+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Башҡорт тарихы
7 Июнь 2023, 11:36

“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы

Республика Башлығы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләмен 500 мең һумға тиклем арттырырға,  шулай уҡ яуаплылыҡ, дөрөҫ мәғлүмәт, батырлыҡ өсөн Башҡортостан Башлығының 20 журналист премияһын булдырырға тәҡдим итте.

“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы

 

“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы

#Медиайыйын2023
#Медиафорум2023

Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Медиайыйын” республика киң мәғлүмәт сараларының III Форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ул “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үтте һәм 600-ҙән ашыу төбәк һәм муниципаль мәғлүмәт сараларының редакторҙарын һәм журналистарын, масс-медиа өлкәһендәге эксперттарҙы йыйҙы. Улар тармаҡ үҫешенең көнүҙәк һорауҙарын тикшерҙе.

 Пленар ултырыш алдынан төбәк етәксеһе киң мәғлүмәт сараларының тематик проекттар күргәҙмәһен ҡараны, шулай уҡ республика редакцияларының һәм нәшриәттәренең экспозициялары менән танышты.

 Russia Today  телеканалының баш мөхррире урынбаҫары  Анна Белкина  RT  тарафынан төҙөлгән «ПоэZия русского лета» исемле шиғырҙар йыйынтығын күрһәтте. Уға тыуған илебеҙҙең 25 фронт шағирының әҫәрҙәре ингән.

Республиканың Хәрби дан музейының “Ватан һаҡсылары” күргәҙмәһе Рәсәй тарихының төрлө осорона – 1700-1720 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышынан башлап Сирияла һәм Донбастағы хәрби операцияларға тиклем  Башҡортостан яугирҙәренең ҡаһарманлығына арналған.

 Радий Хәбиров “Китап” нәшриәтенең китап продукцияһы менән дә танышты. Нәшриәт художестволы, фәнни-популяр һәм методик әҙәбиәт сығара. Тағы ла бер стенд илһөйәрлек темаһына - ижад итеүсе республика журналистарына, яҙыусыларына  һәм шағирҙарына  арналғайны. Унда йыйынтыҡтар ҙа, автор китаптары ла урын алды.

Форумдың пленар ултырышы “Медианың киләсәге. Зиһен өсөн көрәш” темаһына арналды. Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында илдең һәм республиканың тормошон объектив сағылдырыуҙа журналистар берләшмәһенең ҙур роль уйнауын билдәләне.

-Бөгөн бында алға барыуға маҡсатланған ҙур бер команда йыйылған. Был юл ябай түгел, ҡаршылыҡтар ҙа осрай, ә күптән түгел дошмандар ҙа барлыҡҡа килде. Ил ҡатмарлы үҫеш осорон кисерә. Беҙ бергәләп коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкәйнек, санкция баҫымына ла ҡаршы торорбоҙ, Ватан һаҡсыларына ярҙам итәбеҙ. Бының өсөн һеҙҙең һәр берегеҙгә рәхмәт әйтәм, - тине Радий Хәбиров. – Бөгөнгө көндә донъяның билдәле бер өлөшө беҙҙең үҫеш юлын хупламай һәм беҙгә ҡаршы мәғлүмәт һуғышын алып бара. Был шарттарҙа киң мәғлүмәт сараларының объектив эше мөһим мәғәнәгә эйә.

Төбәк етәксеһе махсус хәрби операция һәм сит ил санкциялары йәмғиәтте туплауын да билдәләне.

- Был мәғлүмәт яланында һеҙ еңергә тейеш. Көнбайыштың коллектив мәғлүмәт структураларына һеҙ ҡаршы тораһығыҙ, беҙҙең яугирҙәребеҙ, уларҙың ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләйһегеҙ. Был хәрби геройҙарыбыҙ өсөн дә мөһим. Улар һеҙҙең хеҙмәтегеҙ – тыуған ил һәм хеҙмәттәштәре тураһындағы телерепортаждар, китаптар, гәзиттәр, журналдар өсөн рәхмәтле.

 Төбәк етәксеһе заман Рәсәй журналисының түҙемлелек сифатына эйә булыу мөһимлеген һәм йәмғиәткә дөрөҫ мәғлүмәт еткерергә тейешлеген дә әйтте.

- Был ҡатмарлы. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәр ваҡыт күренмәй ҙә. Беҙҙең киң мәғлүмәт сараларына ҡаршы сит ил структуралары эшләй. Дөрөҫ мәғлүмәт еткереү юлын һайлағанығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт, - тип өҫтәне Радий Хәбиров. 

Республика Башлығы быйыл икенсе ярты йыллыҡтан “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто белгестәренә эш хаҡын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүен әйтте.  

Бынан тыш төбәк етәксеһе Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияның күләмен 500 мең һумға тиклем арттырырға,  шулай уҡ яуаплылыҡ, дөрөҫ мәғлүмәт, батырлыҡ өсөн Башҡортостан Башлығының 20 журналист премияһын булдырырға тәҡдим итте.

Үҙенең сығышының аҙағында республика Башлығы бер төркөм журналистарға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Форум ҡатнашыусыларын Рәсәйҙең Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев та тәбрикләне. Ул сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне.  

- Республикала ҡеүәтле журналистар берләшмәһе тупланған. Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларын Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә өлгө итеп килтерергә мөмкин, - тине ул.

 Журналистика үҫешенә ярҙамы өсөн Радий Хәбировҡа  берекмә рәйесе Рәсәй журналистар союзының “Һөнәри берләшмә алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” маҡтаулы билдәһен тапшырҙы.

 Аҙаҡ форумдың пленар ултырышы алдынан уҙғарылған стратегия сессияһының һөҙөмтәләре яһалды. Унда ҡатнашыусылар мәғлүмәт өлкәһендә яңы проекттарын күрһәттеләр.

 Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы хакимиәтенә тәкдим ителгән проекттарҙы анализлап ҡыҙыҡлы башланғыстарға грант ярҙамына 50 миллион һум бүлергә ҡушты.

https://bashgazet.ru/

 Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
“Медиайыйын” III Форумы уҙҙы
Автор:
Читайте нас: