+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
16 Май 2023, 11:59

"Аманат"тар – Бурлыла!

Бурлы мәктәбе байтаҡ йылдар дауамында “Аманат” журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡыусылар журналға теләп яҙыла, яратып уҡый.

"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!

"Аманат"тар – Бурлыла!


Мәктәбебеҙҙә яңыраҡ “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Яҡупова, баш мөхәррир урынбаҫары Рәзил Бикбулатов һәм йәш, һәләтле йырсы Айбулат Ҡарағолов ҡунаҡта булды.

Айбулат уҡыусылар өсөн матур йырҙарын бүләк итте. Зөбәржәт Мәүлембирҙе ҡыҙы 94 йыллыҡ бай тарихлы балалар-үҫмерҙәр журналы биттәренә байҡау яһап, уҡыусыларға ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙе. Дөрөҫ яуап биргән уҡыусыларға “Аманат” журналын бүләк итте.

Бурлы мәктәбе байтаҡ йылдар дауамында “Аманат” журналы менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡыусылар журналға теләп яҙыла, яратып уҡый.

"Аманат"тарҙың байрамын күрергә тип уҡытыусы-ветерандар ҙа килде. Улар әле лә ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә журналды яратып уҡый.

Балалары тарихты, мәҙәниәтте белеп үҫһен, мәғрифәтле булһын, “Аманат” менән бергә ижади үҫһен тип теләгән ата-әсәләргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Бай эстәлекле, сағыу һүрәтле баҫма – “Аманат” менән артабан да  бәйләнеште өҙмәҫкә, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашырға теләйбеҙ!

 

Гөлфирә Ғәлина,

Ғафури районының Бурлы мәктәбе уҡытыусыһы.

"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!
"Аманат"тар – Бурлыла!
Автор:
Читайте нас: