.
Ошо күктәр, ошо ерҙәр
Тыныс булһын, тигәндәр.
(Гөлнара Хәлфетдинова)

 

9 МАЙ БАЙРАМЫ
9 Май көнөндә
Әхмәтгәрәй олатай
Килде мәктәпкә ҡунаҡҡа,
Таяҡ тотоп ул атлай.
Һуғышта булған олатай,
Бик күп орден-миҙалы.
Һөйләне ул яу юлдарын
Нисек итеп уҙғанды.
“Бөйөк еңеү, - ти олатай, -
Изге байрам, балалар,
Байрам итә илебеҙҙә
Бөтөн ауыл, ҡалалар!”
Сәскәләр бирҙек беҙ уға,
Күрһәттек йырлап, бейеп.
Еңеү Бөйөк булған өсөн
Ветерандар ҙа бөйөк.
(А.Шафиҡова)

 

ТАШ БАБАЙ
Еңеү байрамына барҙы
Айбулат бөгөн иртән.
Бөтә байрамдан да матур
Байрам Еңеү көн икән.
Фотоға ла төштө улар
Өләсәй менән бергә,
Уйынсыҡ ат-арғымаҡты
Баҫтырып ҡуйып ергә.
Һәйкәл тигән таш бабайға
Сәскә һалалар күпләп.
Инәй, олатайҙар йөрөй,
Бәпестәр ҙә бик күмәк.
Еңеү көнөндә таш бабай
Сәскәләргә күмелде.
Таш бабайға нисек икән,
Айбулатҡа күңелле!
(Булат Кәрим)

Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: