+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
1 Июнь 2023, 09:00

“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!

Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһының 1 в синыф уҡыусылары, уҡыу йылын уңышлы тамамлап, ата-әсәләр менән берлектә, байрам йолаһын үткәрҙе.

“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!
“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!

Башҡорт халҡы борон-борондан ҡоштарға, хайуандарға мәрхәмәтле булып, уларға арнап, төрлө байрамдар үткәреп торған.

“Кәкүк сәйе”, ғәҙәттә, ер-һыу кипкәс, май айында, кәкүк тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, үткәрелә.
Ғафури районы Красноусол башҡорт гимназияһының 1 в синыф уҡыусылары, уҡыу йылын уңышлы тамамлап, ата-әсәләр менән берлектә, байрам йолаһын үткәрҙе.
Был байрамға бик ентекле әҙерләнде уҡыусылар. Сценарий буйынса башҡорт халҡының төрлө уйындарын уйнаны, йырланы, кәкүккә арнап, шиғырҙар ятланы, илдең имен тороуон теләп теләктәр әйтте.
Балалар өсөн әсәй-өләсәйҙар башҡорт халҡының милли аштарынан торған мул табын әҙерләгән. Ялан “өҫтәл”ендә нимә генә юҡ! Үлән сәйе, башҡорт балы, ҡорот, эремсек, талҡан, бауырһаҡ, сәк-сәк, ҡош теле, ҡоймаҡ –  барыһы ла бар!

Башҡорт халҡының йолаһы, ауыҙ-тел ижады менән яҡындан танышып, йылдың уңышлы килеүен теләп, күтәренке кәйефтә, балалар йәйге ялға туҡтаны.

Байрам барыһына ла бик оҡшаны

“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!
“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!
“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!
“Кәкүк сәйе” эстек, уйындар уйнаныҡ!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: