Ҡартөләсәйемә – 95, “Аманат”ҡа ла 94 йәш! – ти, Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Илмира һәм Ислам Ғәлиәхмәтовтар. Ҡартөләсәйем Мөнирә Ғәзизова тыл һәм хеҙмәт ветераны. Минең өләсәйемдең әсәһе ул. Ҡартолатайым Мәүлембирҙе лә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ҡартолатайым 50 йәшендә генә, 1978 йылда үлеп китә.
Ҡартөләсәйем балалар ярата. Үҙенең дә балалары туғыҙ бөртөк булған. Беҙ уға ҡунаҡҡа йыш киләбеҙ.
9 май – Бөйөк Еңеү көнөн ҡартөләсәйем менән бергә ҡаршыланыҡ. Уны ҡотланыҡ, йырҙар йырланыҡ, шиғырҙар уҡыныҡ, байрам сәйе эстек, ялан бутҡаһы ла ашаныҡ. Ҡартөләсәйем бик тә шат булды.
Олатайым яғынан Ғатаулла Рәхмәтуллин ҡартолатайым да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул да был яҡты донъяларҙа юҡ инде.
Ҡартолатайҙарыбыҙ, ҡартөләсәйҙәребеҙ беҙҙең өсөн Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары. Беҙ уларҙы яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ!
Илмира Ғәлиәхмәтова,
Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.