+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
17 Май 2023, 13:29

ҺӨЙӨНСӨ!

“Аманат”тың май һаны донья күрҙе! Тулыраҡ:

ҺӨЙӨНСӨ!
ҺӨЙӨНСӨ!

ҺӨЙӨНСӨ! “Аманат”тың май һаны донья күрҙе!

9 май илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеү байрамын тантаналы билдәләне. “Аманат”тың был һаны Бөйөк Еңеү темаһына күп урын бирә. Тышлығын буласаҡ Ватанды һаҡлаусы егеттәр, Өфө районының Черкассы мәктәбенең алдынғы уҡыусыларының һүрәттәре биҙәй. Уҡыусылар спортты ла үҙ итә. Шәп егеттәр менән журналды ҡулығыҙға алғас, яҡындан танышрһығыҙ.

Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарыбыҙға һәр кем ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша. Салауат ҡалаһының 11-се һанлы мәктәбе лә “Окоп шәме” акцияһына ҡушылған. Был эшкә улар ең һыҙғанып тотонған.

“Тиҫтерҙәр ижады” рубрикаһына килгән уҡыусыларҙың ижады шиғриәт һәм сәсмә әҫәрҙәр йыллыҡ конкурсыбыҙҙы дауам итә. Был конкурстарға йомғаҡты йыл аҙағында яһайбыҙ. 94 йыл дауамында балалар ижадына урын биргән “Тиҫтерҙәр ижады” рубрикаһы һеҙҙән шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр көтөп ҡала!

Дуҫтар, Ватан һаҡсылары ҡайҙа тәрбиәләнгәнен һеҙ белә инегеҙме? “Аманат”тың 5-се һанын уҡығас, белерһегеҙ.

Илебеҙгә ауырлыҡ килгәндә, яу мәлдәрендә башҡорт халҡы борон-борондан, ғәскәр туплап, яу сапҡан. Тыуған иле өсөн йәнен дә аямаған. Дәһшәтле мәлдә башҡорттар Ватанға матди ярҙам күрһәткән. Башҡорт халҡының Ватанға сикһеҙ ярҙамы тураһында мәҡәләне лә был һанда ҡыҙыҡһынып уҡырһығыҙ.

Баймаҡтан авторыбыҙ Лилиә Ғәниеваның “Мин йәшәргә тейеш” хикәйәһе юл фажиғәһендә ҡаты яраланып, хәрәкәтһеҙ ҡалған Айнур исемле егеттең кисерештәре, сикһеҙ уйҙары тураһында.

 Учалы районының Ураҙ лицейында пионерҙар класы һаҡланып ҡалған. “Аманат”ты синыф менән уҡыусы пионерҙарҙың мәктәп тормошо ла бик  күңелле. Журналды ҡулығыҙға алғас та Ураҙ лицейы пионерҙары менән танышып алырһығыҙ.

Ғафури районының Красноусол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын бейеү сәнғәте битараф ҡалдырмай. Райондың биҙәге булған көмөш һыулы Төлкәҫ йылғаһы исемен йөрөткән өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле – гимназияның йөҙөк ҡашы. Улар тураһында журналда ҙур урын бирелгән. “Төлкәҫ"тәр –  “Аманат” йондоҙлоғо”нда!

Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат ағай Илбәков – ишҡурайҙы (хроматик ҡурай) беренсе тапҡыр башҡорт музыка сәнғәтенә тәҡдим иткән һәм уны патентлаған кеше! Уҡыусыларыбыҙ көтөп алған “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһы был юлы ҡурай моңо аша халҡының тарихын һөйләүсе мәшһүр ҡурайсыбыҙҙың бала сағын бәйән итә.

“Һомай” исемле башҡортса һөйләгән зирәк колонка уйлап тапҡан кеше ул – Айгиз Ҡунафин ағайығыҙ. Был ҙур проектты ул нисек тормошҡа ашырған һуң?

“Урманда йөрөгәндә һаҡ булығыҙ! Талпан һунарға сыҡҡан!” – ти, Көнъяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы белгесе Азамат Байрамғәлин ағайығыҙ. Уны тыңлағыҙ!

Электрон тәмәкенең зыяны тураһында алдағы бер һанда яҙған инек. Һеҙҙе тағы ла бер иҫкәртеү яҙыҡ булмаҫ: тәмәке – ағыу! Уның составында ағыулы матдәләр теҙмәһен “Аманат”тың был һанында үҙегеҙ уҡып белерһегеҙ.

Тышлыҡтың 3-сө һәм 4-се биттәрендәге конкурс эштәре лә, ғәҙәттәгесә, бик сағыу.

 

Төрлө ҡыҙыҡлы темалар яҡтыртҡан “Аманат” 94 йыл инде мәктәп уҡыусыларына хеҙмәт итә, улар менән бергә йәшәй.

Дуҫтар! Һеҙ ҙә “Аманат”тан айырылмаһағыҙ ине. ИҪЕГЕҘГӘ ТӨШӨРӘБЕҘ: 2023 йылдың 2-се яртыһына 20 июнгә тиклем “Аманат”ҡа яҙылыу бара.

"Яҙыл да бүләк от!" уйыны ВЕЛОСИПЕД һәм БАШҠА ҠИММӘТЛЕ БҮЛӘКТӘР уйната. 

Ярты йылға яҙылыу хаҡы 418 ҺУМ ДА 26 ТИН.

Иң шәп журнал ул – “Аманат”!

“Аманат”лы булығыҙ!

 

ҺӨЙӨНСӨ!
ҺӨЙӨНСӨ!
ҺӨЙӨНСӨ!
Автор:
Читайте нас: