Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙ Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләй.
Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡ. Ер йөҙөндәге һәр бала бәхетле булһын ине.
Ҡәҙерле һәм һөйөклө балалар! Һеҙҙе ҡайнар йөрәктән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Һәр көнөгөҙ бәхеткә тулы булһын! Бәхет, сәләмәтлек, именлек теләбеҙ!
Бала булып булмай, тик бала саҡ —
Һәр саҡ ҡайтып килә торған ил;
Күңел гөлдәреңдең саңын ҡағып,
Мәңге сафлап, наҙлан торған ел.
Һин донъяны яҡын күргең килһә,
Бала күҙе менән баҡ уға:
Донъя шундай сағыу, шундай ғәжәп,
Иҫең китерлек бит донъяға!
Ҡояш сыға, сыҡ-сыҡ, тиеп һаман,
Болоттарға һуҙһам ҡулымды.
Ҡояш! Эй һин, балалыҡ ҡояшым,
Ғүмер буйы яҡтырт юлымды!
Рәми Ғарипов, 1961йыл