+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
9 Май 2023, 16:33

Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!

Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе уҡыусылары ауылдың үҙәгендә урынлашҡан паркта Бөйөк Еңеү байрамына арналған сарала ҡатнашты. 

Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!

Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!

9 май – илебеҙҙә иң мөһим һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе. Миллионлаған ҡорбандар аша яуланған ул беҙҙең Бөйөк Еңеүебеҙ!

Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба мәктәбе уҡыусылары ауылдың үҙәгендә урынлашҡан Еңеү паркында Бөйөк Еңеү байрамына арналған сарала ҡатнашты. Был тантанала ҡатнашыусы халыҡтың иң бәләкәйенә ике йәш булһа, иң өлкән Мөнирә инәй Ғәзизоваға - 95 йәш. Ул Тыл һәм Хеҙмәт ветераны, 9 бала әсәһе, һуғышта ҡатнашыусы 1-се төркөм һуғыш инвалиды Мәүлембирҙе Зиннәт улы Ғәзизовтың тол ҡатыны. Замандаштары менән көндө-төнгә ялғап, ал-ял белмәй “Фронт өсөн!”, “Еңеү өсөн!” тылда намыҫлы хеҙмәт иткән оло быуын вәкиле.

Мәктәп уҡыусылары ауылдың һәүәҫкәр артистарынан ҡалышмай, улар менән бер рәттән, ауылдаштарын патриотик рухтағы күркәм концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы. Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, һуғыш яланынан ялға ҡайтыусы Ф. Лоҡмановҡа һәм Мөнирә инәйгә, байрам хөрмәтенә балалар үҙҙәре махсус яһаған сәскә гөлләмәләре бүләк итте.

Йылдағыса, ауыл урамдарынан флагтар елберҙәтеп үткән техника менән парад үҙе бер матур күренеш булды.

Ауыл биләмәһе башлығы Венер Сәхиулла улы Ҡунафин, ауылдың Ветерандар советы рәйесе Закир Вәлиулла улы Ишмырҙин тантанаға йыйылған ауылдаштарҙы, ҡунаҡтарҙы Еңеү байрамы менән тәбрикләне. Уҡыусылар, ауыл халҡы һуғыш ветерандары стелаһына һәм обелискҡа гөлләмәләр, сәскә бәйләмдәре һалды. Бер минут тынлыҡ менән ҡаһармандарҙы иҫкә алды.

Һуғыш ветерандары стелаһында һәм обелискында почетлы ҡарауылда тороусы үҫмер егеттәр – буласаҡ һалдаттар тураһында ла ҙур ғорурлыҡ менән әйтеп үткем килә. Байрам тантанаһына улар  яҡшы әҙерлек үтеп килгән. Тантана мәлендә, ата-бабаларыбыҙҙың хәтерен һаҡлаусы изге урында, ҙур яуаплылыҡ һәм ышаныс менән һаҡта торҙо. Буласаҡ һалдаттар, үҙҙәрен ысын яугирҙай тотоп, ышанып тапшырылған бурыстарын лайыҡлы үтәне. Афарин, егеттәр!


Был көндө сәйетбабалар ауылдың “Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге”ндә тарихта ҡалырҙай тағы ла бер иҫтәлекле мәл шаһиты булды. Сәйетбабаның үҙенән фронтҡа киткән яугирҙәр хаҡындағы мәғлүмәттәр, ниһәйәт, мәғлүмәти стенд булып, Үҙәктең иң күркәм еренән урын алды. Был исемлектә 437 исем. Бер ауылдан ғына күпме яугир!
Иҫтәлекле экспонатты булдырыуҙа матди ярҙам күрһәткән яҡташтары Рустам Ишмухаметовҡа сәйетбабалар сикһеҙ рәхмәтле. Стендта Рөстәм Ишмөхәмәтовтың олатаһы Сәмиғулла Ишмырҙиндың фоторәсеме лә бар.

Сәйетбаба ауылының “Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге” методисы Рәйлә Хәбир ҡыҙы Сабитова әйтеүенсә, киләсәктә тыл геройҙары, тол ҡатындар, һуғыш балалары иҫтәлеген дә мәңгеләштереү бурысы тора.

Зөбәржәт Яҡупова.

Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Сәйетбабала – Еңеү байрамы тантанаһы!
Автор:
Читайте нас: