+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
10 Май 2023, 15:33

Туғандарым Еңеү өсөн көрәшкән!

Олатайымдың олатаһы Нөғәмәнов Хәйривара һуғышта старшина булған. Днепрҙы аша сыҡҡанда хәбәрһеҙ юғала.

Туғандарым Еңеү өсөн көрәшкән!
Туғандарым Еңеү өсөн көрәшкән!

Туғандарым Еңеү өсөн көрәшкән!

Илебеҙҙә һуғыш еле ҡағылмаған берәй йорт бармы икән? Беҙҙең ғаиләнән дә бик күп туғандарыбыҙ киләсәгебеҙ өсөн көрәшкән, яу яланында ятып ҡалған. Иҫән ҡайтҡандары ла оҙаҡ йәшәй алмай, ҡаты ауырыуҙарҙан һуң мәңгелек йорттарына күскәндәр.
Олатайымдың олатаһы Нөғәмәнов Хәйривара һуғышта старшина булған. Днепрҙы аша сыҡҡанда хәбәрһеҙ юғала.
Өләсәйемдең әсәһенең ике ағаһы һуғышта ҡатнаша. Береһе яу яланында, Украина ерендә, ятып ҡала, икенсеһе Волхов фронтында була, иҫән-һау әйләнеп ҡайта, әммә ҡаты ауырыуҙан һуң мәңгелек йортона күсә.
Тылдағылар ҙа фронт өсөн көнө-төнө ал-ял белмәй эшләйҙәр. Өләсәйемдең атаһы, Ҡунафин Рысйән Хәнәфиә улы, Белорет хәрби заводына эшкә ебәрелә. 4 йыл буйына унда аслы-туҡлы хеҙмәт итергә тура килә. Күптәр аслыҡтан ҡырыла. Олатайым иҫән ҡайта, әммә һаулығы ныҡ ҡаҡшаған була.

Минең ҡәҙерле олатайымдың әсәһенә лә сибек кенә ҡыҙ сағында уҡ һуғыштың ауырлығын үҙ иңендә тойорға тура килә. Тыл ветераны Миндинур Мәғәсүм ҡыҙы Хәйбуллина минең ҡартөләсәйем. Аслығын да, ҡаты һыуығын да, ҡайғы-хәсрәттәрҙе лә күп күрә. Туғыҙ йәшенән колхоз эшендә эшләй. Атҡа һыбай менеп, күбә тарттырыуҙа ла ҡатнашҡан. Уға хәҙер 91 йәш, хаҡлы ялдағы уҡытыусы.
Өләсәйемдең әсәһенә, һуғыш башланғанда,15 тә тулмаған була. Уны тракторсылар курсына ебәреп уҡытып алалар. Уға тракторҙа ла эшләргә, баҫыуҙа башаҡ сүпләргә лә, ағас ҡырҡыу эшендә лә йөрөргә тура килә. Дүрт йыл буйы фронт өсөн көрәшә, көсөн дә, һаулығын да йәлләмәй..
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн шулай барыһы ла тырыша. Хәҙер инде уларҙың күбеһе был донъяла юҡ. Беҙ уларҙы оло хөрмәт менән иҫкә алабыҙ. Илебеҙ азатлығы, беҙҙең киләсәгебеҙ өсөн ғүмерҙәрен биргән ҡаһармандарға мәңгелек дан!

Лиза Белова,

“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе,

Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернаты уҡыусыһы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: