+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
10 Май 2023, 11:56

Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, илебеҙҙә барған ауыр замандарҙа, Бөйөк Еңеүҙе яуларға беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ ҙа ярҙамға килә.  Өйрәтелгән эттәр, ҡоштар үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, меңәрләгән кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә.

Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты
Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, илебеҙҙә барған ауыр замандарҙа, Бөйөк Еңеүҙе яуларға беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ ҙа ярҙамға килә.  Өйрәтелгән эттәр, ҡоштар үҙҙәренең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, меңәрләгән кеше ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә.

 

ЭТ ҒҮМЕРЕ

 

Хайуандарға рәхмәт йөҙөнән, улар менән булған бик күп ваҡиғалар теркәлгән.

Бөйөк Ватан һуғышына әрме хеҙмәтенә 60 меңдән ашыу эт “саҡырыла”. Улар араһында овчарка ғына түгел башҡа тоҡомло йорт эттәр ҙә була. Уларҙан 168 отряд төҙөлә.

Хайуандар атыш яланынан 700 мең яралы һалдатты алып сыға, 4 миллион шартлатҡыс фугасты зарарһыҙландыра, 3500 тонна боеприпастар ташый, 120 мең хәрби белдереү килтерә. Үҙҙәренең ғүмерен биреп, 300 фашист танкын юҡ итә.

 

Һуғыш яланында, арҡаһына санитар сумкаһы аҫҡан эттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр. Эттәр яралы янына шыуышып килгән һәм һалдат яраһын бәйләп бөткәнен сабыр ғына көткән. Аҡыллы хайуан шунан һуң ғына санитар сумкаһын аҫып, икенсе яралы янына йүнәлгән. Улар ерҙә яраланып ятҡан һалдаттың тереме, йә үлеме икәнлегендә лә бер ҙә хаталанмаған.

Әгәр ҙә яралы аңында булмаһа, дүрт аяҡлы “санитар” һалдаттың битен ялаған, ул иҫенә килгәнсе, үҙенең йылы тыны, кәүҙәһе менән яугирҙы йылытҡан.

Еккегә өйрәтелгән эттәр яу яланына оло-ғара арбалар менән боеприпастар ташыған. Кирегә –яралы һалдаттарҙы алып сыҡҡандар. Элемтә эттәре һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәләренә мөһим хәбәрҙәр ташыған.
Уныңарҡаһында тотош полктың яҙмышы хәл ителгән Көнсығыш Европа авчаркаһы Аста тураһында хикәйә лә яҙылған. Эт үлемесле яраланған. Ҡанһырап булһа ла, барыбер “беҙҙекеләргә” шыуышып барып етә һәм мөһим хәбәрҙе тапшыра.
Танктарҙы юҡ итеүсе эттәр – һәр ваҡыт дошмандың ҡотон алып торған. Эттәр ҡәтғи рәүештә һайлап алынған. Улар “тынлыҡ законы”н һәм команданы аныҡ үтәп, бер ваҡытта ла тауыш сығармаған.

“Мина эҙләүсе” –  иң кәрәкле һөнәр булған фронтта. Дик исемле овчарка ғына, йөҙәрләгән һалдаттың ғүмеренә ҡурҡыныс янаған 20 мең дошман минаһын таба. Был иң билдәле дүрт аяҡлы “сапер”ҙың исеме Джульбарс була. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән берҙән-бер эт ул. 14-се инженер-сапер штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә Джульбарс. Эттең иҫ китмәле аҡылы һәм тойомлауы арҡаһында Чехословакия, Австрия, Румыния, Венгрия территорияларында 7468 мина һәм 150 снаряд юҡ ителә.

1945 йылдың 24 июлдендә, тарихи Еңеү Парадында батыр эт үҙенең яу яраларынан төҙәлеп бөтмәгән була һәм ул хәрби эттәр мәктәбе менән парадта үтә алмай. Сталин үҙенең шинеленә төрҙөрөп, уны Ҡыҙыл майҙанға килтерергә бойороҡ бирә, тиҙәр. Һуғыштан һуң 1946 йылда,  изге йәнле Джульбарс “Белый клык” фильмында төп ролдә уйнай.

 

 

 

 

 “Мыяулаусы дивизия”

Бөйөк Еңеүгә, эттәргә ҡарағанда бесәйҙәрҙең һалған “өлөшө” ҙур түгел, шулай ҙа һиҙелерлек. Бесәйҙәр – блокадала ҡалған Ленинградты ҡотҡарырға ярҙам итә.

Тарих хәтерләй: былай ҙа әҙ генә аҙыҡ запасына һөмүм итеп, Нева яры ҡалаһын ҡомаҡтар баҫа. 1943 йылдың 27 ғинуарында блокада ҡамауы өҙөлгәндән һуң, апрель айында “Ярославь өлкәһенән Ленинградҡа дүрт вагон һорғолт бесәйҙәр алып килергә” тигән Ленсовет председателе ҡултамғаһы менән Ҡарар сыға. Был тоҡом иң шәп ҡомаҡ тотоусы бесәйҙәр һанала. Аҡлы-ҡаралы Амур исемле бесәй иң беренсе үҙе теләп килә. Уны “дошман менән көрәшеп, илебеҙгә үҙеңдең өлөшөңдө индер,” – тип, хужабикәһе шәхсән алып килә.

Шулай уҡ Ленинградҡа биш мең Омск, Төмән, Иркутск бесәйҙәре лә килтерелә. “Мыяулаусы дивизия” эшелоны ышаныслы һаҡлана. Ҡалаға килеп етеү менән бесәйҙәр кимереүселәрҙе юҡ итә башлай. Блокада ҡамауы тулыһынса өҙөлөүгә өй подвалдары ҡомаҡтарҙан таҙартыла.

Ҡаты һыуыҡтарҙа бесәйҙәр бәләкәй балаларҙы үҙ тәне менән йылытҡан. Аслыҡ ваҡытында мырлаусылар һунарға сығып, хужаларына аҙыҡ ташыған. Шулай итеп, уларҙы аслыҡтан йолоп алып ҡалған.

 

 

ҠАНАТЛЫ “ЙОМОШСО”

Күгәрсендәр фронттың алғы һыҙығынан хәбәр ташыусы берҙән-бер сара була. Биш йыл һуғыш осоронда ҠАНАТЛЫ “ЙОМОШСО”лар 15 мең “күгәрсенограмма” ташый.

Иң билдәле күгәрсендең исеме Голубчик була. Ул һыу аҫты кәмәһе бортында йәшәй. Хәрби походтарҙың береһендә субмарина фашист транспортына ҡаршы тора. Эҙәрлекләүҙән китеп, кәмә миналы ергә барып сыға һәм ныҡ ҡына емерелә. Рация сафтан сыға. Үҙаллы базаға әйләнеп ҡайтыу мөмкинлеге булмай. Ошо мәл почта күгәрсене ярҙамға килә. Меңәрләгән саҡырым араны үтеп, ике көн эсендә хатты адресатҡа алып барып тапшыра. Күгәрсендең йылғырлығы арҡаһында кәмә ярҙамды ваҡытында ала һәм буксирланып, тыуған базаһына әйләнеп ҡайта.

 

 

Һуғышо соронда Ростовта Витя Черевичкин исемле малай күгәрсендәр үрсетә. Гитлеровсылар малайҙың күгәрсен ояһын тар-мар итергә була. Дошман Витяға ҡоштарҙы үлтерергә әмер бирә. Ә Витя, фашисты тыңламай, ҡанатлы дуҫтарын иреккә сығарып ебәрә. Был ҡылығы өсөн Витя үлтерелә.

1961 йылда Ростовта үҫмер малайҙың батырлығын һынландырған бронза һәйкәл ҡуйыла. Бейек постаментта үҙенең ҡанатлы дуҫын күкрәгенә ҡыҫып ҡосаҡлаған малай һыны һүрәтләнгән.

 

Зөбәржәт Яҡупова әҙерләне.

 

Фотоһүрәттә: Бөрйән районы уҡыусылары һәм Мәскәүҙән килгән ҡунаҡ ҡыҙыҡай, хайуандарҙың яҡын дуҫы, Ксения менән. Был ҡыҙҙар - Алина, Әлфиә, Айһылыу, Ксения -  барыһы ла Иҫке Собханғолда үткән 9 май – Еңеү байрамынан һуң, хужаһыҙ йәшәгән эттәрҙе ашатып, интернетта улар тураһында иғлан биреп, уларға хужалар эҙләү эше менән мәшғүл. Ҡарауһыҙ ҡалған был һөймәлекле эттәр ғаиләһенә миһырбанлы хужалар табылһа ине тигән изге теләктә ҡалабыҙ.

Фото авторы: Әлфиә Яҡупова

Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты
Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты
Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты
Батыр дуҫтарыбыҙ Еңеүҙе яҡынайтты
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: